YouVersion Logo
Search Icon

Ғәмәлдәр 24

24
Паулусҡа ғәйеп ташлау
1Биш көндән, идарасы алдында Паулусҡа ҡаршы ғәйеп ташлау өсөн, иң баш ҡаһин Һананиас аҡһаҡалдар һәм хоҡуҡ белгесе Тертуллос исемле кеше менән бергә Ҡайсареяға килде. 2Паулусты саҡыртып алғас, Тертуллос ғәйепләү һүҙҙәрен башланы:
3– Мөхтәрәм Феликс! Һинең етәкселегең аҫтында оҙаҡ ваҡыт тыныслыҡта йәшәүебеҙҙе һәм һин ҡайғыртҡанға күрә был халыҡтың хәле яҡшы яҡҡа үҙгәреүен һәр ваҡыт һәм һәр ерҙә күп рәхмәттәр менән таныйбыҙ, – тине ул. – 4Һине оҙаҡ мәшәҡәтләмәҫ өсөн, беҙҙең ҡыҫҡа ғына үтенесебеҙҙе ихлас тыңлауыңды үтенәм.
5Беҙ был кешене «йоғошло сир» тип таптыҡ. Ул Назара төркөмөнөң башлығы һәм бөтә донъяла йәшәүсе йәһүдтәр араһында боларыш ҡуптара. 6-8Ул хатта Алла йортон нәжесләргә тырышты. Шуға күрә уны ҡулға алдыҡ#24:6-8 Ҡайһы бер боронғо ҡулъяҙмаларҙа түбәндәге юлдар ҙа бар: «…һәм үҙ ҡануныбыҙ буйынса хөкөм итергә теләнек. 7 Әммә ғәскәриҙәр башлығы Лусиас уны беҙҙең ҡулдан көс менән тартып алды. 8 Уны ғәйепләүселәргә һинең яныңа килергә ҡушты».. Унан һорау алған саҡта нимәлә ғәйепләүебеҙҙе үҙең дә белерһең, – тине Тертуллос.
9Йәһүдтәр:
– Эйе, шулай, – тип уның һүҙен раҫлап торҙо.
Паулус Феликс алдында
10Идарасы, һөйләргә мөмкин тип, Паулусҡа ишара яһаны.
– Һинең был халыҡ өҫтөнән күп йылдар хөкөмдар булыуыңды беләм, шуға күрә һинең алдыңда үҙемде яҡлап һүҙ әйтә алыуыма шатмын, – тине Паулус. – 11Аллаға табыныу өсөн Йәрүсәлимгә килгәнемә ун ике көндән дә артыҡ түгеллеген еңел тикшерә алаһың. 12Минең Алла йортонда берәйһе менән бәхәсләшкәнемде йәки ғибәҙәтханаларҙа йә ҡалала халыҡ араһында фетнә таратҡанымды уларҙың күргәне юҡ. 13Үҙҙәре хәҙер миңә ташлаған ғәйептәрен дә иҫбат итә алмайҙар. 14Әммә һинең алда шуны таныйым: улар Ғайсаның юлын ялған тәғлимәтле төркөм тип кенә әйтә, мин иһә Ғайсаның юлынан барып, аталарым Аллаһына хеҙмәт итәм, ҡанунға һәм пәйғәмбәрҙәр тарафынан яҙылғандарҙың бөтөнөһөнә ышанам. 15Тәҡүә кешеләр ҙә, тәҡүә булмағандар ҙа үленән тереләсәк тип, улар кеүек үк мин дә Аллаға өмөт бағлайым. 16Шуға күрә һәр ваҡыт Алла алдында һәм кешеләр ҡаршыһында саф выждан менән йәшәргә тырышам.
17Бер нисә йылдан һуң, үҙ халҡыма хәйер-саҙаҡа биреү һәм Аллаға ҡорбан килтерер өсөн, Йәрүсәлимгә ҡайттым. 18Алла йортонда таҙарыныу йолаһын үтеп, шул эштәрҙе башҡарған саҡта минең яныма халыҡ та йыйылмағайны, үҙем дә бер кемде лә борсоманым. 19Әммә миңә Асия өлкәһенән бер нисә йәһүд килде. Ғәйепләрлек берәй сәбәптәре булһа, улар һинең ҡаршыңа барып баҫырға һәм мине ғәйепләргә тейеш ине. 20Йәки, Юғары кәңәшмә алдында торған сағымда, миндә ниндәй яуызлыҡ табыуҙары хаҡында бындағы кешеләр үҙҙәре әйтһен. 21Бәлки мин унда: «Бөгөн мин үленән терелеү мәсьәләһенә күрә алдығыҙҙа хөкөмдә торам», – тип ҡысҡырып әйткәнем өсөн ғәйеплемендер? – тине Паулус.
22Раббының юлы хаҡында ярайһы уҡ яҡшы белгән Феликс:
– Һеҙҙең эшегеҙ тураһында ғәскәриҙәр башлығы Лусиас килгәс ҡарар ҡылырмын, – тип тикшереү эшен кисектерҙе.
23Ә йөҙ башына Паулусты һаҡ аҫтында тоторға, ләкин дуҫтарының уға хеҙмәт күрһәтеүенә ҡамасауламаҫҡа, тигән әмер бирҙе.
Паулус һаҡ аҫтында
24Бер нисә көндән Феликс үҙенең йәһүд ҡатыны Друсилла менән килде һәм Паулусты саҡыртып алды. Ул Паулустың Ғайса Мәсихкә инаныуы тураһында һөйләгәнен тыңланы.
25Паулус тәҡүә булыу, нәфсене тыйыу һәм буласаҡ хөкөм хаҡында һөйләгәндә, Феликс ҡурҡыуға төштө.
– Хәҙергә етте, уңайы сыҡҡанда һине саҡырырмын, – тине ул.
26Шул уҡ ваҡытта Паулус уға аҡса бирер тип өмөт итте. Шунлыҡтан уны йыш ҡына саҡыртып, уның менән әңгәмә ҡороп ултырҙы. 27Әммә ике йылдан Феликс урынына Поркиос Фестус килде. Әммә Феликс, йәһүдтәргә ярарға тырышып, Паулусты тотҡонлоҡта ҡалдырҙы.

Highlight

Share

Copy

None

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in