Ғәмәлдәр 25
25
Паулустың ҡайсар хөкөмөн талап итеүе
1Өлкәгә килеп өс көн торғандан һуң, Фестус Ҡайсареянан Йәрүсәлимгә китте. 2Унда баш ҡаһиндар һәм йәһүд башлыҡтары, уның янына килеп, Паулусты ғәйепләне. 3Улар Фестустан, мәрхәмәт күрһәтеп, Паулусты Йәрүсәлимгә күсереүен һоранылар. Ә үҙҙәре уны юлда үлтерергә һүҙ ҡуйышты. 4Ләкин Фестус:
– Паулус Ҡайсареяла һаҡ аҫтында ултыра. Тиҙҙән мин дә шунда барам. 5Әгәр уның берәй ғәйебе булһа, етәкселәрегеҙ минең менән барһын һәм был турала әйтһен, – тине.
6Йәрүсәлимдә аҙна-ун көн булғандан һуң Фестус Ҡайсареяға ҡайтты. Икенсе көндө үк ул хөкөм итеү урынына ултырҙы һәм Паулусты алып инергә ҡушты. 7Паулус күренгәс, Йәрүсәлимдән килгән йәһүдтәр уны уратып алды һәм күп төрлө етди енәйәттәрҙә ғәйепләй башланы. Ләкин ташлаған ғәйептәрен иҫбат итә алманылар.
8– Мин йәһүдтәр ҡанунына ла, Алла йортона ла, ҡайсарға ҡаршы ла һис ниндәй яманлыҡ ҡылманым, – тине Паулус үҙен яҡлап.
9Фестус, йәһүдтәргә ярарға теләп, Паулустан:
– Йәрүсәлимгә барырға һәм үҙеңә ҡаршы ташланған ғәйепләүҙәрҙе тикшереү өсөн минең хөкөмөм алдына баҫырға ризаһыңмы? – тип һораны.
10– Мин ҡайсар хөкөмө алдында торам һәм эшем шунда ҡаралырға тейеш. Үҙең дә белеп тораһың, мин йәһүдтәргә бер насарлыҡ та ҡылманым. 11Әгәр ҙә нимәнелер дөрөҫ эшләмәйенсә үлемгә хөкөм итерлек эш ҡылғанмын икән, үлемдән баш тартмайым. Ә инде улар миңә ташлаған ғәйепләүҙәр ялған икән, бер кем дә мине уларҙың ҡулына тотоп бирә алмай. Мин ҡайсарға мөрәжәғәт итергә#25:11 Хөкөмгә тарттырылған Рим гражданының ҡайсарға мөрәжәғәт итеү хоҡуғы булған. теләйем, – тине Паулус.
12Фестус, кәңәшселәре менән һөйләшеп алғас:
– Һин ҡайсарға мөрәжәғәт итергә теләнең, шуның өсөн ҡайсар янына барырһың, – тине.
Паулустың Агриппас батша алдына килтерелеүе
13Бер нисә көндән, Фестустың хәлен белергә тип, Ҡайсареяға Агриппас батша#25:13 Агриппас батша – Һируд Агриппас І улы. менән Берника килде. 14Улар бында байтаҡ ҡына торғанлыҡтан, Фестус батшаға Паулустың эшен тыңларға тәҡдим итте:
– Бында Феликс тотҡонлоҡта ҡалдырған бер кеше бар. 15Мин Йәрүсәлимдә булған саҡта йәһүдтәрҙең баш ҡаһиндары һәм аҡһаҡалдары, уны ғәйепләп, хөкөм итеүҙе талап итте. 16Мин уларға, римлыларҙа ғәйепләнеүсе ғәйепләүсе менән осрашмайынса һәм ғәйепләүгә ҡаршы үҙен яҡлай алыу мөмкинлеге булмайынса, кешене язаға тарттырыу ғәҙәте юҡлығы тураһында әйттем. 17Улар минең менән бында килгәс, икенсе көнөнә үк хөкөм итеү урынына ултырҙым һәм ул кешене алып килергә ҡуштым. 18Паулусты уратып алған ғәйепләүселәр уны мин күҙаллаған енәйәттәрҙең береһендә лә ғәйепләмәне. 19Улар үҙҙәренең диндәренә ҡағылышлы мәсьәләләр тураһында, Паулус тере тип раҫлаған ниндәйҙер үлгән Ғайса хаҡында бәхәсләште. 20Был мәсьәләне нисек тикшерергә белмәй ҡыйынһынып, Йәрүсәлимгә барырға һәм был эш буйынса шунда хөкөм алдына баҫырға теләмәйһеңме, тип һораным. 21Әммә Паулус ғали йәнәп ҡайсар ҡарарын һораны һәм һаҡ аҫтында ҡалырға теләне. Мин уны ҡайсар янына ебәрелгәнсе һаҡ аҫтында тоторға ҡуштым, – тине Фестус.
22Агриппас Фестусҡа:
– Ул кешене мин дә тыңларға теләр инем, – тине.
– Иртәгә һин уны тыңларһың, – тип яуапланы Фестус.
23Икенсе көндө Агриппас һәм Берника хәрби етәкселәр һәм ҡаланың иң күренекле кешеләре менән бергә тантаналы рәүештә ултырыштар залына ингәс, Фестустың әмере буйынса Паулусты алып килделәр.
24– Агриппас батша һәм бында ултырыусылар! – тине Фестус. – Йәрүсәлимдә лә, бында, Ҡайсареяла ла күп йәһүдтәр алдығыҙҙа торған кешегә зарланды. Ул йәшәргә тейеш түгел, тип ҡысҡырҙы улар. 25Мин уның үлемгә хөкөм итерлек бер ғәйебен дә күрмәйем, әммә, ул үҙе ғали йәнәптәренең хөкөм итеүен һорағанлыҡтан, уны ҡайсарға ебәрергә булдым. 26Ләкин уның хаҡында императорға нимә яҙырға ла белмәйем. Шуға күрә, тикшергәндән һуң яҙырлыҡ берәй нәмә булһын ине тип, мин уны һеҙҙең алдығыҙға, бигерәк тә, Агриппас батша, һинең ҡаршыңа килтерҙем. 27Тотҡондоң ниндәй эштә ғәйепләнеүен күрһәтмәй тороп, уны ҡайсар янына ебәреү, минеңсә, уйламайынса ҡылған эш буласаҡ.
Currently Selected:
Ғәмәлдәр 25: БашИЯ2023
Highlight
Share
Copy

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

: