YouVersion Logo
Search Icon

Ғәмәлдәр 23

23
1Паулус Юғары кәңәшмә ағзаларына ҡарап:
– Туғандар! – тине. – Бөгөнгө көнгәсә Алла ҡаршыһында саф выждан менән йәшәнем.
2Иң баш ҡаһин Һананиас Паулус янында тороусыларға уның ауыҙына һуғырға ҡушты. 3#Зөл 13:10-12.Паулус уға:
– Эй һин, ағартылған диуар#23:3 Ағартылған диуар – «ике йөҙлө» тигәнде аңлата., һиңә Алла һуғасаҡ! Һин ҡанун буйынса мине хөкөм итергә тип ултыраһың, ә үҙең, ҡанунға ҡаршы килеп, миңә һуғырға әмер бирәһең, – тине.
4– Алланың иң баш ҡаһинын мыҫҡыл итергә нисек батырсылыҡ итәһең? – тинеләр уның янында тороусылар.
5 # Сығ 22:28. – Мин, туғандар, уның иң баш ҡаһин икәнен белмәнем, – тине Паулус. – Изге Яҙмала: «Халҡыңдың башлығы тураһында насар һөйләмә», – тип яҙылған бит.
6Бындағыларҙың бер өлөшө – саддукейҙар, икенсе өлөшө фарисейҙар#23:6 Саддукейҙар, фарисейҙар – боронғо йәһүдтәр араһындағы төп төркөмдәр. Фарисейҙар кешеләрҙең ахырызаман килгәс үленән терелеүенә ышанған. Саддукейҙар иһә быны кире ҡаҡҡан. икәнлеген күргәндән һуң, Паулус ҡысҡырып:
– Туғандар! Минең ата-бабаларым фарисей булған, үҙем дә фарисей. Мине үлеләрҙең терелеүенә өмөт бағлағаным өсөн хөкөм итәләр, – тине.
7Ул шулай тигәс, фарисейҙар менән саддукейҙар араһында ҡаты бәхәс ҡупты һәм йыйылыш икегә бүленде, 8сөнки саддукейҙар үленән терелеү ҙә, фәрештәләр ҙә, рухтар ҙа юҡ тиҙәр, ә фарисейҙар быларҙың бөтәһенә лә ышана. 9Шау-шыу күтәрелде, фарисейҙарҙан булған ҡайһы бер ҡанун белгестәре тороп, ҡәтғи рәүештә:
– Беҙ был кешелә һис бер насарлыҡ күрмәйбеҙ. Бәлки, уға ысынлап та рух йәки фәрештә әйткәндер, – тинеләр.
10Ыҙғыш шул тиклемгә барып етте, ғәскәриҙәр башлығы, Паулусты өҙгөләп ташлауҙарынан ҡурҡып, ғәскәриҙәргә уны ундағы кешеләр араһынан алырға һәм нығытмаға илтергә әмер бирҙе.
11Киләһе төндә Паулус янына Раббы килде.
– Ҡыйыу бул! Йәрүсәлимдә Минең хаҡта нисек шаһитлыҡ ҡылған булһаң, Римда ла шулай шаһитлыҡ бирергә тейешһең, – тине Раббы.
Йәһүдтәрҙең Паулусты үлтерергә һүҙ ҡуйышыуы
12Көн тыуғас, ҡайһы бер йәһүдтәр бергә йыйылып яуыз ниәт ҡорҙо һәм Паулусты үлтергәнгә тиклем ашамаҫҡа-эсмәҫкә ант итте. 13Ант итеүселәрҙең һаны ҡырҡтан ашыу ине. 14Улар баш ҡаһиндар һәм аҡһаҡалдар алдына барып:
– Беҙ Паулусты үлтермәй тороп бер нәмә лә ашамаҫҡа тантаналы рәүештә ант иттек. 15Ә хәҙер һеҙ һәм Юғары кәңәшмә, уның хаҡындағы эште теүәлерәк тикшерергә теләйбеҙ тигән булып, ғәскәриҙәр башлығынан уны янығыҙға килтереүҙәрен һорағыҙ. Беҙ әҙер генә торорбоҙ ҙа уны бында килеп етмәҫ борон уҡ үлтерербеҙ, – тинеләр.
16Паулустың һеңлеһенең улы, уларҙың яуыз ниәт ҡороуҙары тураһында ишетеп, нығытмаға барып, быны Паулусҡа еткерҙе. 17Паулус иһә, йөҙ баштарының береһен саҡырып:
– Был егетте ғәскәриҙәр башлығына алып бар, уның әйтәһе һүҙе бар, – тине.
18Йөҙ башы егетте ғәскәриҙәр башлығы янына алып килде:
– Тотҡон Паулус мине саҡырып алды ла был егетте һинең яныңа килтереүемде һораны. Уның һиңә мөһим хәбәре бар.
19Ғәскәриҙәр башлығы егетте ҡулынан тотоп ситкәрәк алып китте.
– Һин миңә нимә әйтергә теләйһең? – тип һораны.
20– Йәһүдтәр, Паулус хаҡындағы эште теүәлерәк тикшереү өсөн тигән булып, иртәгә һинән Паулусты Юғары кәңәшмә алдына килтереүегеҙҙе һорарға һүҙ ҡуйышҡандар, – тип яуап бирҙе егет. – 21Ләкин һин уларҙы тыңлама, сөнки Паулусты үлтергәнгә тиклем ашамаҫҡа һәм эсмәҫкә ант иткән ҡырҡтан ашыу кеше уны һағалап тора. Улар инде Паулусты үлтерергә әҙер, һеҙҙең һүҙегеҙҙе генә көтәләр.
22Шунан һуң ғәскәриҙәр башлығы:
– Быны миңә һөйләүең тураһында бер кемгә лә әйтмә, – тип егетте ҡайтарып ебәрҙе.
Паулустың идарасы Феликсҡа ебәрелеүе
23Ғәскәриҙәр башлығы ике йөҙ башын саҡырып алды. Уларға:
– Киске сәғәт туғыҙҙа Ҡайсареяға барырға ике йөҙ йәйәүле, етмеш һыбайлы һәм ике йөҙ уҡсы ғәскәр әҙерләгеҙ. 24Паулусҡа ла аттар әҙер булһын. Уны өлкә идарасыһы Феликс янына хәүеф-хәтәрһеҙ алып барып еткерегеҙ, – тине 25һәм ошондай йөкмәткеле хат яҙҙы:
26«Клаудиус Лусиастан мөхтәрәм идарасы Феликсҡа сәләм!
27Йәһүдтәр, был кешене тотоп, үлтерергә йыйына ине. Әммә мин, уның Рим гражданы икәнен белгәс, ғәскәриҙәр менән барып ҡотҡарып алып ҡалдым.
28Аҙаҡ, уны ни өсөн ғәйепләүҙәрен белергә теләп, ул кешене йәһүдтәрҙең Юғары кәңәшмәһенә алып барҙым 29һәм ғәйепләүҙең йәһүдтәр ҡанунындағы бәхәсле мәсьәләләргә ҡағылышлы икәнлеген белдем. Әммә уны үлемгә йәки төрмәгә ябырлыҡ ғәйеп табып булманы. 30Был кешегә ҡарата ҡорған яуыз ниәт тураһында ишеткәс, мин уны тиҙ арала һиңә ебәрҙем, ғәйепләүселәргә һинең алда уға ҡаршы фекерҙәрен әйтергә әмер бирҙем».
31Шулай итеп, ғәскәриҙәр, үҙҙәренә бирелгән әмерҙе үтәп, төндә Паулусты Антипатрисҡа алып китте. 32Ә икенсе көндө, Паулусты атлы ғәскәриҙәргә тапшырып, нығытмаға кире ҡайттылар. 33Ҡайсареяға барып еткәс, ғәскәриҙәр идарасыға хатты биреп, Паулусты уның ҡарамағына тапшырҙы. 34Идарасы хатты уҡып сыҡҡас, Паулустың ҡайһы өлкәнән булыуын һораны. Киликиянан икәнен белгәс, 35был эште ғәйепләүселәр килгәс кенә тыңлаясағын әйтте. Ә Паулусты Һируд һарайы төрмәһендә һаҡ аҫтында тоторға ҡушты.

Highlight

Share

Copy

None

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in