Ғәмәлдәр 22
22
Паулустың Йәрүсәлимдә һөйләгән телмәре
1– Атайҙар һәм ағай-эне! Үҙемде яҡлап бер нисә һүҙ әйтергә рөхсәт итегеҙ, – тине Паулус.
2Уның үҙҙәре менән йәһүд телендә һөйләшкәнен ишетеп, халыҡ тынып ҡалды.
3– Мин – йәһүд, – тине Паулус. – Киликияның Тарсос ҡалаһында тыуҙым, Йәрүсәлимдә тәрбиәләндем. Хөрмәтле Ғамалиилдың шәкерте булып, атайҙар ҡанунына ентекләп өйрәтелдем. Мин дә, бөгөнгө һеҙҙең һәммәгеҙ кеүек үк, Аллаға бик ныҡ бирелгән кеше.
4Мин был юлдан барыусыларҙы үлемгә еткергәнгә тиклем эҙәрлекләнем, ир-атты ла, ҡатын-ҡыҙҙы ла бығаулап төрмәләргә ташлаттым. 5Һүҙҙәремде баш ҡаһин һәм аҡһаҡалдар кәңәшмәһе раҫлай ала. Дамаскта йәшәгән йәһүд туғандарға мин уларҙан хат алдым һәм, шул юлдан барыусыларҙы ҡулға алып, язаға тарттырыр өсөн Йәрүсәлимгә алып килергә тип, Дамаскка йүнәлгәйнем.
6Дамаскка етеп килгәндә, төш тирәһендә, ҡапыл күктән төшкән сағыу яҡтылыҡтан тирә-яғым балҡып китте. 7Мин ергә йығылдым һәм: «Шаул, Шаул! Ниңә һин Мине эҙәрлекләйһең?» – тигән тауыш ишеттем. 8«Һин кем, Әфәнде?» – тип һораным. «Мин – һин эҙәрләгән назаралы Ғайса», – тине Ул. 9Юлдаштарым яҡтылыҡты күрҙе, ләкин миңә Һөйләүсенең тауышын ишетмәне. 10Мин Унан: «Әфәндем, миңә нимә эшләргә?» – тип һораным. «Тор ҙа Дамаскка бар, унда һиңә тәғәйенләнгән барлыҡ эштәр тураһында әйтерҙәр», – тине миңә Раббы.
11Көслө яҡтылыҡтан күҙем күрмәҫ булды, шуға күрә юлдаштарым мине Дамаскка етәкләп алып барҙы. 12Унда йәһүдтәр араһында хөрмәтле, диндар һәм ҡанунға тоғро Һананиас исемле берәү 13яныма килде лә: «Шаул туған! Күҙҙәрең асылһын», – тине. Шул мәл күҙҙәрем асылды ла уны күрҙем. 14«Ата-бабаларыбыҙҙың Аллаһы Үҙ ихтыярын белергә, Хаҡ булғанды күреп, Уның тауышын ишетергә һине алдан билдәләне, – тине Һананиас. – 15Һин, бөтәһенә лә күргәндәреңде һәм ишеткәндәреңде һөйләп, Уның тураһында шаһитлыҡ ҡылырһың. 16Һуҙылма! Тор ҙа һыуға сумдырылыу йолаһын үт, Раббыға мөрәжәғәт итеп, гонаһтарыңды йыуып төшөр».
17Йәрүсәлимгә ҡайтып, Алла йортонда доға ҡылған ваҡытта миңә илаһи күренмеш килде һәм мин 18Раббыны күрҙем. Ул миңә: «Ашыҡ, Йәрүсәлимдән йәһәтерәк кит, сөнки бында Минең хаҡтағы шаһитлығыңды ҡабул итмәйәсәктәр», – тине. 19«Раббым! – тинем мин. – Ғибәҙәтхананан-ғибәҙәтханаға йөрөп, Һиңә инанған кешеләрҙе төрмәгә ултыртыуым һәм туҡмауым хаҡында улар белә. 20Һинең хаҡта шаһитлыҡ ҡылыусы Стефанустың ҡаны ҡойолған ваҡытта мин шунда инем. Мин уны үлтереүҙе хупланым, үлтереүселәрҙең кейемдәрен һаҡлап торҙом», – тип яуап бирҙем. 21Раббы миңә: «Бар, Мин һине алыҫҡа, башҡа халыҡтар янына ебәрәм», – тине.
Паулус – Рим гражданы
22Ошо һүҙҙәрҙе әйткәнсе Паулусты тыңланылар, ә унан:
– Был әҙәмде ер йөҙөнән юҡ итергә! Бындай кеше йәшәргә тейеш түгел! – тип ҡысҡыра башланылар.
23Улар аҡыра-аҡыра кейемдәрен өҫкә күтәреп болғаны, һауала туҙан туҙҙырҙы#22:23 Йәһүдтәрҙә ҡаты асыуланыуҙы белдергән хәрәкәт: ерҙән услап туҙан алғандар һәм һауаға һипкәндәр, кейемдәрен өҫкә күтәреп болғағандар.. 24Ғәскәриҙәр башлығы Паулусты нығытмаға алып китергә әмер бирҙе. Уға ҡаршы шул тиклем аҡырыуҙарҙың сәбәбен белер өсөн, уны ҡамсылап һорау алырға бойорҙо. 25Ләкин уны ҡайыштар менән бәйләгән саҡта Паулус үҙ янында торған йөҙ башынан:
– Рим гражданын хөкөм итмәй тороп ҡамсыларға рөхсәт ителәме ни һеҙгә? – тип һораны.
26Йөҙ башы, быны ишеткәс, ғәскәриҙәр башлығына барып:
– Һин нимә эшләйһең? Был бит Рим гражданы, – тине.
27Шунан һуң ғәскәриҙәр башлығы Паулус янына килде:
– Һин ысынлап та Рим гражданымы?
– Эйе, – тине Паулус.
28– Мин был гражданлыҡты бик күп аҡса түләп алдым, – тип яуап бирҙе ғәскәриҙәр башлығы.
– Ә мин Рим гражданы булып тыуҙым, – тине Паулус.
29Һорау ала торған кешеләр шунда уҡ ситкәрәк китте, ә ғәскәриҙәр башлығы, Паулустың Рим гражданы икәнен белгәс, уны бәйләргә ҡушҡаны өсөн ҡурҡыуға төштө.
Паулус Юғары кәңәшмә алдында
30Икенсе көндө, йәһүдтәрҙең Паулусты нимәлә ғәйепләүҙәрен аныҡ белергә теләп, ғәскәриҙәр башлығы баш ҡаһиндарға, Юғары кәңәшмә ағзаларының бөтәһенә лә йыйылырға әмер бирҙе һәм Паулусты, бығауҙарын систереп, улар алдына баҫтырҙы.
Currently Selected:
Ғәмәлдәр 22: БашИЯ2023
Highlight
Share
Copy

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

: