Ғәмәлдәр 21
21
Паулустың Милетостан Йәрүсәлимгә барыуы
1Беҙ, улар менән һаубуллашып, диңгеҙгә сыҡтыҡ һәм туп-тура Кос утрауындағы ҡалаға йүнәлеш алдыҡ. Икенсе көндө Родоста, унан Патара утрауында булдыҡ. 2Унда Фойникә өлкәһенә барыусы карапты табып ултырҙыҡ та ҡуҙғалып киттек. 3Кипр утрауын көньяғынан урап үтеп, Сүриә өлкәһенә табан йөҙҙөк. Тирҙа туҡталыш яһаныҡ, сөнки унда караптан йөк бушатылырға тейеш ине.
4Шәкерттәрҙе эҙләп тапҡандан һуң, яндарында ете көн булдыҡ. Улар, Рухтың иҫкәртеүенән сығып, Паулусты Йәрүсәлимгә бармаҫҡа күндерҙе. 5Әммә, китер ваҡыт еткәс, юлға сыҡтыҡ. Барлыҡ иманлылар ҡатындары һәм балалары менән беҙҙе ҡаланан сыҡҡансы оҙата барҙы, ә яр буйына килеп еткәс, бөтәбеҙ бергә тубыҡланып доға ҡылдыҡ. 6Хушлашҡандан һуң беҙ карапҡа ултырҙыҡ, улар өйҙәренә ҡайтып китте.
7Беҙ, Тирҙан юлыбыҙҙы дауам итеп, Птолемаис ҡалаһына килеп төштөк. Ундағы имандаштарҙың хәлен белеп, улар менән бер көн булдыҡ. 8Ә икенсе көндө беҙ Ҡайсареяға килдек һәм Йәрүсәлимдә һайланып алынған ете ярҙамсының#21:8 Был хаҡта 6:1-6 аяттарынан уҡығыҙ. береһе, Һөйөнөслө Хәбәрҙе таратыусы Филиппустың өйөндә туҡталдыҡ. 9Уның Алла хәбәрен иғлан итеүсе пәйғәмбәр ҡыҙҙары – кейәүгә сыҡмаған дүрт ҡыҙы бар ине.
10Беҙ килеүгә бер нисә көн уҙғас, Йәһүҙиәнән Һағаб исемле бер пәйғәмбәр килде. 11Яныбыҙға килде лә, Паулустың билбауын алып, үҙенең аяҡ-ҡулын бәйләне.
– Изге Рух: «Йәрүсәлимдәге йәһүдтәр был билбауҙың эйәһен бына шулай бәйләйәсәк һәм уны мәжүсиҙәр ҡулына тапшырасаҡ», – тип әйтә, – тине Һағаб.
12Быны ишеткәс, беҙ ҙә, унда булған башҡа кешеләр ҙә Паулустың Йәрүсәлимгә бармауын үтендек. 13Әммә ул:
– Һеҙ нимә эшләйһегеҙ? Ниңә илап, йөрәгемде телгеләйһегеҙ? Мин Раббы Ғайса исеме хаҡына Йәрүсәлимдә тотҡон булырға ғына түгел, үлергә лә әҙермен, – тип яуап бирҙе.
14Беҙ, уны күндерә алмаҫыбыҙҙы аңлағас, тынысланып:
– Раббының ихтыярынса булһын! – тинек.
15Ҡайсареяла бер ни тиклем ваҡыт үткәргәс, йыйынып, Йәрүсәлимгә киттек. 16Беҙҙең менән бергә Ҡайсареянан бер нисә шәкерт тә барҙы. Улар беҙҙе күптән иманға килгән кипрлы Мнасон атлы шәкерт янына, беҙ туҡталасаҡ өйгә алып барҙы.
Паулус Яҡуп янында
17Йәрүсәлимгә килгәс, имандаштар беҙҙе шатланып ҡабул итте. 18Икенсе көндө Паулус Яҡуп янына килде. Беҙ ҙә уға эйәреп барҙыҡ. Унда барлыҡ берҙәмлек өлкәндәре йыйылғайны. 19Паулус уларҙы сәләмләгәндән һуң, үҙенең хеҙмәте арҡылы Алланың башҡа халыҡтар араһында ниҙәр эшләгәнен ентекләп һөйләп бирҙе. 20Паулусты тыңлағас, ундағылар Алланы данланы. Шунан Паулусҡа:
– Беләһеңме, имандаш, – тинеләр, – йәһүдтәр араһында инде нисә мең иманға килгән кеше бар. Уларҙың бөтәһе лә Муса ҡанунын бик ихлас яҡлай. 21Һинең хаҡта уларға, һин, йәнәһе, бүтән халыҡтар араһында йәшәгән барлыҡ йәһүдтәрҙе улдарын сөннәткә ултыртмағыҙ, йәһүд халҡының йолаларын тотмағыҙ тип өндәп, Муса ҡанунынан баш тартырға өйрәтәһең икән, тип әйткәндәр. 22Нимә эшләргә? Әлбиттә, улар һинең килеүеңде ишетер. 23#Иҫп 6:18.Шуға күрә, кәңәшебеҙ шул: беҙҙә нәҙер әйткән дүрт кеше бар, 24улар менән бергә таҙарыныу йолаһын үтә. Сәстәрен алдыра алһындар өсөн, уларҙың сығымдарын үҙ өҫтөңә ал. Бөтәһе лә һинең хаҡта ишеткәндәренең дөрөҫ түгеллеген һәм үҙеңдең дә ҡанунға буйһоноп йәшәүеңде күрер.
25Ә инде Ғайса Мәсихкә инанған башҡа халыҡ кешеләренә килгәндә, беҙ уларға үҙебеҙҙең ҡарарҙы әйтеп хат яҙҙыҡ. «Ялған илаһтарға ҡорбан итеп килтерелгән ризыҡтан, ҡандан, быуып үлтерелгән хайуандың итенән һәм енси аҙғынлыҡтан тыйылығыҙ», – тинек уларға.
26Икенсе көндө Паулус был кешеләрҙе үҙе менән алып, улар менән бергә таҙарыныу йолаһын үтте. Шунан һуң Алла йортона инде. Унда ул таҙарыныу көндәренең ҡасан тамам буласағы һәм уларҙың һәр береһе өсөн ҡасан ҡорбан килтереләсәге хаҡында иғлан итте.
Паулустың ҡулға алыныуы
27Таҙарыныуҙың ете көнө үтте тигәндә Асия өлкәһенән килгән бер нисә йәһүд, Паулусты Алла йортонда күреп, уға ҡаршы бөтә халыҡты ҡотортто. Уны тотоп алып:
28– Исраилдар, ярҙам итегеҙ! Үҙенең өйрәтеүҙәре менән бөтөн ерҙә халҡыбыҙға, ҡанунға һәм был урынға ҡаршы ҡуйған кеше – ошо. Етмәһә, мәжүсиҙәрҙе Алла йортона алып килеп, был изге урынды мәсхәрә итте! – тип ҡысҡырҙылар.
29Улар бынан алда Эфес кешеһе Трофимусты ҡалала Паулус менән бергә күргәнлектән, уны Алла йортона Паулус алып ингән, тип уйлағайнылар.
30Бөтә ҡалала ығы-зығы ҡупты, төрлө яҡтан халыҡ йыйылды. Паулусты тотоп алып Алла йортонан һөйрәп сығарҙылар, һәм ҡапҡалар шунда уҡ бикләнде. 31Уны үлтерергә йыйынған мәлдә, ғәскәриҙәр башлығына бөтә Йәрүсәлимдә башланған буталыш тураһында хәбәр иттеләр. 32Ул, шунда уҡ ғәскәриҙәр һәм йөҙ баштарын алып, халыҡ йыйылған ергә ашыҡты. Кешеләр, башлыҡты һәм ғәскәриҙәрҙе күреп, Паулусты туҡмауҙан туҡтаны. 33Ғәскәриҙәр башлығы, яҡыныраҡ килеп, Паулусты ҡулға алды, уны ике сылбыр менән бығауларға әмер бирҙе.
– Был кеше кем һәм ул нимә эшләне? – тип һораны ул.
34Халыҡ араһында берәүҙәр – бер, икенселәре икенсе нәмә ҡысҡырҙы. Ғәскәриҙәр башлығы бындай шау-шыуҙа эштең ниҙәлеген аңлай алманы, шунлыҡтан Паулусты нығытмаға алып барырға ҡушты. 35Улар баҫҡысҡа килеп еткәндә, халыҡ шул тиклем ҡыҫҡайны, ғәскәриҙәргә Паулусты күтәреп барырға тура килде. 36Халыҡ төркөмө:
– Үлем уға! – тип ҡысҡыра-ҡысҡыра эйәреп барҙы.
37Нығытма ишектәренә яҡынлашҡас, Паулус ғәскәриҙәр башлығына:
– Һиңә бер нәмә әйтергә мөмкинме? – тине.
– Һин грекса беләһең икән дә баһа! – тип ғәжәпләнде теге. – 38Тимәк, яңыраҡ фетнә күтәреп, дүрт мең юлбаҫарҙы үҙе артынан сүлгә алып сыҡҡан Мысыр кешеһе түгелһең инде?
39– Мин – йәһүд, Киликия өлкәһендәге арыу уҡ танылған Тарсос ҡалаһынан. Үтенәм, халыҡҡа һөйләргә рөхсәт ит, – тине Паулус уға.
40Ғәскәриҙәр башлығы рөхсәт бирҙе. Паулус баҫҡыста торған килеш халыҡҡа тынысланырға ишара яһаны. Тынлыҡ урынлашҡас, Паулус йәһүд телендә һөйләй башланы.
Currently Selected:
Ғәмәлдәр 21: БашИЯ2023
Highlight
Share
Copy

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

: