І Тимоҫеусҡа 2
2
Ғибәҙәт ҡылыу тураһында кәңәштәр
1-2Иң элек шуны үтенеп һорайым: барлыҡ кешеләр, шулай уҡ батшалар һәм барлыҡ хакимиәт кешеләре өсөн дә Алла алдында доға ҡылығыҙ, һорағыҙ, ялбарығыҙ һәм рәхмәт белдерегеҙ. Беҙҙең һәр яҡлап Аллаға ихтирамлы һәм кешеләргә тейешенсә мөнәсәбәттә булып, имен һәм тыныс ғүмер итеүебеҙ өсөн шулай итегеҙ. 3Был яҡшы ла, Ҡотҡарыусы Аллабыҙ ҙа уны хушһынып ҡабул итә. 4#Зөл 33:11.Ул бөтә кешеләрҙең дә ҡотолоуын һәм хәҡиҡәтте таныуын теләй бит.
5Алла бер, Алла менән кешеләр араһында бәйләнеш булдырыусы ла бер. Ул – Кеше Ғайса Мәсих. 6Ул бөтә кешеләрҙе ҡотҡарыу хаҡын Үҙ ғүмере менән түләне. Быға Алла тарафынан билдәләнгән ваҡытта шаһитлыҡ бирелде.
7Шуның өсөн мин бүтән халыҡтарға иман һәм хәҡиҡәт өйрәтеүсе, вәғәз таратыусы илсе итеп ҡуйылдым. Дөрөҫөн һөйләйем, ялғанламайым.
8Инде ирҙәрҙең ярһымайынса һәм бәхәсләшмәйенсә, саф намыҫ менән ҡулдарын күтәреп доға ҡылыуҙарын теләйем. 9Ҡатындарҙың да сәстәрен төрләндереп үрмәүен, алтын йәки ынйы таҡмауын, ҡиммәтле кейемдәр кеймәүен, ә тыйнаҡ кейенеп, әҙәп һәм намыҫ һаҡлап, 10Аллаға тоғро һәм ихтирамлы ҡатын-ҡыҙҙарға хас булғанса, үҙҙәрен яҡшы эштәр менән биҙәүен теләйем. 11Ҡатын-ҡыҙ шым һәм тулы күндәмлек менән өйрәнһен. 12Ҡатындарға ирҙәрен өйрәтергә, уларға баш булырға рөхсәт итмәйем, улар шым ултырһын. 13Тәүҙә бит Әҙәм, унан Һауа яратылған. 14Әҙәм алданмаған, ә ҡатын, алданып, гонаһҡа төшкән. 15Әгәр ҡатын иман һәм мөхәббәттә, изгелек һәм әхлаҡлылыҡ һаҡлап йәшәһә, әсәлек бурысын үтәүсе булараҡ, ҡотҡарыласаҡ.
Currently Selected:
І Тимоҫеусҡа 2: БашИЯ2023
Highlight
Share
Copy
Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023