І Тимоҫеусҡа 3
3
Имандаштар берҙәмлеге етәксеһенең сифаттары
1Кем имандаштар берҙәмлегенә етәксе булырға ынтыла, шуның ниәте изге, тигән һүҙҙәр хаҡ. 2Етәксе намыҫлы тормош алып барған, ҡатынына тоғро ир, айыҡ аҡыллы, тотанаҡлы, ихтирам ҡаҙанған, ҡунаҡсыл, өйрәтеүгә маһир булырға тейеш, 3ул эсеп йөрөмәҫкә, һуғыш суҡмары ла, аҡса ҡоло ла булмаҫҡа, ә иғтибарлы булырға һәм тыныслыҡ һөйөргә, 4үҙ ғаиләһе менән оҫта идара итергә, балаларын ихтирамға лайыҡ, тыңлаусан итеп тәрбиәләргә бурыслы. 5Әгәр үҙ ғаиләһе менән идара итә белмәһә, Алла берҙәмлеге хаҡында нисек хәстәрләй алыр? 6Етәксе, әреләнеп китеп, Иблис төшкән хөкөмгә дусар ителмәһен өсөн, ул иманға яңы ғына килеүселәр араһынан булырға тейеш түгел. 7Ғәйеп тыуҙырмаҫ һәм Иблис тоҙағына эләкмәҫ өсөн, етәксенең сит кешеләр араһында ла даны яҡшы булыуы мотлаҡ.
Ярҙамсыларҙың сифаттары
8Ярҙамсылар шулай уҡ ике йөҙлөләнмәҫкә, эсеү менән мауыҡмаҫҡа, һаранланмаҫҡа, ихтирамға лайыҡ булырға, 9иманыбыҙҙың серле асылын саф выждан менән һаҡларға тейеш. 10Уларҙы ла башта һынап ҡараһындар, шунан ғына, әгәр тел тейҙермәҫлек булһалар, хеҙмәт итһендәр. 11Шулай уҡ ярҙамсы ҡатындар#3:11 Ярҙамсы ҡатындар – был һүҙбәйләнеште «ярҙамсыларҙың ҡатындары» тип тә аңларға мөмкин. ҙа ихтирамға лайыҡ, ғәйбәт һөйләп йөрөмәгән, айыҡ аҡыллы, һәр яҡлап ышаныс яулаған кеше булһын. 12Ярҙамсы үҙенең ҡатынына тоғро ир булырға, балаларына һәйбәт тәрбиә бирергә һәм ғаиләһе менән оҫта идара итергә тейеш. 13Яҡшы хеҙмәт иткән ярҙамсылар ҙур дәрәжәгә күтәрелә һәм Ғайса Мәсихкә булған имандарында тәүәккәллектәре арта.
Имандың серле асылы
14Быны мин тиҙҙән һинең яныңа килеремә ышанып яҙам, 15әгәр мин оҙаҡлаһам, хәҡиҡәттең терәге һәм нигеҙе булған тере Алланың берҙәмлегендә, йәғни Алла йортонда үҙеңде нисек тоторға кәрәклеген белергә тейешһең. 16Иманыбыҙҙың серле асылының бөйөк булыуы бәхәсһеҙ:
Ул кеше тәнендә килде,
Уның хаҡлығы Изге Рух ярҙамында раҫланды,
Уны фәрештәләр күрҙе,
Ул халыҡтар араһында вәғәзләнде,
донъяла иман менән ҡабул ителде,
дан менән күккә күтәреп алынды.
Currently Selected:
І Тимоҫеусҡа 3: БашИЯ2023
Highlight
Share
Copy
Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023