YouVersion Logo
Search Icon

І Яхъя 5

5
Мәңгелек тормош – Алла Улында
1Ғайсаның Мәсих булыуына инанған һәр кем Алланан тыуған. Атаны яратҡан һәр кем Унан тыуған баланы ла ярата. 2Беҙ Алланы яратҡанда һәм Уның бойороҡтарын үтәгәндә Алланың балаларын да яратҡаныбыҙҙы беләбеҙ. 3Алланы яратыуыбыҙ – Уның бойороҡтарын үтәүебеҙ ул. Ә Уның бойороҡтары ауыр түгел, 4сөнки Алланан тыуған һәр кем донъяны еңә. Донъяны еңеүгә беҙ иманыбыҙ арҡаһында өлгәштек. 5Кем донъяны еңә һуң? – Ғайсаның Алла Улы булыуына инаныусылар ғына.
6Ул, Ғайса Мәсих, Үҙенең сумдырылыу һыуы һәм үлеменең ҡаны аша килгән. Һыу аша ғына түгел, ә һыу һәм ҡан аша килгән. Был хаҡта Рух шаһитлыҡ ҡыла, сөнки Рух – хәҡиҡәт ул. 7Өс шаһит бар: 8Рух, һыу һәм ҡан. Улар өсөһө лә бер үк төрлө шаһитлыҡ ҡыла. 9Беҙ кешеләр шаһитлығын ҡабул итәбеҙ, ә Алланың шаһитлығы бөйөгөрәк: был бит Алланың Улы тураһында биргән шаһитлығы. 10Алла Улына инанған кешенең үҙендә ошо шаһитлыҡ бар. Аллаға инанмаған кеше Уны ялғансы итеп күрһәтә, сөнки ул кеше Алланың Үҙ Улы хаҡында биргән шаһитлығына ышанмаған. 11Был шаһитлыҡ шунан ғибәрәт: Алла беҙгә мәңгелек тормош бирҙе, һәм беҙ был тормошто Уның Улы аша алабыҙ. 12Үҙендә Алланың Улы булған кешенең тормошо бар, Үҙендә Алла Улы юҡтың тормошо юҡ.
13Мин быны һеҙгә, Алла Улына инаныусыларға, үҙегеҙҙең мәңгелек тормошоғоҙ барлығын белегеҙ, тип яҙҙым. 14Беҙҙең шуға тулы ышанысыбыҙ бар: Алланың ихтыяры буйынса нимә генә һораһаҡ та, Ул беҙҙе ишетә. 15Нимә генә һораһаҡ та, Уның ишетеүен беләбеҙ икән, һорағаныбыҙҙы алырыбыҙҙы ла беләбеҙ.
16Әгәр берәй кеше имандашының үлемгә килтермәгән гонаһ ҡылғанын күрһә, уның өсөн доға ҡылһын, һәм Алла уның имандашына йәшәү бирәсәк. Быны мин үлемгә килтермәгән гонаһ ҡылыусылар хаҡында әйтәм. Үлемгә килтереүсе гонаһ бар: был гонаһ өсөн доға ҡылығыҙ, тимәйем. 17Һәр яуызлыҡ – гонаһ, әммә һәр гонаһ үлемгә килтермәй.
18Алланан тыуған кешеләрҙең гонаһ ҡылмағанын беҙ беләбеҙ. Алланан тыуған Улан уларҙы һаҡлай һәм Иблис уларға ҡағыла алмай. 19Беҙ – үҙебеҙҙең Алланан булыуыбыҙҙы, ә бөтә донъяның Иблис хакимлығы аҫтында булғанын беләбеҙ. 20Беҙ Алланың Улы килгәнен һәм хаҡ Алланы таныр өсөн беҙгә аң биргәнен дә беләбеҙ. Һәм беҙ – хаҡ Аллала, Уның Улы Ғайса Мәсихтә. Ул – хаҡ Алла һәм мәңгелек тормош.
21Балаларым, ялған илаһтарҙан һаҡланығыҙ.

Highlight

Share

Copy

None

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in