YouVersion Logo
Search Icon

І Яхъя 4

4
Хәҡиҡәт Рухы һәм ялғанлыҡ рухы
1Һөйөклөләрем! Рухтарҙың һәр береһенә ышанмағыҙ, уларҙың ысынлап та Аллананмы икәнлеген һынап ҡарағыҙ, сөнки донъяла ялған пәйғәмбәрҙәр бик күп. 2Алла Рухын һеҙ былай танырһығыҙ: Ғайса Мәсихтең донъяға кеше тәнендә килгәнен ҡабул иткән һәр рух Алланан була. 3Ғайсаны танып белмәгән бер рух та Алланан түгел, ул – Мәсих дошманының рухы, һеҙ уның килере тураһында ишеткәйнегеҙ, һәм ул хәҙер донъяла инде.
4Һеҙ, балаларым, – Алланан, һәм һеҙ ялған пәйғәмбәрҙәрҙе еңдегеҙ, сөнки һеҙҙә Булған донъяла булғандан өҫтөн. 5Ялған пәйғәмбәрҙәр – был донъяныҡы, шуға күрә улар һөйләгән һүҙҙәр – был донъяныҡы, һәм донъя кешеләре уларҙы тыңлай. 6Беҙ – Алланан. Алланы танып белеүсе беҙҙе тыңлай. Алланан булмағандар иһә беҙҙе тыңламай. Шуның аша беҙ хәҡиҡәт Рухын һәм ялғанлыҡ рухын таныйбыҙ.
Алла – мөхәббәт
7Һөйөклөләрем! Бер-беребеҙҙе яратайыҡ, сөнки мөхәббәт – Алланан. Һәр яратҡан кеше Алланан тыуған һәм Алланы танып белә. 8Яратмаған әҙәм Алланы танып белмәй, сөнки Алла – мөхәббәт ул. 9Алла беҙгә һөйөүен бына нисек күрһәтте: Ул Үҙенең берҙән-бер Улын, Уның аша беҙгә йәшәү бирер өсөн, донъяға ебәрҙе. 10Мөхәббәт шунан ғибәрәт: ул – беҙҙең Алланы яратыуыбыҙҙа түгел, ә Уның беҙҙе яратыуында һәм, гонаһтарыбыҙ ярлыҡанһын өсөн, ҡорбан итеп Үҙенең Улын ебәреүендә. 11Һөйөклөләрем, Алла беҙҙе шулай яратҡанға күрә беҙгә лә бер-беребеҙҙе яратырға кәрәк. 12Алланы бер кем һис ҡасан күрмәгән. Әммә беҙ бер-беребеҙҙе яратһаҡ, Алла беҙҙә йәшәр һәм Уның мөхәббәте беҙҙә камиллашҡан булыр.
13Беҙ – Аллала, Алланың беҙҙә булғанын Уның беҙгә биргән Рухынан беләбеҙ. 14Ата Үҙенең Улын ошо донъяға Ҡотҡарыусы итеп ебәргәнен беҙ үҙебеҙ күрҙек һәм быға шаһитлыҡ ҡылабыҙ. 15Кем дә кем Ғайсаның Алла Улы булыуын таный, ул кешелә Алла бар һәм ул үҙе лә – Аллала. 16Беҙ Алланың беҙгә булған һөйөүен танып белдек һәм һөйөүенә инандыҡ. Алла – мөхәббәт. Мөхәббәттә йәшәүсе – Аллала, Алла унда булыр. 17Мөхәббәт беҙҙең арала камиллыҡҡа етте, шуға күрә ҡиәмәт көнөн беҙ ышаныс менән ҡаршыларбыҙ, сөнки Ғайса ниндәй булһа, беҙ ҙә был донъяла шундайбыҙ. 18Мөхәббәттә ҡурҡыу юҡ, камил мөхәббәт ҡурҡыуҙы ҡыуа. Ҡурҡыу яза менән бәйле, һәм кем ҡурҡа, ул мөхәббәттә камиллыҡҡа өлгәшмәгән әле.
19Беҙ яратабыҙ, сөнки беренсе булып беҙҙе Алла яратты. 20Әгәр берәү: «Мин Алланы яратам», – тиһә, ә үҙе имандашын күрә алмаһа, ул – ялғансы. Үҙе күреп торған имандашын яратмаған кеше күрмәгән Алланы ярата алмай. 21Алла беҙгә: «Алланы яратҡан кеше үҙенең туғанын да яратһын», – тип бойорҙо.

Highlight

Share

Copy

None

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in