ІІ Яхъя 1
1
1Берҙәмлек өлкәненән Алла һайлап алған һәм мин ихлас яратҡан ханымға#1:1 Ханымға – күрәһең, һүҙ имандаштар берҙәмлеге тураһында бара. Ул ваҡытта «балалары» тигәнде уның ағзалары тип аңларға мөмкин. һәм уның балаларына. Һеҙҙе мин генә түгел, хәҡиҡәтте танып белгәндәрҙең барыһы ла ярата, 2сөнки хәҡиҡәт беҙҙә йәшәй һәм мәңге беҙҙең менән ҡаласаҡ.
3Атабыҙ Алланан һәм Уның Улы Ғайса Мәсихтән бирелгән мәрхәмәт, шәфҡәт һәм именлек хәҡиҡәттә һәм мөхәббәттә беҙҙең менән булһын.
Хәҡиҡәт һәм мөхәббәт
4Һинең балаларың араһында, беҙгә Ата бойорғанса, хәҡиҡәт юлында булыусыларҙы тапҡаныма бик ҡыуандым. 5Хәҙер, ханым, мин һиңә бойороҡтоң яңыһын түгел, ә баштан уҡ беҙ ҡабул иткәнен яҙам һәм үтенәм: бер-беребеҙҙе яратайыҡ. 6Мөхәббәт – ул Алла бойороҡтарын үтәп йәшәү. Һеҙ баштан уҡ ишеткән бойороҡ ана шул, һәм һеҙ шуның буйынса йәшәргә тейеш.
7Донъяла Ғайса Мәсихтең кеше тәнендә килеүен инҡар иткән ялғансылар күбәйеп китте. Ундайҙар – алдаҡсы һәм Мәсихтең дошмандары. 8Хеҙмәт ҡылып тапҡанығыҙҙы юғалтмаҫ, әммә әжерегеҙҙе тулыһынса алыр өсөн, һаҡ булығыҙ. 9Мәсихтең тәғлимәтен тотмаған һәм унан ситкә тайпылған кешелә Алла юҡ. Мәсих тәғлимәтенә тоғро кеше иһә Ата менән дә, Уның Улы менән дә берҙәм йәшәй. 10Әгәр ҙә һеҙгә берәү килһә, ләкин был тәғлимәтте алып килмәһә, ул кешене өйөгөҙҙә ҡабул итмәгеҙ һәм уға сәләм бирмәгеҙ. 11Сәләмләгән кеше уның яуыз эштәренә ҡушылған булыр.
Һуңғы һүҙҙәр
12Һеҙгә яҙа торған һүҙҙәрем күп, әммә ҡағыҙ һәм ҡара аша мөрәжәғәт итергә теләмәйем. Ә ҡыуанысыбыҙ тулы булһын өсөн, янығыҙға барып, һеҙҙең менән күҙгә-күҙ ҡарашып һөйләшергә өмөтләнәм.
13Алла һайлап алған ҡыҙ туғаныңдың балалары һине сәләмләйҙәр.
Currently Selected:
ІІ Яхъя 1: БашИЯ2023
Highlight
Share
Copy

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

: