YouVersion Logo
Search Icon

І Коринҫостарға 9

9
Илсенең хоҡуҡтары һәм бурыстары
1Мин ирекле түгелме ни? Әллә Мәсихтең илсеһе түгелменме? Раббыбыҙ Ғайсаны күрмәнемме йә һеҙ Раббыға хеҙмәт итеүемдең һөҙөмтәһе түгелме? 2Башҡалар өсөн, бәлки, илсе түгелмендер, әммә һеҙҙең өсөн – илсемен, сөнки һеҙҙең Раббыла булыуығыҙ илселегемде дәлилләп тора.
3Мине ғәйепләүселәргә үҙемде яҡлап шулай тип яуап бирәм: 4ризыҡ һәм эсемлек алырға хаҡыбыҙ юҡмы әллә? 5Йә башҡа илселәр, Раббының ҡустылары һәм Кефас кеүек, иман юлындағы ҡатыныбыҙҙы сәйәхәткә алырға хаҡыбыҙ юҡмы? 6Йәиһә Барнабас менән мин генә йәшәү өсөн эшләргә тейешбеҙме?
7Ҡайһы ғәскәриҙең ҡасан да булһа үҙ иҫәбенә хеҙмәт иткәне бар? Ниндәй баҡсасы үҙе ултыртҡан йөҙөм емештәрен ашамай? Ҡайһы көтөүсе үҙенең көтөүенән һөт эсмәй? 8Мин быларҙы әҙәмсә фекерләп һөйләйемме? Ҡанун да ошо хаҡта әйтә түгелме һуң? 9#Ҡнн 25:4.Муса ҡанунында былай тип яҙылған бит: «Ашлыҡ һуҡҡан үгеҙҙең ауыҙын ҡаплап ҡуйма». Алла үгеҙҙәр хаҡында ғына хәстәрлек күрәме ни? 10Әллә ул һүҙҙәр беҙҙең өсөн әйтелгәнме? Әлбиттә, был беҙҙең өсөн яҙылған, сөнки һөргән кеше уңыштан үҙенә лә өлөш сығыр тигән өмөт менән һөрөргә, ашлыҡ һуғыусы ла шундай уҡ өмөт менән һуғырға тейеш. 11Беҙ күңелдәрегеҙҙә рухи орлоҡ сәскәнбеҙ икән, матди уңыш алырға өмөтләнеп, һеҙҙән күпте талап итәбеҙме ни? 12Башҡаларҙың һеҙҙән ярҙам алырға хоҡуғы булғанда, беҙҙеке күберәк түгелме һуң? Әммә беҙ был хоҡуҡтан файҙаланманыҡ, Мәсих тураһындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе таратыуға ҡамасауламаҫ өсөн, барыһына ла түҙәбеҙ. 13Алла йортонда хеҙмәт итеүселәрҙең шул Йорттан туҡланыуҙарын белмәйһегеҙме әллә? Ҡорбан усағында хеҙмәт иткәндәр ҙә шундағы ҡорбандан өлөш ала, быны ла белмәйһегеҙме? 14Шуның һымаҡ, Раббы Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләүселәргә шул хеҙмәт иҫәбенә йәшәргә ҡушҡан.
15Әммә мин ул хоҡуҡтарҙың береһен дә файҙаланманым. Был һүҙҙәрҙе лә һеҙҙән ярҙам көткән өсөн яҙмайым. Киреһенсә, мин хатта үлергә лә әҙермен! Бының менән маҡтаныу хоҡуғынан мине бер кем дә мәхрүм итә алмай. 16Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләйем икән, маҡтанырға бер сәбәбем дә юҡ, сөнки был – минең өсөн мотлаҡ булған вазифа. Әгәр вәғәзләүҙән туҡтаһам, ҡайғы миңә! 17Үҙ теләгем менән вәғәзләһәм, әжере булыр ине. Әммә үҙ теләгем менән башҡармайым икән, ни бары үҙемә ышанып тапшырылған хеҙмәтте үтәйем. 18Әжерем ниҙә һуң? Ул шунан ғибәрәт: мин Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләгәндә, был хеҙмәтте бушлай атҡарам, үҙ хоҡуҡтарымды файҙаланмайым.
19Бар нәмәнән азат булһам да, мөмкин тиклем күберәк кешене Мәсихкә килтереү өсөн, үҙемде бөтөнөһөнә ҡол иттем. 20Йәһүдтәрҙе Мәсихкә килтереү өсөн, уларға йәһүд кеүек булдым, ҡанунға буйһонғандарҙы Мәсихкә килтереү өсөн, үҙем ҡанун аҫтында булмаһам да, улар янында ҡанунға буйһоноусы кеүек булдым, 21ҡанунға ят булғандарҙы Мәсихкә килтереү өсөн, улар янында ҡанунды белмәүсе кеүек булдым. Әлбиттә, был Алла алдында ҡанунһыҙ йәшәйем тигәнде аңлатмай, сөнки мин Мәсих ҡанунына буйһонам. 22Көсһөҙҙәрҙе Мәсихкә килтереү өсөн, улар янында көсһөҙ булдым. Нисек булһа ла, һис юғы бер нисәүһен ҡотҡарыу өсөн, мин бөтәһе өсөн барыһына әйләндем. 23Һөйөнөслө Хәбәрҙең фатихаларын уртаҡлашыу өсөн, быларҙың һәммәһен дә Һөйөнөслө Хәбәр хаҡына башҡарам.
24Ярыш майҙанында бөтөнөһө йүгерһә лә, берәүҙең генә бүләк алғанын белмәйһегеҙме ни? Шулай булғас, бүләк алыу өсөн йүгерегеҙ. 25Ярышта ҡатнашҡандарҙың барыһы ла ныҡлап әҙерләнә. Улар быны һулып ҡала торған таж алыу өсөн эшләһә, беҙ ынтылған таж бер ҡасан да һулымай. 26Шуға күрә лә мин маҡсатһыҙ йүгергән кеше кеүек йүгермәйем, һауаға һуғыусы кеүек тә киҙәнмәйем. 27Башҡаларға Һөйөнөслө Хәбәрҙе иғлан итеп тә, үҙем әжеренән ҡоро ҡалмаҫ өсөн, тәнемде сыныҡтырам һәм уны үҙ ихтыярыма буйһондорам.

Highlight

Share

Copy

None

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in