І Коринҫостарға 10
10
Ялған илаһтарға табыныуҙан киҫәтеү
1 #
Сығ 13:21-22; 14:21-22. Имандаштар, ата-бабаларығыҙ менән булып уҙған хәлдәрҙе иҫегеҙгә төшөрөргә теләйем. Уларҙың бөтәһе лә болот аҫтында булған һәм диңгеҙ аша үткән. 2Бөтәһе лә шул болотҡа һәм диңгеҙгә һыуға сумдырылғандай, Мусаның эйәрсендәре булып киткәндәр, 3#Сығ 16:35; 17:6; Иҫп 20:10-11.һәммәһе лә бер үк рухи ризыҡ менән туҡланған 4һәм бөтәһе лә бер үк рухи эсемлекте эскән. Улар бит үҙҙәренең артынан килгән рухи ҡаянан эскән, ә был ҡая – Мәсих. 5Әммә Алла уларҙың күбеһенә риза булманы, шунлыҡтан кәүҙәләре сүллектә ятып ҡалды.
6Улар менән булған хәлдәр – беҙҙең өсөн иҫкәртеү: беҙ, уларҙан айырмалы, яуызлыҡҡа әүәҫ булырға тейеш түгелбеҙ. 7#Сығ 32:6.Шулай уҡ, ҡайһы берҙәре кеүек, ялған илаһтарға табыныусылар булмағыҙ. Улар хаҡында Изге Яҙмала: «Халыҡ ашарға-эсергә кереште, артабан инде күңел асырға тотондо», – тип әйтелгән. 8#Иҫп 25:1-9.Бәғзе берәүҙәр кеүек фәхешлек итмәйек – бер көн эсендә уларҙың егерме өс меңе һәләк булды. 9#Иҫп 21:4-6.Ҡайһы берәүҙәр кеүек Мәсихте һынамайыҡ – улар йылан саҡҡандан үлде. 10#Иҫп 16:41-49.Зарланмағыҙ, уларҙың бәғзеләре зарланып, йән алыусы фәрештә тарафынан ҡырылды.
11Был хәлдәрҙең барыһы ла башҡаларға һабаҡ булһын өсөн эшләнгән, һәм беҙҙе, ахырызаман яҡынлашҡан саҡта йәшәгәндәрҙе, иҫкәртеп яҙылған. 12Шуның өсөн, аяғымда ныҡ баҫып торам, тип уйлаған һәр кем йығылмаҫ өсөн һаҡ булһын. 13Һеҙ ябай әҙәм хәленән килгән һынауҙарға ғына дусар булдығыҙ. Алла ышаныслы, һәм Ул көсөгөҙ етмәҫлек һынауҙарға юл ҡуймаясаҡ. Һынауҙарҙы йырып сығыр өсөн, Ул әмәлен дә күрһәтәсәк.
14Шуға күрә, һөйөклөләрем, ялған илаһтарға табыныуҙан ҡасығыҙ. 15Мин һеҙгә аҡыллы кешеләргә әйткән кеүек өндәшәм, әйткәндәрем тураһында үҙегеҙ уйлағыҙ. 16Беҙ Аллаға рәхмәт белдергән шөкөр туҫтағынан эсәбеҙ. Был һәммәбеҙҙең дә Мәсих ҡанында ҡатнашлығы барлығын аңлатмаймы? Беҙ икмәкте бүлеп алабыҙ һәм ашайбыҙ. Был бөтәбеҙҙең дә Мәсих тәнендә өлөшө барлығын аңлатмаймы ни? 17Икмәк берәү, һәм беҙ, күмәк булһаҡ та, бер тәнде тәшкил итәбеҙ, сөнки бер икмәкте уртаҡлашабыҙ.
18Исраил халҡына ҡарағыҙ: килтерелгән ҡорбан итен ашаусылар ҡорбан усағындағы ғибәҙәттә ҡатнашыусылар түгелме ни? 19Бының менән нимә әйтергә теләйем? Ялған илаһтарға килтерелгән ҡорбан берәй әһәмиәткә эйә типме, әллә илаһ үҙе берәй мәғәнәгә эйә типме? 20Әлбиттә, юҡ. Әммә мәжүсиҙәр Аллаға түгел, ендәргә ҡорбан сала. Ә мин һеҙҙең ендәр менән аралашыуығыҙҙы теләмәйем. 21Раббы туҫтағынан да, ен туҫтағынан да бер юлы эсә алмайһығыҙ. Раббының да, ендең дә табынында бер юлы ҡатнашыу мөмкин түгел. 22Беҙ Раббыла көнсөллөк тыуҙырырға теләйбеҙме ни? Әллә Унан ҡөҙрәтлерәкбеҙме?
23Һеҙ: «Бөтә нәмә рөхсәт ителә», – тиһегеҙ, әммә барыһы ла файҙалы түгел. «Бөтә нәмә рөхсәт ителә», әммә бөтә нәмә лә һабаҡ булып хеҙмәт итмәй. 24Һәр кем үҙенә файҙа булғанды түгел, ә башҡаға файҙалыны эҙләһен.
25Ит баҙарында һатылған нәмәләрҙе тыныс күңел менән ашағыҙ, уның ҡайҙан алыныуы тураһында һорашмағыҙ. 26#Зәб 23:1.Изге Яҙмала әйтелгәнсә: «Ер йөҙө һәм ундағы бөтә нәмә Раббыныҡы».
27Әгәр иманһыҙҙарҙың береһе һеҙҙе үҙенә саҡырһа һәм һеҙ унда барырға теләһәгеҙ, тәҡдим ителгән барлыҡ ризыҡты тыныс күңел менән ашағыҙ, уның ҡайҙан алыныуы тураһында һорашмағыҙ. 28Әгәр инде берәйһе: «Был ҡорбан ите», – тиһә, шул хәбәрҙе әйтеүсе өсөн һәм выждан хаҡына ашамағыҙ. 29Выждан тигәндән, һеҙҙең выжданығыҙҙы түгел, ә шул кешенекен күҙ уңында тотам. Ни өсөн әле минең азатлығым башҡа берәүҙең выжданы менән сикләнергә тейеш? 30Әгәр ризыҡты рәхмәт доғаһы ҡылып ҡабул итәм икән, ни өсөн мине был ризыҡ өсөн шелтәләргә? 31Шулай итеп, ашайһығыҙмы, эсәһегеҙме, әллә башҡа берәй нәмә эшләйһегеҙме – бөтәһен дә Алла даны өсөн башҡарығыҙ. 32Йәһүдтәргә лә, йәһүд булмағандарға ла, Алла берҙәмлегенә лә ҡаршылыҡ булып тормағыҙ. 33Мин дә үҙ файҙама түгел, ә күптәрҙең файҙаһы хаҡында хәстәрлек күрәм, бар нәмәлә уларға ярарға тырышам, сөнки уларҙың ҡотолоуын теләйем.
Currently Selected:
І Коринҫостарға 10: БашИЯ2023
Highlight
Share
Copy

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

: