І Коринҫостарға 8
8
Ялған илаһтарға ҡорбан ителгән ризыҡ тураһында
1Ялған илаһтарға ҡорбан ителгән иткә килгәндә, «был турала бөтәбеҙҙең дә белемебеҙ бар» тиһегеҙ. Был ысынлап та шулай. Әммә белем кешене һауалы итә, ә мөхәббәт – нығыта. 2Берәйһе нимәнелер беләм тип уйлай икән, ул тейешле кимәлдә белмәй әле. 3Алланы яратыусы иһә Алла тарафынан таныла.
4Шулай итеп, ялған илаһтарға ҡорбан ителгән ит менән туҡланыуға килгәндә, беҙ шуны беләбеҙ: донъяла ялған илаһтар бер әһәмиәткә лә эйә түгел һәм берҙән-бер Алланан башҡа бер ниндәй илаһ та юҡ. 5Ерҙә йәки күктә илаһ тип аталғандар булған хәлдә лә (ә ундай «илаһтар» ҙа, «хужалар» ҙа ысынлап та күп), 6Аллабыҙ берәү генә – беҙҙең Атабыҙ. Бөтә нәмә – Унан, Ул беҙҙең йәшәйешебеҙҙең маҡсаты. Раббыбыҙ ҙа берәү – Ғайса Мәсих, бөтә нәмә Уның аша булдырылды һәм беҙ Уның аша йәшәйбеҙ.
7Барыһы ла бындай белемгә эйә түгел бит. Ҡайһы берәүҙәр әле һаман ялған илаһтар тураһындағы элекке ҡараштарҙан баш тартмай. Ҡайһы берәүҙәр ялған илаһтарға шул тиклем күнеккән, килтерелгән ҡорбан итен ашағанда, ялған илаһтарға бағышланған ит тип ҡабул итәләр, шуның менән көсһөҙ выждандары бысрана. 8Ризыҡ беҙҙе Аллаға яҡынайтмай. Ашау менән бер нәмәгә лә өлгәшмәйбеҙ, ашамау менән дә бер нәмә лә юғалтмайбыҙ.
9Әммә һаҡ булығыҙ: һеҙҙең был азатлығығыҙ бер нисек тә көсһөҙҙәр өсөн абынырға сәбәп булмаһын. 10Әгәр берәйһе һинең, белемле кешенең, ялған илаһ йортонда ашап ултырыуыңды күреп ҡалһа, выжданы көсһөҙ булғанлыҡтан, ялған илаһтарға ҡорбан ителгән итте ашарға ярай, тип ҡыҙыҡмаҫмы? 11Ул саҡта һинең белемең выжданы көсһөҙ булған имандашыңды һәләк итер, Мәсих уның өсөн дә үлде бит. 12Һеҙ имандаштарығыҙға ҡарата ошо рәүешле гонаһ ҡылыуығыҙ һәм уларҙың көсһөҙ выжданын яралауығыҙ менән Мәсихкә ҡарата гонаһ ҡылаһығыҙ. 13Бына шуға күрә, мин ашаған ризыҡ имандашымды гонаһҡа төшөрөүгә сәбәпсе булһа, уны гонаһҡа этәрмәҫ өсөн ғүмерем буйына ит ашамам.
Currently Selected:
І Коринҫостарға 8: БашИЯ2023
Highlight
Share
Copy

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

: