YouVersion Logo
Search Icon

І Коринҫостарға 6

6
Иманлылар араһындағы дәғүәләр
1Арағыҙҙа берәй туғанына дәғүәһе булған кеше изгеләр алдында түгел, ә иманһыҙҙар алдында хөкөм эше ҡуҙғатырға нисек баҙнат итә ала? 2Донъяның изгеләр хөкөмөнә ҡаласағын белмәйһегеҙме ни? Донъя һеҙҙең хөкөмгә ҡала икән, ваҡ-төйәк эштәрҙе хәл итергә ҡулығыҙҙан килмәйме ни? 3Фәрештәләрҙе хөкөм итәсәгебеҙҙе лә белмәйһегеҙме әллә? Көнкүреш эштәрен хәл итә алмаҫһығыҙмы ни? 4Ә һеҙ, көндәлек дәғүәләрҙе хәл итергә кәрәккәндә, берҙәмлектә һүҙенең баһаһы булмағандарҙы хөкөмдар итеп ҡуяһығыҙ. 5Һеҙҙе намыҫландырыр өсөн әйтәм: арағыҙҙа имандаштар араһындағы бәхәстәрҙе хәл итерлек бер генә аҡыллы кеше лә юҡмы ни? 6Имандаш менән имандаш дәғүәләшә, өҫтәүенә, был иманһыҙҙар алдында эшләнә! 7Бер-берегеҙ араһында дәғүәләр булыуы үҙе үк һеҙҙең өсөн тулыһынса еңелеү булып тора. Һеҙгә рәнйетелгән килеш ҡалыу өҫтөнөрәк түгелме? Алданған булып ҡалыу яҡшыраҡ түгелме? 8Әммә һеҙ үҙегеҙ рәнйетәһегеҙ һәм алдайһығыҙ, имандаштарыбыҙ тип тә тормайһығыҙ.
9Яуызлыҡ ҡылыусыларҙың Алла батшалығына эйә була алмаясағын белмәйһегеҙме ни? Алданмағыҙ: аҙғындар ҙа, ялған илаһтарға табынғандар, зина ҡылғандар, енси боҙоҡлоҡтарға бирелгәндәр, ир-ат менән енси мөнәсәбәткә ингән ирҙәр ҙә, 10ҡараҡтар, ҡомһоҙҙар, эскеселәр, яла яғыусылар, алдаҡсылар ҙа – береһе лә Алла батшалығына эйә була алмаясаҡ. 11Һеҙҙең ҡайһы берҙәрегеҙ бына шундайҙарҙан ине. Әммә Раббыбыҙ Ғайса Мәсих исеме һәм Аллабыҙ Рухы менән йыуылып таҙарындығыҙ, изгеләндегеҙ һәм аҡландығыҙ.
Тәнегеҙ – Изге Рух йорто
12Һеҙ: «Миңә бөтә нәмә рөхсәт ителә», – тиһегеҙ. Әммә миңә бөтә нәмә лә файҙалы түгел. «Миңә бөтә нәмә лә рөхсәт ителә», әммә өҫтөмдән бер нәмә лә хакимлыҡ итергә тейеш түгел. 13Һеҙ: «Ризыҡ – ашҡаҙан өсөн, ашҡаҙан – ризыҡ өсөн һәм Алла тегене лә, быны ла юҡ итәсәк», – тип әйтәһегеҙ. Эйе, әммә тән – фәхешлек итергә түгел, ә Раббы өсөн, Раббы иһә – тән өсөн. 14Раббы Ғайсаны Алла үленән терелтте. Үҙенең ҡөҙрәте менән Ул беҙҙе лә терелтер. 15Һеҙ тәндәрегеҙҙең Мәсих тәне ағзалары икәнен белмәйһегеҙме әллә? Шулай булғас, мин, Мәсихтең ағзаларын алып, уларҙы фәхишә ағзалары итә аламмы һуң? Әлбиттә, юҡ! 16#Баш 2:24.Фәхишә менән ҡушылыусының уның менән бер тән булыуын белмәйһегеҙме ни? Изге Яҙмала былай тип әйтелгән бит: «Икеһе бер тән булыр». 17Ә инде Раббы менән ҡушылыусы рухи яҡтан Уның менән бер була.
18Фәхештән ҡасығыҙ. Кеше эшләгән башҡа бөтә гонаһтар – тәндән тышта, ә фәхешлек иткән әҙәм үҙ тәненә ҡаршы гонаһ ҡыла. 19Һеҙҙең тәнегеҙ – Изге Рух йорто. Изге Рухты һеҙгә Алла бирҙе, һәм Ул һеҙҙә йәшәй. Һеҙ инде үҙегеҙгә тәғәйен түгел. Быны белмәйһегеҙме ни? 20Һеҙ ҡиммәт хаҡҡа һатып алындығыҙ. Шуның өсөн үҙегеҙҙең тәнегеҙ менән Уны данлағыҙ.

Highlight

Share

Copy

None

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in