І Коринҫостарға 5
5
Иманлылар араһындағы фәхешлектән киҫәтеү
1Дөрөҫөндә, арағыҙҙа фәхешлек, хатта мәжүсиҙәрҙә лә күҙәтелмәгән фәхешлек булыуы тураһында хәбәрҙәр йөрөй. Берәү үҙенең үгәй әсәһен ҡатыны итеп тота икән. 2Ә һеҙ илар урынға маһайған булаһығыҙ. Ундай ҡылыҡлы кешене арағыҙҙан ҡыуырға кәрәк ине бит. 3Мин иһә, тәнем менән булмаған хәлдә лә, күңелем менән үҙемде һеҙҙең арала тойоп, ундай эш ҡылыусыны нисек хөкөм итергә хәл иттем: 4Раббыбыҙ Ғайса исеме хаҡына йыйылғанығыҙҙа, мин рухым менән янығыҙҙа һәм Раббыбыҙ Ғайсаның ҡөҙрәте лә беҙҙең менән булғанда, 5ул кешене, Раббы көнөндә рухы ҡотҡарылһын тип, тәнен һәләк итеү өсөн Иблискә тапшырырға кәрәк.
6Һеҙгә маһайырға һис урын юҡ. Аҙ ғына әсеткенең тотош ҡамырҙы әсетеүен белмәйһегеҙме ни? 7Шулай булғас, яңы ҡамыр булыу өсөн, һеҙгә иҫке әсеткенән таҙарынырға кәрәк. Ысынында иһә һеҙ – сөсө ҡамыр, сөнки Ҡотҡарылыу байрамы бәрәсе булған Мәсих беҙҙең хаҡҡа ҡорбан ителде. 8Шуға күрә иҫке әсеткенән – мәкерлек һәм яуызлыҡ әсеткеһенән – бешерелгән икмәк менән түгел, ә сөсө икмәк – сафлыҡ һәм хәҡиҡәт икмәге – менән байрам итәйек.
9Мин хатымда «фәхеш кешеләр менән аралашмағыҙ» тип яҙғайным. 10Ләкин мин бөтөнләй донъялағы фәхеш кешеләрҙе, шулай уҡ ҡомһоҙҙарҙы, алдаҡсыларҙы, ялған илаһтарға табыныусыларҙы күҙ уңында тотманым, юғиһә һеҙгә донъянан бөтөнләй үк китергә тура килер ине. 11Үҙҙәрен имандаштарығыҙ тип атаған көйө фәхешлек, ҡомһоҙлоҡ ҡылған, ялған илаһтарға табынған, яла яҡҡан, эскесе, алдаҡсы кешеләр менән аралашмауығыҙҙы күҙ уңында тоттом, хатта ундайҙар менән бергә ултырып ашамағыҙ ҙа. 12-13#Ҡнн 13:5; 17:7.Берҙәмлектән ситтә булғандарҙы хөкөм итеү минең эшем түгел, уларҙы Алла хөкөм итер. Берҙәмлектәгеләрҙе иһә һеҙ хөкөм итергә тейеш. Изге Яҙмала әйтелгәнсә: «Яуыздарҙы үҙ арағыҙҙан ҡыуығыҙ».
Currently Selected:
І Коринҫостарға 5: БашИЯ2023
Highlight
Share
Copy

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023