І Коринҫостарға 7
7
Никах тураһында
1Миңә яҙғандарығыҙға киләйек. Һеҙ: «Ир кешегә ҡатын-ҡыҙ менән енси мөнәсәбәткә инмәү яҡшы», – тиһегеҙ. 2Әммә фәхешлек булмаһын өсөн, һәр ирҙең үҙ ҡатыны һәм һәр ҡатындың үҙ ире булһын. 3Ир – ҡатынына, ҡатын иренә ҡарата үҙ бурысын үтәһен. 4Ҡатын үҙ тәненә үҙе хужа түгел, ире хужа. Шуның кеүек, ир ҙә үҙ тәненә үҙе хужа түгел, ә ҡатыны хужа. 5Икегеҙ килешеп, ҡыҫҡа ваҡытҡа доға ҡылыуға бағышланған ваҡытты һанамағанда, бер-берегеҙҙән ситләшмәгеҙ. Иблис, тотанаҡһыҙлығығыҙҙан файҙаланып, һеҙҙе аҙҙырмаһын өсөн, аҙаҡ тағы бергә булығыҙ. 6Быны мин әмер итеп түгел, ә мөмкинлек биреп әйтәм. 7Бөтөнөһөнөң дә минең кеүек булыуҙарын теләр инем. Әммә һәр кемдең Алланан бирелгән һәләте бар: береһенең бер төрлө, икенсеһенең икенсе төрлө.
8Никахта тормағандарға һәм тол ҡатындарға шуны әйтәм: уларға минең кеүек яңғыҙ йәшәү яҡшыраҡ булыр. 9Әммә тыйыла алмаһалар, тормош ҡорһондар, сөнки енси дәрт менән янып йөрөүгә ҡарағанда никахҡа инеү яҡшыраҡ.
10Өйләнешкәндәргә мин түгел, Раббы әмер бирә: ҡатын иренән айырылмаһын. 11Әгәр айырыла икән, ирһеҙ торһон, йәки үҙ ире менән яңынан килешһен. Ир ҙә үҙ ҡатынын ташламаһын.
12Башҡаларға Раббы түгел, мин әйтәм: әгәр берәй имандашыңдың ҡатыны иманһыҙ булып, ҡатын уның менән йәшәргә риза икән, иманлы ир уны ташламаҫҡа тейеш. 13Берәй ҡатындың ире иманһыҙ булып, әммә ир уның менән йәшәргә риза булһа, ҡатын уны ташламаҫҡа тейеш. 14Сөнки иманһыҙ ирҙең – иманлы ҡатын аша һәм иманһыҙ ҡатындың иманлы ир аша изгелеккә ҡатнашы бар, юҡһа балаларығыҙ саф булмаҫ ине, ә хәҙер был изгелеккә уларҙың да ҡатнашы бар. 15Иманы булмаған айырылырға теләй икән, айырылһын. Бындай осраҡта иманлы ир йәки ҡатын-ҡыҙ иман тотмаусы менән бәйләнмәгән. Алла беҙҙе именлектә йәшәргә саҡырҙы. 16Ҡатын кеше, ҡайҙан беләһең, бәлки, иреңде ҡотҡарыуға килтерерһең? Йәки һин, ир кеше, бәлки, ҡатыныңды ҡотҡара алырһың?
Элекке хәлеңдә ҡал
17Бүтән осраҡтарҙа һәр кем Раббы билдәләгәнсә һәм Алла саҡырғандағы кеүек йәшәһен. Бөтә берҙәмлектәргә күрһәтмәм шундай. 18Берәйһен Алла сөннәтле килеш саҡырған икән, ул кеше сөннәт эҙен юҡ итмәһен. Сөннәтһеҙ килеш саҡырылһа, шул көйө ҡалһын. 19Сөннәтле йәки сөннәтһеҙ булыуҙың әллә ни әһәмиәте юҡ, Алла бойороҡтарын үтәү генә мөһим. 20Аллаға кем ниндәй хәлдә саҡырылған, шундай булып ҡалһын. 21Ҡол итеп саҡырылһаң, борсолма. Ә инде ирекле булыу мөмкинлеге килеп сыҡһа, ул мөмкинлектән файҙаланыу яҡшыраҡ. 22Раббы тарафынан саҡырылған ҡол – Раббының ирекле кешеһе. Шулай уҡ ирекле хәлдә саҡырылған – Мәсихтең ҡоло. 23Һеҙҙең өсөн ҡиммәт хаҡ түләнде. Шуның өсөн кешеләрҙең ҡоло булмағыҙ. 24Имандаштар, Аллаға ниндәй хәлдә саҡырылған булһағыҙ, Уның алдында шундай булып ҡалығыҙ.
Никахҡа инмәгән ҡыҙҙарға кәңәш
25Никахҡа инмәгән ҡыҙҙарға ҡарата Раббы тарафынан бирелгән әмерем юҡ, фәҡәт шәхси фекеремде әйтәм. Ә миңә, Раббының мәрхәмәте менән, ышанырға мөмкин, тип уйлайым. 26Хәҙерге ауыр заманды иҫтә тотоп, кешенең өйләнмәгән хәлдә ҡалыуын яҡшы тип иҫәпләйем. 27Һин ҡатының менән йәрәшеп ҡушылдыңмы? Улай булғас, айырылыу тураһында уйлама. Ҡатынһыҙ ҡалдыңмы? Ҡатын эҙләмә. 28Шулай ҙа өйләнһәң дә гонаһ түгел. Ҡыҙ кеше лә, кейәүгә сыҡһа, гонаһ ҡылмаҫ. Әммә ундайҙарҙың был тормошо мәшәҡәтле булыр. Мин һеҙҙе бынан ҡурсаларға теләйем.
29Имандаштар, һеҙгә шуны әйтәм: ваҡыт аҙ ҡалды, шулай булғас, бынан ары ҡатынлылар – ҡатынһыҙ кеүек, 30илағандар – иламағандар кеүек, ҡыуанғандар – ҡыуанмағандар кеүек, һатып алғандар – бер нәмәгә лә эйә булмағандар кеүек, 31был донъя менән файҙаланғандар файҙаланмағандар кеүек булһын. Сөнки был донъя хәҙерге рәүешендә кире ҡайтмаҫҡа үтеп бара.
32Ә мин һеҙҙең артыҡ мәшәҡәттәрһеҙ йәшәүегеҙҙе теләйем. Өйләнмәгән әҙәм, Раббыға ярарға тырышып, Уның эштәре хаҡында хәстәрлек күрә. 33Ә өйләнгәне иһә, ҡатынына ярарға тырышып, донъяуи эштәрҙе ҡайғырта 34һәм ике яҡҡа өҙгөләнә. Ирһеҙ ҡатын йәки кейәүгә сыҡмаған ҡыҙ, тәне менән дә, йәне менән дә изге булыу өсөн, Раббы эштәре тураһында хәстәрлек күрә. Ә кейәүгә сыҡҡан ҡатын, иренә ярарға тырышып, донъяуи мәшәҡәттәрҙе хәстәрләй. 35Мин быны һеҙҙе сикләү өсөн түгел, ә хаҡ эшләүегеҙҙе һәм, иғтибарығыҙҙы ситкә йүнәлтмәйенсә, Раббыға туҡтауһыҙ хеҙмәт итеп йәшәүегеҙҙе теләп, һеҙҙең файҙаға әйтәм.
36Әгәр берәйһе һөйгән ҡыҙына ҡарата килешһеҙ эш ҡылам тип һанаһа һәм дәртен тыйырға көсө етмәгәне өсөн өйләнергә кәрәк тип тапһа, үҙе теләгәнсә эшләһен – гонаһ түгел, ундайҙар өйләнһен. 37Ә инде берәйһе күңелендә ныҡлы ҡарар ҡылып, бер кем мәжбүр итмәһә лә, үҙенең тойғоларына тулыһынса баш булып, ҡыҙға өйләнмәҫкә ҡарар итә икән, яҡшы эшләй. 38Шулай итеп, ҡыҙын кәләш итеп алғаны яҡшы, өйләнмәгәне тағы ла яҡшыраҡ эшләй.
39Ире иҫән саҡта ҡатын уға бәйле. Ире вафат булһа, ҡатын теләгәненә кейәүгә сығырға ирекле, әммә Раббыға инаныусыға ғына. 40Кейәүгә сыҡмаһа, ул бәхетлерәк булыр ине – был минең фекерем һәм миндә лә Алла Рухы бар тип уйлайым.
Currently Selected:
І Коринҫостарға 7: БашИЯ2023
Highlight
Share
Copy

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023