YouVersion Logo
Search Icon

І Коринҫостарға 4

4
Мәсихтең илселәре
1Шулай итеп, һәр кем беҙҙе Мәсихтең хеҙмәтселәре һәм Алланың серҙәре ышанып тапшырылған кешеләр тип һанаһын. 2Ышаныс белдерелгән кешеләрҙең тоғро булыуы талап ителә. 3Мине һеҙҙең йәки башҡаларҙың хөкөм итеүе бик аҙ ҡыҙыҡһындыра, мин үҙем дә үҙемде хөкөм итмәйем. 4Үҙемдә бер ниндәй ғәйеп күрмәһәм дә, бының менән аҡланмайым. Фәҡәт Раббы ғына – минең Хөкөмдарым. 5Шуға күрә ваҡытынан алда хөкөм итмәгеҙ, Раббының килгәнен көтөгөҙ. Ул ҡараңғылыҡта йәшерелгәндәрҙе яҡтыға сығарасаҡ һәм кеше йөрәгендәге ниәттәрҙе асасаҡ. Ул саҡта инде һәр кем Алланың маҡтауын аласаҡ.
6Имандаштар, мин быларҙы үҙемә һәм Аполлосҡа ҡарата ҡулланып, «яҙылғандан тыш аҡыл һатмаҫҡа» беҙҙең миҫалда өйрәнегеҙ, тип яҙҙым. Шулай итһәгеҙ, кемдер кемделер башҡа берәү алдында маҡтап өҫтөн ҡуймаҫ. 7Һине кем өҫтөн итеп ҡуйҙы? Юғарынан бирелгәндән тыш, һинең үҙеңдең нимәң бар? Юғарынан бирелгән икән, ни өсөн унан алмаған һымаҡ маҡтанаһың?
8Һеҙ, инде беҙҙең бөтә нәмәбеҙ ҙә бар, байыныҡ, тип уйлайһығыҙ, хатта беҙҙән башҡа батшалыҡ итә башланығыҙ. Һеҙҙең ысынлап та батшалыҡ итеүегеҙҙе бик теләр инем! Ул ваҡытта беҙ ҙә һеҙҙең менән бергә батша булыр инек. 9Ә минең уйлауымса, Алла беҙҙе, Үҙенең илселәрен, үлемгә хөкөм ителгән кешеләр кеүек, аренала барған тамашаның аҙаҡҡы өлөшөнә ҡуйҙы. Беҙ донъя, фәрештәләр һәм кешеләр өсөн тамаша булып ҡалдыҡ. 10Беҙ Мәсих хаҡына иҫәргә әйләндек, һеҙ иһә Мәсихтә аҡылға эйә булдығыҙ. Беҙ көсһөҙ, ә һеҙ – ҡеүәтле. Һеҙҙе хөрмәтләйҙәр, ә беҙҙе хурлайҙар. 11Беҙ әлегә тиклем асығабыҙ, һыуһайбыҙ, яланғасбыҙ, туҡмалабыҙ һәм урындан урынға күсенеп йөрөргә мәжбүрбеҙ, сөнки баш осонда ҡыйығыбыҙ юҡ. 12Үҙ ҡулдарыбыҙ менән ауыр хеҙмәт итеп көн күрәбеҙ. Беҙгә ләғнәт уҡыйҙар, ә беҙ фатиха менән яуап бирәбеҙ; беҙҙе эҙәрлекләйҙәр – беҙ түҙәбеҙ. 13Беҙгә яла яғалар – беҙ яҡшылыҡ менән яуап бирәбеҙ. Донъя өсөн сүп-сар булып ҡалдыҡ һәм әле һаман йәмғиәттең аяҡ аҫтындағы ҡыйыбыҙ.
14Мин быларҙы һеҙҙе оялтыу өсөн яҙмайым, ни бары хаҡ юлға йүнәлтергә теләйем. Һеҙ бит минең яратҡан балаларым. 15Бәлки, Мәсихтә меңәрләгән өйрәтеүселәрегеҙ ҙә барҙыр, әммә атайҙарығыҙ күп түгел. Һөйөнөслө Хәбәрҙе иғлан итеп, мин Ғайса Мәсихтә атайығыҙ булдым. 16Шуға күрә үтенеп һорайым: минән өлгө алығыҙ. 17Ошо маҡсат менән һеҙгә Тимоҫеусты ебәрҙем. Раббыла ул минең ҡәҙерле улым, һәм мин уға таяна алам. Ул һеҙгә Ғайса Мәсихкә эйәреп йәшәү рәүешем хаҡында иҫегеҙгә төшөрөр. Һәр ерҙә, һәр имандаштар берҙәмлегендә мин ошолар тураһында өйрәтәм.
18Мине янығыҙға бармаҫ тип уйлап, ҡайһы берҙәрегеҙ маһайған. 19Раббы ихтыярында булһа, оҙаҡламай һеҙгә килермен һәм әле маһайып йөрөүселәрҙең һүҙен түгел, ә ҡеүәтен һынап ҡарармын. 20Сөнки Алла батшалығы – һүҙҙә түгел, ҡеүәттә. 21Янығыҙға нисек барыуымды теләйһегеҙ? Таяҡ менәнме, әллә мөхәббәт һәм баҫалҡылыҡ менәнме?

Highlight

Share

Copy

None

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in