YouVersion Logo
Search Icon

І Коринҫостарға 16

16
Хәйер биреү
1Йәрүсәлимдәге изгеләр өсөн хәйер йыйыуға килгәндә, Галатиялағы берҙәмлектәргә ниндәй күрһәтмәләр бирһәм, һеҙ ҙә шулай эшләгеҙ. 2Мин килгәс хәйер йыйып йөрөмәҫ өсөн, һәр берегеҙ аҙнаның беренсе көнөндә, үҙ хәленә ҡарап, табышының бер өлөшөн айырып ҡуйһын һәм һаҡлауға һалһын. 3Янығыҙға килгәс, һеҙ һайлап ҡуйған кешеләрҙе, хәйерегеҙҙе тапшырыу өсөн, хат менән Йәрүсәлимгә ебәрермен. 4Әгәр минең үҙемә лә барырға кәрәк булһа, ул кешеләр минең менән барыр.
Сәйәхәт тураһында ниәттәр
5Янығыҙға Македония аша үткән саҡта барырмын, сөнки Македонияны урап сығасаҡмын. 6Бәлки, бер аҙ янығыҙҙа йәшәрмен, бәлки, хатта һеҙҙә ҡышлармын, һәм һеҙ, ҡайҙа ғына йүнәлһәм дә, юлымда миңә ярҙам итерһегеҙ. 7Һеҙгә юл ыңғайы ғына һуғылырға теләмәйем, әгәр Раббы насип итһә, оҙағыраҡҡа туҡталырға уйлайым. 8Эфеста Илленсе көн байрамына тиклем ҡалырмын, 9сөнки был ҡалала, Һөйөнөслө Хәбәргә ҡаршылар күп булһа ла, хеҙмәт итеүгә ишектәр киң асыҡ.
10Янығыҙға Тимоҫеус килһә, иғтибарлы булығыҙ, уға хәүеф янамаһын, сөнки ул, минең кеүек үк, Раббы эшен башҡара. 11Шуның өсөн бер кем дә уға кәмһетеп ҡарамаһын, минең яныма әйләнеп ҡайта алһын өсөн, юлға именлек менән оҙатығыҙ. Уны мин имандаштар менән бергә көтәм. 12Имандашыбыҙ Аполлосҡа килгәндә, мин уның имандаштар менән бергә һеҙгә барыуын ныҡ үтендем, әммә әлегә янығыҙға барырға һис тә теләге юҡ, шулай ҙа уңайы сығыу менән барып етер.
Нәсихәттәр һәм сәләмдәр
13Уяу булығыҙ, иманда ныҡ тороғоҙ, ҡыйыу һәм ныҡ булығыҙ. 14Бөтә нәмәне лә мөхәббәт менән башҡарығыҙ.
15Имандаштар, минең һеҙгә үтенесем бар: һеҙ Стефанас ғаиләһен беләһегеҙ, улар Ахаяла беренселәрҙән булып Мәсихкә инанды, үҙҙәрен изгеләргә хеҙмәт итеүгә бағышланы. 16Һеҙ үҙегеҙҙе лә шундайҙарға һәм Раббыға хеҙмәт иткән һәр кемгә, арымай-талмай Уға эшләгәндәргә буйһондороғоҙ. 17Мин Стефанастың, Фортунатостың һәм Ахаикустың килеп етеүенә шатмын, уларҙың килеүе арҡаһында юҡлығығыҙ һиҙелмәне. 18Улар минең дә, һеҙҙең дә рухығыҙҙы тынысландырҙы, ундайҙарҙы хөрмәт итегеҙ.
19Асия өлкәһендәге берҙәмлектәр һеҙҙе сәләмләй. Акулас менән Прискилла йортонда йыйылған берҙәмлек менән бергә һеҙҙе Раббыла ҡайнар сәләмләй. 20Һеҙҙе бындағы бөтөн имандаштар сәләмләй. Бер-берегеҙҙе туғандарса яратып, үбеп сәләмләгеҙ.
21Мин, Паулус, сәләмемде үҙ ҡулым менән яҙам. 22Раббыны яратмаусыларға ҡәһәр төшһөн. Раббыбыҙ, кил#16:22 Раббыбыҙ, кил – грекса төп нөсхәһендә был һүҙбәйләнеш арами телендә бирелгән: «Маранаҫа».!
23Раббы Ғайсаның мәрхәмәте һеҙҙең менән булһын. 24Минең мөхәббәтем Ғайса Мәсихтәгеләрҙең бөтөнөһө менән бергә.

Highlight

Share

Copy

None

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in