І Коринҫостарға 15
15
Ғайсаның үленән терелеүе
1Имандаштар, мин иғлан иткән, һеҙ ҡабул иткән һәм ғүмерегеҙҙең нигеҙенә әйләнгән Һөйөнөслө Хәбәрҙе иҫегеҙгә төшөрәм. 2Һөйөнөслө Хәбәр һүҙҙәрен мин вәғәзләгәнсә тотһағыҙ, уның менән ҡотолорһоғоҙ, тотмаһағыҙ – иманға килеүегеҙ юҡҡа булыр. 3Мин үҙем алғандарҙы һеҙгә тапшырҙым. Иң мөһиме, Изге Яҙмала яҙылғанса, Мәсих беҙҙең гонаһтарыбыҙ өсөн үлде һәм, 4Изге Яҙмала яҙылғанса, Ул ерләнде һәм өсөнсө көндә терелде, 5тәүҙә Кефасҡа, аҙаҡ ун ике шәкертенә күренде. 6Шунан бер үк ваҡытта биш йөҙҙән ашыу имандашҡа (уларҙың күбеһе әле лә иҫән, ҡайһы берҙәре үлде), 7унан һуң Яҡупҡа һәм бөтә илселәренә күренде. 8Етлекмәй тыуған бала кеүек булһам да, барыһынан һуң миңә лә күренде. 9Дөрөҫөн әйткәндә, мин – илселәрҙең иң кесеһе. Алла берҙәмлеген эҙәрлекләгәнем өсөн илсе тип аталырға ла лайыҡ түгелмен. 10Әммә хәҙер кем булһам, Алла мәрхәмәте менән мин шул булдым. Ул күрһәткән мәрхәмәт бушҡа китмәне, башҡа илселәрҙең һәммәһенә ҡарағанда ла тырышыбыраҡ хеҙмәт иттем. Хәйер, мин түгел, ә минең менән булған Алла мәрхәмәте хеҙмәт итте. 11Шулай итеп, мин вәғәзләйемме, улармы – әһәмиәте юҡ, иң мөһиме – ул беҙҙең вәғәзләүебеҙ һәм һеҙҙең ышаныуығыҙ.
Үленән терелеү
12Мәсих тураһында, Ул үленән терелде, тип әйтелә икән, нисек итеп ҡайһы берҙәрегеҙ, үленән терелеү юҡ, тип һөйләй ала һуң? 13Үленән терелеү юҡ икән, Мәсих тә үленән терелмәгән булып сыға. 14Әгәр Мәсих үленән терелтелмәгән икән, беҙҙең вәғәзләүебеҙ ҙә, һеҙҙең иманығыҙ ҙа буш була. 15Өҫтәүенә, беҙ Алла хаҡында ялған шаһиттар булып ҡалыр инек, сөнки Ул Мәсихте терелтте тип шаһитлыҡ ҡылдыҡ. Үлеләрҙең терелеүе юҡ икән, Алла Мәсихте лә терелтмәгән булып сыға. 16Үлеләр терелтелмәһә, Мәсих тә үленән терелтелмәгән була. 17Әгәр Мәсих терелтелмәгән икән, һеҙҙең иманығыҙ – буш, һәм һеҙ гонаһтарығыҙ хакимлығы аҫтындаһығыҙ. 18Был инде Мәсихкә инанып үлгәндәр ҙә һәләк булды тигәнде аңлата. 19Әгәр беҙ Мәсихкә был йәшәүебеҙҙә генә өмөт бағлаһаҡ, бөтә кешеләргә ҡарағанда ла ҡыҙғанысыраҡ булыр инек.
20Әммә Мәсих ысынлап та үленән терелтелде – Ул үлгәндәрҙән беренсе булып терелгән! 21Үлем донъяға кеше аша килгән кеүек, үленән терелеү ҙә бер Кеше аша килде. 22Әҙәмгә мөнәсәбәте булғандарҙың барыһы ла үлгән кеүек, Мәсихкә мөнәсәбәте булғандарҙың барыһы ла тереләсәк. 23Һәр кем үҙ сиратында: тәүҙә – Мәсих, шунан һуң, Ул килгәндә, Мәсихтекеләр тереләсәк. 24Бынан һуң ахыры килер, Ул һәр төрлө етәкселекте, хакимиәтте, ҡеүәтте юҡҡа сығарып, батшалыҡты Алла һәм Атаһына тапшырыр. 25Мәсихкә бөтә дошмандарын Үҙ аяғы аҫтына һалғанға тиклем батшалыҡ итеү тәғәйенләнгән. 26Иң һуңғы дошман булып үлем юҡҡа сығарыласаҡ. 27#Зәб 8:7.Изге Яҙмала: «Алла бар нәмәне Уның аяҡтары аҫтына һалып, Уға буйһондорҙо», – тип әйтелгән. «Бар нәмә Уға буйһондоролдо» тип әйтелгән, әммә был Уға буйһондороусы Алланы үҙ эсенә ала тигәнде аңлатмай, әлбиттә. 28Бөтә нәмә Мәсихкә буйһондоролғас, Улы ла бар нәмәне Үҙенә буйһондорған Аллаға буйһонасаҡ. Шулай итеп, Алла бөтә нәмәлә бар буласаҡ.
29Үлеләр хаҡына һыуға сумдырылыу йолаһы үткәндәр ниңә быны ҡылалар һуң? Үлеләр бөтөнләй терелмәгәс, ни өсөн улар хаҡына сумдырылырға? 30Ниңә һуң беҙ ҙә ғүмеребеҙҙе ҡурҡыныс аҫтына ҡуябыҙ? 31Мин көн һайын үлемдең күҙҙәренә тура ҡарайым. Имандаштар, был минең Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтә һеҙҙең менән ғорурланыуым кеүек үк хаҡ. 32#Ишғ 22:13.Әгәр ҡарашым кешеләрҙекесә генә булған булһа, әгәр үлеләрҙең терелтелеүенә ышанмаһам, Эфеста йыртҡыстар менән көрәшеүемдән миңә ни файҙа? Үлеләр терелтелмәһә, ҡайһы берәүҙәр әйткәнсә, «иртәгә барыбер үләбеҙ, ашап-эсеп ҡалайыҡ!»
33Алданмағыҙ: «аҙғын кешеләр менән аралашыу яҡшы әхлаҡты боҙа». 34Тейешенсә айнып, гонаһ ҡылыуҙан туҡтағыҙ. Ҡайһы берҙәрегеҙ Алланы белмәй бит, мин быны һеҙҙе оялтыу өсөн әйтәм.
Ерҙәге һәм күктәге тән
35Кемдер: «Үлеләр нисек терелер? Уларҙың тәне ниндәй булыр?» – тип һорар. 36Аҡылһыҙ! Һин сәскән нәмә тәүҙә үлмәһә, яңы ғүмер яралмаясаҡ бит. 37Сәскән саҡта һин буласаҡ үҫемлектең үҙен түгел, ә орлоҡто – бойҙайҙың йәки башҡа нәмәнең орлоғон – сәсәһең. 38Ә инде Алла уға Үҙе һайлаған тәнде, һәр орлоҡҡа үҙ тәнен бирә. 39Бөтә тәндәр ҙә бер төрлө түгел: кешеләрҙең тәне малдыҡынан айырыла, ҡоштарҙың тәне лә балыҡтарҙыҡы кеүек түгел. 40Күктә лә, ерҙә лә есемдәр бар, тик күктәгеләренең балҡышы ерҙәге есемдәрҙекенән айырыла. 41Күктәгеләре араһында ҡояштың да, айҙың да, йондоҙҙарҙың да балҡыуы башҡа. Йондоҙҙар ҙа бер-береһенән балҡыуҙары менән айырыла.
42Үлеләрҙең терелеүе лә шулай буласаҡ: кеше тәне ер эсенә серейәсәк орлоҡ булып һалына – мәңге үлмәҫлек булып терелтелә. 43Ҡыҙғаныс булып ер эсенә һалына – дан менән терелә. Зәғиф килеш сәселә – ҡеүәтле булып терелә. 44Ваҡытлы тән ер эсенә һалына, ә рухи тән терелә. Ваҡытлы тән бар икән, рухи тән дә бар. 45#Баш 2:7.Изге Яҙмала былай тип яҙылған бит: «Тәүге кеше – Әҙәм – тере йән эйәһе булды». Ә һуңғы Әҙәм тормош биреүсе Рух булды. 46Әммә тәүге булып рухи тән түгел, ә ваҡытлыһы килә, шунан һуң ғына рухи булғаны килә. 47Тәүге кеше тупраҡтан яратылды, ул – ерҙән. Икенсе Кеше күктән килде. 48Турпаҡтан яратылған ниндәй булһа, ерҙекеләр шундай. Күктән Булған ниндәй, күктекеләр шундай. 49Әле тупраҡтан яратылған кеше ҡиәфәтен йөрөткән кеүек, күктән булған кеше ҡиәфәтен дә йөрөтәсәкбеҙ.
50Имандаштар, һеҙгә шуны әйтәм: тәндән һәм ҡандан торғандар Алла батшалығына эйә була алмаҫ, һәм фани булғандар мәңге үлмәй торған була алмаҫ. 51Һеҙгә сер асам: беҙ бөтәбеҙ ҙә үлмәйәсәкбеҙ, әммә һәммәбеҙ ҙә үҙгәрәсәк – 52ҡапыл, күҙ асып йомған арала, һуңғы борғо ҡысҡыртҡанда. Борғо ҡысҡыртҡанда үлеләр мәңге үлмәҫлек булып тереләсәк, ә беҙ, ул ваҡытта тере булғандар, үҙгәрәсәкбеҙ. 53Фани – мәңге үлмәҫлеккә, ә үлемле үлемһеҙгә әйләнергә тейеш бит. 54#Ишғ 25:8.Был фани, үлемле тән мәңгелек, үлемһеҙ тәнгә әйләнгәс, Изге Яҙмалағы:
«Еңеү үлемде йотоп юҡ иткән була».
55 #
Һош 13:14. «Үлем, һинең еңеүең ҡайҙа?
Үлем, һинең ҡаяуың ҡайҙа?» –
тигән һүҙҙәр тормошҡа аша. 56Үлемдең ҡаяуы – гонаһ, һәм гонаһтың көсө – ҡанун. 57Әммә, Аллаға шөкөр, Ул Раббыбыҙ Ғайса Мәсих аша беҙгә еңеү бирә.
58Шулай итеп, ҡәҙерле имандаштарым, Раббы эшенә һәр ваҡыт үҙегеҙҙе бағышлап һәм бар көсөгөҙҙө һалып, ныҡ тороғоҙ, ҡаҡшамаҫ булығыҙ, Раббы өсөн хеҙмәтегеҙҙең бушҡа булмағанын беләһегеҙ бит.
Currently Selected:
І Коринҫостарға 15: БашИЯ2023
Highlight
Share
Copy

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023