YouVersion Logo
Search Icon

Римдарға 10

10
Израиль өсөн доға ҡылыу
1Имандаштар, мин ихлас күңелдән Израилдең ҡотолоуын теләйем һәм Аллаға доға ҡылам. 2Улар тураһында шаһитлыҡ ҡылам: үҙҙәрен Аллаға бик тырышып бағышлаһалар ҙа, был хаҡ белемгә нигеҙләнмәгән. 3Алланың кешеләрҙе нисек аҡлауын аңлап етмәйенсә, үҙҙәренең аҡланыу юлын урынлаштырырға ынтылып, улар Алланың аҡлау юлына буйһонманы. 4Мәсих иһә ҡанун ҡуйған маҡсатҡа өлгәште һәм Үҙенә инанған һәр кемде хаҡ тип иғлан итте.
Ҡотолоу – бөтөнөһө өсөн дә
5Муса ҡанунды үтәү аша килгән хаҡлыҡ тураһында былай тип яҙа: «Ҡанун талаптарын үтәүсе шул талаптар менән йәшәйәсәк». 6Ә иман аша килгән хаҡлыҡ тураһында былай тиелә: «Күккә беҙҙең өсөн кем күтәрелер?» (йәғни Мәсихте төшөрөү өсөн) 7Йәки: «Упҡынға беҙҙең өсөн кем төшөр? (йәғни Мәсихте үленән алып сығыу өсөн), – тип үҙ-үҙеңдән һорама». 8Изге Яҙмала ни тип әйтелә һуң? «Алла һүҙе һинең яныңда, телеңдә һәм йөрәгеңдә». Был һүҙ – беҙ хәбәр итә торған иман һүҙе ул. 9Әгәр Ғайсаны Раббы тип таныһаң һәм Алланың Уны үленән терелтеүенә ихлас ышанһаң, ҡотоласаҡһың. 10Ихлас ышаныу хаҡ булыуға алып килә, ә тел ярҙамында иманды таныу ҡотолоу килтерә. 11Изге Яҙмала былай тип әйтелә: «Уға инаныусы һис кем оятҡа ҡалмаҫ». 12Бында иһә йәһүдтәр менән йәһүд булмағандар араһында айырма юҡ, сөнки бөтөнөһө өсөн дә Раббы бер үк, Уға үтенеп мөрәжәғәт итеүселәргә Ул йомартлыҡ күрһәтә. 13«Раббыға мөрәжәғәт иткән һәр кем ҡотолор».
14Әммә Раббыға инанмағандар Уға нисек мөрәжәғәт итер? Уның тураһында ишетмәгәндәр Уға нисек инана алыр? Уларға бер кем дә иғлан итмәгәс, нисек ишетерҙәр? 15Ебәрелмәгән булһа, нисек итеп берәйһе иғлан итә алыр? Изге Яҙмала: «Һөйөнөслө хәбәр килтереүселәрҙең килеүе ҡайһылай күңелле!» – тип әйтелә. 16Әммә Һөйөнөслө Хәбәрҙе бөтөнөһө лә ҡабул итмәне, Ишағыя былай ти бит: «Раббым! Беҙ һөйләгән хәбәргә кем ышанды?» 17Шулай итеп, иман – ишетеү, йәғни Мәсих тураһындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе ишетеү аша килә. 18Әммә мин, әллә Израиль халҡы был хәбәрҙе ишетмәнеме икән, тип һорайым. Әлбиттә, ишеткәндәр:
«Вәғәзләүселәрҙең тауышы бөтөн донъя буйлап үтте,
һәм уларҙың һүҙҙәре йыһан сиктәренә барып етте».
19Тағы ла, Израиль халҡы быны аңламанымы ни, тип һорайым. Быға Алла һүҙҙәре менән тәүге булып Муса яуап бирә:
«Мин һеҙҙә халыҡ тип атап булмаған халыҡ аша көнсөллөк уятасаҡмын,
Минең турала белмәгән халыҡ аша асыу тыуҙырасаҡмын».
20Ә Ишағыя Алла һүҙҙәре менән ҡыйыу рәүештә былай ти:
«Мине эҙләмәгән кешеләр Мине тапты.
Минең турала һорамағандарға Мин асылдым».
21Израиль халҡы тураһында иһә Алла былай тип әйтә:
«Мин тыңлауһыҙ һәм үҙһүҙле халыҡҡа
көнө буйы ҡулдарымды һуҙып торҙом».

Currently Selected:

Римдарға 10: BskNT14

Highlight

Copy

Compare

Share

None

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in