Римдарға 11
11
Алланың Израилгә ҡарата мәрхәмәте
1Шуға ла мин, Алла Үҙ халҡын кире ҡаҡҡанмы ни, тип һорайым. Әлбиттә, юҡ! Мин үҙем дә Израиль кешеһе. Ибраһим нәҫеленән, Вениамин тоҡомонанмын. 2Алла Үҙ халҡын кире ҡаҡманы, Ул уларҙы алдан уҡ һайлап алды. Һеҙ Изге Яҙмала Ильяс тураһында нимә тиелгәнен белмәйһегеҙме ни? Ул, Израиль халҡына зарланып, Аллаға: 3«Йә Раббым! Пәйғәмбәрҙәреңде үлтерҙеләр, ҡорбан килтереү урындарыңды емерҙеләр, мин бер үҙем ҡалдым, инде мине лә үлтерергә теләйҙәр», – тигән. 4Уға Алла нимә тип яуап бирә һуң? «Мин ялған илаһ Ваал#11:4 Ваал – ханаандар табынған илаһтарҙың береһе. Урындағы халыҡ тәьҫирендә израилдәр йыш ҡына Ваалды ололаған. алдында теҙләнеп, уға табынмаған ете мең кешене Үҙем өсөн һаҡлап алып ҡалдым». 5Алла Үҙенең мәрхәмәте буйынса һайлап алған кешеләр әле лә бар, әммә улар күп түгел. 6Әммә Алланың һайлауы Үҙенең мәрхәмәте буйынса икән, тимәк, кешеләрҙең эштәренә ҡарап түгел; юғиһә, мәрхәмәт ысын мәрхәмәт булмаҫ ине.
7Ни тиергә һуң? Израиль халҡы маҡсатына өлгәшмәне, ә һайланған өлөшө генә өлгәште. Башҡалар иһә тиҫкәреләнеп Алла һүҙен ишетергә теләмәне. 8Изге Яҙмала әйтелгәнсә:
«Алла уларҙы күҙҙәре булһа ла күрмәй,
ҡолаҡтары булһа ла ишетмәй торған итеп,
әлеге көнгә тиклем тәрән йоҡоға талдырҙы».
9Дауыт та былай ти:
«Уларҙың табыны ҡорбан килтереү мәлендә
үҙҙәре өсөн йәтмәгә лә, тоҙаҡҡа ла,
абындырыусы нәмәгә лә әйләнһен һәм яза булһын.
10Уларҙың күҙҙәре күрмәҫ өсөн томаланһын,
арҡалары ғүмер буйы бөкөрәйгән хәлдә ҡалһын».
11Шулай итеп, һеҙҙән, Израиль халҡы абынған саҡта бөтөнләйгә йығылдымы әллә, тип һорайым. Әлбиттә, юҡ! Тик уларҙың абыныуҙары арҡаһында бүтән халыҡтарға ҡотолоу килде, был иһә Израиль халҡында көнсөллөк уятты. 12Әгәр уларҙың абыныуҙары донъяға, ә юғалтыуҙары бүтән халыҡтарға байлыҡ килтерә икән, Израиль халҡының Мәсихте ҡабул иткән өлөшө тулы һанға еткәндән һуң, байлыҡ ни тиклемгә күберәк артыр!
Йәһүд булмағандарҙың ҡотолоуы
13Йәһүд булмағандар, һеҙгә әйтәм: мин, йәһүд булмағандарҙың илсеһе булараҡ, үҙ хеҙмәтемде ихтирам итәм. 14Ошоноң менән милләттәштәремдең көнсөллөгөн уятып, ҡайһы берҙәрен ҡотҡара алмаммы икән? 15Әгәр уларҙың кире ҡағылыуы донъяны Алла менән дуҫлашыуға килтерә икән, Алла тарафынан ҡабул ителеүҙәре нисек булыр һуң? Был бит үлеләр өсөн терелеү. 16Аллаға бүләк ителгән беренсе икмәк изге булһа, шул ҡамырҙан бешерелгән башҡа икмәктәр ҙә изге; ағастың тамыры изге булһа инде, ботаҡтары ла изге. 17Әгәр зәйтүн ағасы ботаҡтарының ҡайһы берҙәре һындырылһа, һәм һин, ҡырағай зәйтүн ағасының ботағы, улар урынына ялғанып, зәйтүн тамырының һуты менән туйынаһың икән, ул саҡта 18һындырылған ботаҡтар алдында маһайма. Маһайһаң, иҫеңдә тот: һин тамырҙы түгел, ә тамыр һине тотоп тора. 19Бәлки һин: «Ҡайһы бер ботаҡтар мине ялғап ҡуйыу өсөн һындырылды бит», – тип әйтерһең. 20Дөрөҫ, улар иман тотмағанға күрә һындырылды, ә һин иман арҡаһында ялғанып тораһың: мороноңдо күтәрмә, киреһенсә, һаҡ бул. 21Әгәр Алла тәбиғи ботаҡтарҙы аямаған икән, һине лә аямаҫ. 22Шулай итеп, Алланың изгелеге лә, ҡырыҫлығы ла күҙ алдыңда. Ул иман юлынан тайпылғандарға ҡарата ҡырыҫ, ә һиңә, әгәр Алла изгелегенә өмөт бағлауыңды дауам итһәң, изгелекле булыр. Киреһенсә икән, һин дә киҫеп ташланырһың. 23Әммә юлдан тайпылғандар ҙа, иманһыҙ булыуҙарын дауам итмәһәләр, кире ялғанырҙар. Уларҙы кире ялғарға Алланың ҡеүәте етә. 24Әгәр һин ҡырағай зәйтүн ағасынан киҫелеп, баҡсала үҫкән зәйтүн ағасына тәбиғи булмағанса ялғанғанһың икән, ул саҡта һындырылған тәбиғи ботаҡтар үҙ ағасына яңынан бигерәк тә еңелерәк ялғаныр.
Алланың бөтөн халыҡтарға мәрхәмәтле булыуы
25Имандаштар, үҙегеҙҙе булғанынан аҡыллыраҡ һанамаһын өсөн, был серҙең һеҙҙән йәшерен ҡалыуын теләмәйем. Йәһүд булмағандарҙың Алланы ҡабул иткән өлөшө тулы һанға еткәнгә тиклем Израилдең бер өлөшө тиҫкәреләнеүен дауам итер. 26Шул рәүешле бөтөн Израиль ҡотҡарылыр, Изге Яҙмала әйтелгәнсә:
«Сиондан Ҡотҡарыусы килер
һәм Яҡуб тоҡомонан иманһыҙлыҡты алыр,
27Мин уларҙың гонаһтарын алып ташлармын
– улар менән төҙөгән килешеүем бына шул булыр».
28Һөйөнөслө Хәбәргә килгәндә, улар һеҙҙең хаҡҡа Алланың дошмандары, әммә Алланың һайлауына килгәндә, улар ата-бабалары хаҡына Алланың ҡәҙерлеләре булып ҡала. 29Сөнки Алланың бүләктәре лә, саҡырыуы ла кире алынмай. 30Ҡасандыр һеҙ Аллаға ҡарата итәғәтһеҙ инегеҙ, ә хәҙер, Израилдең буйһонмауы арҡаһында, шәфҡәт алдығыҙ. 31Шуның һымаҡ хәҙер улар ҙа һеҙгә күрһәтелгән шәфҡәт өсөн Аллаға буйһонмайҙар, был иһә уларға ла шәфҡәт күрһәтелһен өсөн эшләнелә. 32Сөнки Алла барыһына ла шәфҡәт күрһәтһен өсөн, һәммәһен дә итәғәтһеҙлек тотҡоно итте.
Аллаға дан һүҙҙәре
33Алланың байлығы, зирәклеге һәм белеме ни тиклем тәрән!
Уның ҡарарҙары аҡылға һыймаҫлыҡ һәм юлдары аңламаҫлыҡ!
34Раббының аңына кем төшөнгән?
Уға кем кәңәшсе булған?
35Йәки берәйһе Уның тарафынан кире ҡайтарылырға тейешле
нәмәне биргәне бармы ни?
36Бар нәмә Унан, Уның аша һәм Уға табан йүнәлгән. Уға мәңгегә дан! Амин.
Currently Selected:
Римдарға 11: BskNT14
Highlight
Copy
Compare
Share
Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in
© Институт перевода Библии, 2014