YouVersion Logo
Search Icon

Римдарға 1

1
1Алланың Һөйөнөслө Хәбәрен вәғәзләү өсөн һайлап ҡуйылған һәм Ғайса Мәсихтең илсеһе булырға саҡырылған ҡоло Павелдан сәләм. 2Алла был Һөйөнөслө Хәбәрҙе Үҙенең пәйғәмбәрҙәре аша Изге Яҙмаларҙа алдан уҡ вәғәҙә иткән. 3-4Унда һүҙ Уның Улы – Раббыбыҙ Ғайса Мәсих тураһында бара. Ул сығышы менән Дауыт нәҫеленән булған. Изгелек Рухы буйынса иһә ҡөҙрәткә эйә Алланың Улы тип танылған, сөнки үленән терелтелгән. 5Уның исемен данлау хаҡына барлыҡ халыҡтар араһынан Һөйөнөслө Хәбәрҙе ҡабул итһендәр һәм Мәсихкә инанһындар өсөн, мин Мәсихтән мәрхәмәт алдым һәм илсе итеп тәғәйенләндем. 6Ғайса Мәсихтеке булырға саҡырылғандар араһында һеҙ ҙә бар. 7Алланың Рим ҡалаһында йәшәгән бөтөн ҡәҙерлеләренә, Уның изге халҡы булырға саҡырылғандарға Атабыҙ Алланан һәм Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтән мәрхәмәт һәм именлек булһын.
Рәхмәт доғаһы
8Иң элек Ғайса Мәсих аша һәммәгеҙ өсөн Аллама рәхмәттәр күндерәм, сөнки иманығыҙ тураһында бөтөн донъяла һөйләйҙәр. 9Һеҙҙе доғаларымда туҡтауһыҙ иҫкә алыуыма Алла шаһит: Уның Улы хаҡындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе бәйән итеп, Уға бөтөн рухым менән хеҙмәт итәм. 10Алла ихтыяры менән барып хәлегеҙҙе белергә мөмкинлек бирелһен ине, тип һәр ваҡыт ялбарам. 11-12Изге Рухтан алғандарым менән уртаҡлашып, дөрөҫөрәге, һеҙҙе нығытыу маҡсатында, йәғни һеҙҙең һәм минең уртаҡ иманыбыҙ нигеҙендә бер-беребеҙҙе дәртләндереү өсөн, үҙегеҙҙе бик ныҡ күргем килә. 13Имандаштар, һеҙҙең белеүегеҙҙе теләйем: күп тапҡырҙар янығыҙға барырға ниәтләһәм дә, әлегәсә тотҡарлыҡтарға осрай килдем. Минең, башҡа халыҡтар араһындағы кеүек, һеҙҙә лә хеҙмәтемдең уңышын йыйғым килә. 14Мин мәҙәниәтлеләр һәм вәхшиҙәр, зирәктәр һәм наҙандар алдында берҙәй үк бурыслымын. 15Шуға күрә һеҙгә, Рим ҡалаһында йәшәүселәргә, Һөйөнөслө Хәбәрҙе бәйән итергә йән атам. 16Уны вәғәзләргә оялмайым, сөнки Һөйөнөслө Хәбәр – иман тотоусыларҙың һәр береһенә, иң элек йәһүдтәргә, унан һуң йәһүд булмағандарға ла ҡотолоу өсөн Алла ҡөҙрәте. 17Һөйөнөслө Хәбәрҙә Алланың кешеләрҙе иман һәм бары тик иман аша ғына аҡлауы асыла. Изге Яҙмала әйтелгәнсә: «Хаҡлы кешегә йәшәү биргән нәмә – уның иманы».
Кешеләрҙең гонаһҡа төшөүе
18Яманлыҡ ҡылып хәҡиҡәткә ҡаршы торорға теләгән кешеләрҙең һәр төрлө динһеҙлегенә һәм яуызлығына күктән Алланың ярһыуы асыла бара. 19Алла хаҡында белергә мөмкин булғандың һәммәһе уларға билдәле, сөнки Алла уны күҙ алдарына баҫтырҙы. 20Ғаләм барлыҡҡа килтерелгәндән башлап Уның күренмәгән сифаттары – мәңгелек ҡөҙрәте һәм илаһилығы – Ул барлыҡҡа килтергән нәмәләр аша асыҡ күренә һәм аңлашыла. Шулай булғас, кешеләрҙе ғәфү итергә сәбәп юҡ. 21Кешеләр, Алла тураһында белһәләр ҙә, Уны Алла итеп тейешенсә данламаны, ҡәҙерен белмәне, киреһенсә, буш уйҙарға бирелде, аңларға теләмәгән йөрәктәрен ҡараңғылыҡ солғаны. 22Үҙҙәрен аҡыллы һанап, аҡылһыҙға әйләнделәр. 23Мәңге үлемһеҙ Алланың данын фани кешеләргә, ҡоштарға, дүрт аяҡлыларға һәм һөйрәлеүселәргә оҡшаған һындарға алмаштырҙылар. 24Шуның өсөн дә Алла кешеләрҙе үҙҙәренең аҙғын теләктәре һәм боҙоҡлоҡтары ҡарамағына тапшырҙы, һәм улар үҙ тәндәрен бер-береһе менән мәсхәрәләүгә дусар итте. 25Улар Алла хәҡиҡәтен ялғанға алмаштырып, Булдырыусыға түгел, ә Ул булдырған нәмәләргә табынды һәм хеҙмәт итте. Булдырыусыға иһә мәңгегә дан булһын. Амин.
26Шул сәбәпле Алла кешеләрҙе хурлыҡлы нәфселәренә тапшырҙы: ҡатындар тәбиғи яҡынлыҡ ҡылыуҙы тәбиғи булмағанына алмаштырҙы. 27Шулай уҡ ирҙәр ҙә, ҡатындар менән тәбиғи яҡынлыҡ ҡылыуҙы ташлап, бер-береһенә ҡарата аҙғын теләк менән янды, бер-береһе менән оятһыҙлыҡ ҡылды һәм, хәҡиҡәттән тайпылғандары өсөн, үҙҙәренең тәндәрендә тейешле язаһын алды.
28Алланы таныуҙы мөһим тип иҫәпләмәгәнлектән, Алла уларҙы, эшләнергә тейеш булмағанды ҡылһындар өсөн, боҙоҡ аҡылдарына тапшырҙы. 29Уларҙың күңелдәре һәр төрлө яманлыҡ, мәкер, ҡомһоҙлоҡ, яуызлыҡ, көнсөллөк, шулай уҡ кеше үлтереү, ыҙғыш-талаш, алдау, насар уйҙар менән тулы. Улар ғәйбәтселәр, 30яла яғыусылар, Аллаға нәфрәтлеләр, холоҡһоҙҙар, маҡтансыҡтар, тәкәбберҙәр, яуызлыҡ тыуҙырыусылар, ата-әсәләргә ҡарата итәғәтһеҙҙәр, 31аҡылһыҙҙар, үҙ һүҙендә тормаусылар, ҡаты бәғерлеләр, мәрхәмәтһеҙҙәр. 32Улар Алланың ғәҙел хөкөмө буйынса үлемгә лайыҡлы икәнлектәрен белә, әммә үҙҙәре гонаһ ҡылып ҡына ҡалмай, хатта ундай эш ҡылыусыларҙы хуплайҙар.

Currently Selected:

Римдарға 1: BskNT14

Highlight

Copy

Compare

Share

None

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in