YouVersion Logo
Search Icon

Йәһүҙә 1

1
1Ғайса Мәсихтең хеҙмәтсеһе, Яҡубтың ҡустыһы Йәһүҙәнән Атабыҙ Алла тарафынан саҡырылғандарға һәм ҡәҙерле булғандарға, Ғайса Мәсих өсөн һаҡланғандарға: 2Алланың шәфҡәте, именлеге һәм мөхәббәте һеҙгә мул бирелһен!
Бөтә ялған өйрәтеүселәрҙе хөкөм көтә
3Ҡәҙерлеләрем! Һеҙгә үҙебеҙҙең дөйөм ҡотолоуыбыҙ хаҡында яҙырға бик теләһәм дә, бүтән нәмәләр тураһында үтенеп яҙыуҙы кәрәк таптым: Алланың изге халҡына бер тапҡыр һәм ғүмерлеккә бирелгән иманды яҡлап алып ҡалығыҙ. 4Арағыҙға һиҙҙермәй генә ҡайһы бер аллаһыҙ кешеләр килеп инде. Улар, үҙҙәренең аҙғынлыҡтарын аҡлау өсөн, Аллабыҙҙың мәрхәмәтен боҙоп күрһәтә һәм шуның менән берҙән-бер Хакимыбыҙ һәм Раббыбыҙ Ғайса Мәсихте инҡар итә. Уларҙың хөкөм ителәсәге Изге Яҙмала күптән инде әйтелгән.
5Быларҙың барыһын да белһәгеҙ ҙә, хәтерегеҙгә төшөрөргә теләйем: Раббы халыҡты Мысырҙан алып сығып ҡотҡарһа ла, араларындағы ышанмаған кешеләрҙе аҙаҡ һәләк иткән. 6Үҙенә бирелгән хакимлыҡты һаҡламаған һәм торлаҡтарын ташлап киткән фәрештәләрҙе иһә Ул, бөйөк көндә хөкөм итеү өсөн, мәңгелек бығауҙарға быуып, дөм ҡараңғыла һаҡ аҫтында тота. 7Ошо фәрештәләр кеүек үк фәхешлеккә, енси аҙғынлыҡҡа бирелгән Содом, Гоморра#1:7 Содом, Гоморра – Үле диңгеҙ буйындағы тигеҙлектә урынлашҡан биш ҡаланың икеһе. Унда йәшәүсе кешеләрҙең гонаһтары өсөн Алла, күктән ут яуҙырып, Содом менән Гоморраны юҡ иткән. («Тәүрат», «Башланмыш» китабы, 19-сы бүлек). һәм улар тирәһендәге бүтән ҡалалар халҡы ла, ғибрәтле миҫал булараҡ, мәңгелек ут язаһын алған.
8Шуның һымаҡ был кешеләр, хыялға бирелеп, тәндәрен таплай, ә Раббы хакимлығын инҡар итә һәм күктәге көстәргә яла яға. 9Хатта баш фәрештә Михаил, Иблис менән Мусаның кәүҙәһе хаҡында бәхәсләшкәндә, Иблисте яла яғыуҙа ғәйепләргә ҡыймай, «Һине Алла шелтәләһен», – тип кенә ҡуя. 10Былар иһә үҙҙәре лә белмәгән нәмәләргә яла яға. Бына шулай аңһыҙ хайуандар кеүек тәбиғи тойғоға эйәреп эш итеүҙәре уларҙы һәләк итә.
11Ҡайғы уларға, сөнки улар Ҡабил юлынан китте. Валаам кеүек үк, улар ҙа аҡса хаҡына яңылыш юлдан китте, Корей#1:11 Корей – Алла тарафынан юлбашсы итеп һайланған Муса һәм Һарунға ҡаршы баш күтәргән фетнәселәр башлығы («Тәүрат», «Һандар» китабы, 16-сы бүлек). кеүек үк фетнә сығарып һәләк булырҙар.
12Был кешеләр һеҙҙең мөхәббәтле табындарығыҙҙа уңайһыҙланыу белмәй, үҙҙәрен генә ҡайғыртып табын ҡороп ултырыусылар. Улар – ел ҡыуып йөрөткән ямғыр килтермәҫ болоттар. Улар – уңыш йыйыр мәлдә емеш бирмәй торған, ике тапҡыр үлгән, тамыры менән ҡуптарылған ағастар. 13Улар – үҙҙәренең хурлыҡлы эштәренең күбеге менән ҡапланған дауыллы диңгеҙ тулҡындары. Улар – йыһанда юғалған йондоҙҙар, улар өсөн мәңгелек ҡараңғылыҡта урын һаҡлана.
14Енох, Әҙәм быуынындағы етенсе кеше, улар тураһында ла пәйғәмбәрлек ҡылып былай тигән: «Бына Үҙенең иҫәпһеҙ-һанһыҙ изгеләре#1:14 Ҡайһы бер боронғо ҡулъяҙмаларҙа был һүҙ «фәрештәләр» тип бирелгән. менән Раббы килер. 15Ул бөтөнөһөн хөкөм итер, үҙҙәренең ҡылған динһеҙ эштәре менән Уға ҡаршы торған бөтә динһеҙҙәрҙе һәм динһеҙ гонаһлыларҙы Уға ҡаршы әйткән әҙәпһеҙ һүҙҙәрендә фашлар». 16Улар, яҙмыштарына зарланып, туҡтауһыҙ һуҡрана. Нәфселәрен ҡайғыртып, үҙҙәре тураһында яңғырауыҡлы һүҙҙәр һөйләй һәм үҙ файҙалары хаҡына бүтәндәргә ярамһаҡлана.
Киҫәтеүҙәр һәм кәңәштәр
17Ә һеҙ, ҡәҙерлеләрем, Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтең илселәре тарафынан алдан әйтелгән һүҙҙәрҙе иҫкә алығыҙ. 18Улар һеҙгә: «Ваҡыт аҙағында үҙҙәренең аҙғын теләктәре буйынса ғәмәл ҡылыусы мыҫҡыллаусылар барлыҡҡа киләсәк», – тине. 19Был кешеләр бүленеүҙәрҙең сәбәбе булып тора һәм тәбиғи нәфселәренә буйһона. Уларҙа Изге Рух юҡ.
20Ә һеҙ, ҡәҙерлеләрем, үҙ тормошоғоҙҙо иң изге иманығыҙ нигеҙендә ҡороп йәшәүегеҙҙе дауам итегеҙ, Изге Рух көсө менән доға ҡылығыҙ. 21Үҙенең мәрхәмәте менән һеҙгә мәңгелек тормош бирәсәк Раббыбыҙ Ғайса Мәсихте көтөп, Алла һөйөүендә ҡалығыҙ.
22Икеләнгәндәргә мәрхәмәтле булығыҙ. 23Икенселәрен, уттан тартып алғандай, ҡотҡарығыҙ. Башҡаларына мәрхәмәт күрһәтегеҙ, әммә һаҡ булығыҙ. Хатта уларҙың шаҡшы эштәре менән бысранған кейемдәренән дә ерәнегеҙ.
Данлау доғаһы
24Һеҙҙе тура юлдан тайпылыуҙан һаҡлай алыусы һәм Үҙенең даны алдына пак килеш һәм ҙур ҡыуаныс менән килтерә алыусы 25Раббыбыҙ Ғайса Мәсих аша беҙҙе Ҡотҡарыусыбыҙ берҙән-бер Аллаға дан, мөһабәтлек, ҡөҙрәт һәм хакимлыҡ донъя яратылғансы уҡ та, хәҙер ҙә мәңге булһын. Амин.

Currently Selected:

Йәһүҙә 1: BskNT14

Highlight

Copy

Compare

Share

None

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in