Ғәмәлдәр 28
28
Павел Мальта утрауында
1Иҫән-имен ярға сығып еткәс, утрауҙың Мальта тип аталыуын белдек. 2Утрау кешеләре беҙгә ғәҙәттән тыш ҡунаҡсыллыҡ күрһәтте. Ямғыр яуа башлап, һалҡын булғанлыҡтан, улар усаҡ яғып ебәрҙе һәм бөтәбеҙҙе лә усаҡ янына саҡырҙылар. 3Павел үҙе йыйып килтергән бер ҡосаҡ сыбыҡ-сабыҡты усаҡҡа һалды, уттан атылып сыҡҡан зәһәрле йылан уның ҡулына йәбешеп ҡалды. 4Утрау кешеләре, ҡулында аҫылынып торған йыланды күреп, бер-береһенә:
– Был әҙәм кеше үлтереүсе булырға тейеш. Диңгеҙҙән ҡотолһа ла, ғәҙеллек алиһәһе уны иҫән ҡалдырманы, – тиештеләр.
5Әммә Павел йыланды утҡа һелкеп төшөрҙө һәм әҙ генә лә йәрәхәтләнмәне. 6Кешеләр, ул шешенә башлар йәки кинәт йығылып үлер, тип көттө. Ләкин оҙаҡ ҡына көткәндән һуң, уға һис ниндәй зарар теймәгәнен күреп, фекерҙәрен үҙгәрттеләр:
– Ул – ниндәйҙер бер илаһ.
7Шул урындан йыраҡ түгел ерҙә утрау башлығы Публийҙың хужалығы урынлашҡайны. Ул беҙҙе үҙ өйөнә саҡырҙы һәм өс көн буйы дуҫтарса ҡунаҡ итте. 8Публийҙың атаһы биҙгәк һәм эс ауырыуынан яфаланып ята ине. Павел инеп доға ҡылды ла, башына ҡулдарын ҡуйып, уны һауыҡтырҙы. 9Был хәлдән һуң утрауҙағы бүтән ауырыуҙар ҙа Павел янына килде, улар ҙа һауыҡтырылды. 10Утрауҙа йәшәүсе кешеләр беҙгә күп хөрмәт күрһәтте, ә китергә йыйынғас, кәрәкле әйберҙәр менән тәьмин итте.
Павелдың Римға килеүе
11Мальта утрауында өс ай торғас, Искәндәриә ҡалаһынан килеп, ошо утрауҙа ҡышлаған Күк игеҙәктәре#28:11 Күк игеҙәктәре – (грекса Диоскурҙар) гректар мифологияһындағы ике илаһ – Кастор һәм Полидевк. исемендәге карапҡа ултырып юлға сыҡтыҡ. 12Сиракузы ҡалаһына еткәс, унда өс көн булдыҡ. 13Унан, яр яғалап йөҙөп, Ригия ҡалаһына килдек. Икенсе көндө ел ыңғайына Путеол ҡалаһына еттек. 14Ул ҡалала имандаштарыбыҙҙы осраттыҡ, улар беҙҙең бер аҙнаға үҙҙәре янында ҡалыуыбыҙҙы үтенде.
Шулай итеп беҙ Римға килеп еттек. 15Ундағы имандаштар, беҙҙең хаҡта ишетеп, Аппий юлындағы баҙар майҙанына һәм Өс ҡунаҡхана ҡасабаһына тиклем етеп, беҙҙе ҡаршы алырға сыҡҡайны. Уларҙы күргәс, Павел Аллаға шөкөрана ҡылды, уның күңеле күтәрелде. 16Рим ҡалаһында Павелға һаҡ аҫтында айырым йәшәргә рөхсәт ителде.
Павелдың Рим йәһүдтәре менән осрашыуы
17Римға килеп өс көн торғандан һуң Павел йәһүдтәрҙең башлыҡтарын йыйып алды. Улар килгәс:
– Туғандар! Үҙ халҡыбыҙға йәки аталарыбыҙҙың йолаларына ҡаршы һис бер нәмә эшләмәһәм дә, мин Иерусалимда тотҡон булдым һәм римлылар ҡулына тапшырылдым, – тине. – 18Улар, минән яуап алғас, үлемгә хөкөм итерлек бер ниндәй ҙә ғәйебем булмағанлыҡтан, азат итергә теләгәйне. 19Әммә йәһүдтәр быға ҡаршы килгәс, мин ҡайсарға мөрәжәғәт итергә мәжбүр булдым, ләкин үҙ халҡымды нимәләлер ғәйепләү маҡсаты менән түгел. 20Шуға мин һеҙҙе осрашып һөйләшергә саҡырҙым. Мин бит бына был бығауҙарға Израиль бағлаған өмөт өсөн һуғылдым, – тине Павел.
21– Беҙ, – тине йәһүд башлыҡтары, – Йәһүҙиәнән һинең хаҡта хаттар ҙа алманыҡ, унан килгән имандаштарыбыҙ ҙа һинең хаҡта бер нәмә лә хәбәр итмәне һәм насар һүҙ һөйләмәне. 22Хәйер, беҙ һинең фекерҙәреңде үҙеңдән ишетергә теләр инек, беҙгә билдәле булғанса, һәр ерҙә был төркөмгә ҡаршы һөйләйҙәр.
23Улар яңы осрашыу тураһында килеште, һәм билдәләнгән көндө Павел йәшәгән өйҙә тәүҙәгенән дә күберәк кеше йыйылды. Ул иртәнән кискә тиклем Алла Батшалығы хаҡында аңлатты, Ғайса тураһында Муса ҡанунынан һәм пәйғәмбәрҙәрҙең яҙмаларынан дәлилдәр килтереп, уларҙы ышандырырға тырышты. 24Ҡайһы берҙәре уның һүҙҙәренә ышанды, ҡайһылары иһә ышанманы 25һәм үҙ-ара килешә алмайынса таралыша башланы. Павел уларға былай тине:
– Изге Рух һеҙҙең аталарығыҙға Ишағыя пәйғәмбәр аша бына ниндәй дөрөҫ һүҙҙәр әйткән:
26«Был халыҡ янына бар ҙа әйт:
Тыңларһығыҙ-тыңларһығыҙ – аңламаҫһығыҙ,
Ҡарарһығыҙ-ҡарарһығыҙ – күрә алмаҫһығыҙ.
27Сөнки был халыҡтың йөрәген май баҫты.
Ҡолаҡтары көскә генә ишетә,
күҙҙәрен дә йомғандар.
Әгәр шулай булмаһа,
күҙҙәре менән күрерҙәр,
ҡолаҡтары менән ишетерҙәр ине,
йөрәктәре менән аңларҙар,
Миңә табан боролорҙар
һәм Мин уларҙы һауыҡтырыр инем».
28-29Шуға күрә һеҙгә мәғлүм булһын: йәһүд булмаған халыҡтарға Алланың ҡотҡарыуы тураһындағы хәбәр ебәрелгән һәм улар уны тыңлай#28:28 Ҡайһы бер боронғо ҡулъяҙмаларҙа 29-сы аят та бар: «Павел шулай тигәндән һуң йәһүдтәр ҡаты бәхәсләшә-бәхәсләшә таралышты»..
30Ә Павел үҙе түләп торған өйҙә ике йыл буйы йәшәне һәм янына килеүселәрҙең барыһын да ҡабул итте. 31Ул ҡыйыу рәүештә һәм ҡаршылыҡһыҙ Алла Батшалығы тураһында һөйләне һәм Раббы Ғайса Мәсих хаҡында өйрәтте.
Currently Selected:
Ғәмәлдәр 28: BskNT14
Highlight
Copy
Compare
Share
Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in
© Институт перевода Библии, 2014