YouVersion Logo
Search Icon

Яҡуб 1

1
1Донъя буйлап таралған ун ике ҡәбиләгә#1:1 Ун ике ҡәбилә – донъя буйлап таралған йәһүд мәсихселәре йәки донъялағы барса мәсихселәр. Алланың һәм Раббы Ғайса Мәсихтең хеҙмәтсеһе Яҡубтан сәләм!
Һынауҙар һәм иман
2Имандаштарым, төрлө һынауҙарға юлыҡһағыҙ, быны оло ҡыуаныс итеп ҡабул итегеҙ, 3сөнки һеҙ иманығыҙ һыналыуының сыҙамлыҡ булдырыуын беләһегеҙ. 4Ә был сыҙамлыҡ, һеҙҙең имен һәм бер ниндәй ҙә кәмселекһеҙ камил булыуығыҙ өсөн, үҙ эшен еренә еткерергә тейеш. 5Әгәр ҙә ҡайһығыҙғалыр зирәклек етешмәһә, ул уны Алланан һораһын һәм уға бирелер, сөнки Алла бөтөнөһөнә лә йомартлыҡ менән, шелтәләмәйенсә өләшә. 6Әммә һораусы иман менән, икеләнмәй һораһын, сөнки икеләнгән кеше ел бер яҡтан икенсе яҡҡа ҡыуып йөрөткән диңгеҙ тулҡынына оҡшаған. 7Ундай әҙәм Раббынан ни ҙә булһа алырға иҫәп тотмаһын. 8Икеләнеүсән кеше үҙенең бөтә эштәрендә лә тотороҡһоҙ.
Һыналыу һәм ҡотҡо
9Түбән ҡатламдан булған имандаш үҙенең юғары күтәрелеүе менән ғорурланһын. 10Бай иһә үҙенең түбән төшөрөлөүе менән генә ғорурлана ала, сөнки байҙар ялан сәскәһе кеүек юғаласаҡ. 11Ҡояш ҡалҡып, эҫеһе менән үҫемлекте киптерә, уның сәскәһе ҡойола һәм матурлығы юғала. Байҙар ҙа шулай эш ығы-зығыһында юҡҡа сығасаҡ.
12Һынау аша уҙған кеше бәхетле, сөнки ул, һыналғандан һуң, Алла Үҙен яратҡандарға вәғәҙә иткән тормош тажын аласаҡ. 13Ҡотҡоға тарыған бер кем дә: «Ҡотҡо миңә Алла тарафынан ебәрелгән», – тимәһен, сөнки яуызлыҡ Алланы ҡотҡоға төшөрә алмай, Алла Үҙе лә бер кемде лә ҡотҡоға һалмай. 14Һәр кемде үҙенең гонаһлы теләктәре мауыҡтыра һәм ымһындыра. 15Бынан һуң теләк, яралып, гонаһты тыуҙыра, ә гонаһ, тамам нығынып, үлемгә килтерә. 16Алданмағыҙ, ҡәҙерле имандаштарым.
17Һәр игелекле һәм камил бүләк юғарынан, яҡтылыҡтар Атаһынан килә. Уның янында үҙгәреш юҡ һәм яҡтылыҡ күләгәгә әйләнмәйәсәк. 18Үҙе бар иткәндәр араһында тәүге яңы емештәр булыуыбыҙ өсөн, Ул беҙҙе Үҙ ихтыяры менән хәҡиҡәт һүҙе аша тыуҙырҙы.
Тыңлағыҙ һәм үтәгеҙ
19Ҡәҙерле имандаштарым, шуны белегеҙ: һәр берегеҙ тыңлауға өлгөр, һөйләүгә яй һәм асыуланыуға аҡрын булһын, 20сөнки кеше асыулы сағында Алла теләгәнде эшләмәй. 21Шуға күрә һәр төрлө әшәкелектән һәм ныҡ таралған яуызлыҡтан ваз кисеп, йөрәктәрегеҙгә сәселгән Алла һүҙен баҫалҡылыҡ менән ҡабул итегеҙ; ул һүҙ һеҙҙең йәндәрегеҙҙе ҡотҡарырға һәләтле.
22Һүҙҙе тыңлап ҡына үҙ-үҙегеҙҙе алдамағыҙ, уны үтәгеҙ ҙә. 23Кемдер Алла һүҙен ишетеп тә уны үтәмәй икән, ул үҙенең йөҙөн көҙгөнән күргән кешегә оҡшаш: 24үҙенә ҡарап тора ла, ситкәрәк китеү менән, йөҙөнөң ниндәй икәнлеген шунда уҡ онота. 25Ә кем азатлыҡ килтерә торған камил ҡанунды иғтибар менән тикшереп уға тоғро ҡала, ишеткәнен онотмайынса башҡара, ул кеше үҙенең эштәрендә бәхетле буласаҡ. 26Кемдер үҙен иманлы тип һанай, ләкин телен тыймай икән, ул үҙ-үҙен алдай, һәм уның Аллаға табыныуы файҙаһыҙ. 27Алла Ата ҡаршыһында саф, тапланмаған табыныу – бәләгә ҡалған етемдәр менән тол ҡатындар хаҡында хәстәрләү һәм үҙеңде был донъяның боҙоҡлоғонан һаҡлау ул.

Currently Selected:

Яҡуб 1: BskNT14

Highlight

Copy

Compare

Share

None

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in