Ғәмәлдәр 25
25
Павелдың ҡайсар хөкөмөн талап итеүе
1Өлкәгә килеп өс көн торғандан һуң, Фест Кесариянан Иерусалимға китте. 2Баш руханиҙар һәм йәһүдтәрҙең башлыҡтары уның янына килеп, Павелды ғәйепләне. 3Үҙҙәренә мәрхәмәт күрһәтеүҙе һорап, Павелды Иерусалимға саҡыртыуын үтенделәр. Ә үҙҙәре уны юлда үлтерергә һүҙ ҡуйышты. 4Ләкин Фест Павелды Кесарияла һаҡ аҫтында тотоуҙарын һәм тиҙҙән үҙенең дә шул ҡалаға барасағын әйтте.
5– Шулай итеп, – тине ул, – етәкселәрегеҙ минең менән барһын һәм, ул кешенең ғәйебе булһа, был турала әйтһен.
6Иерусалимда аҙна-ун көн булғандан һуң Фест Кесарияға ҡайтты. Икенсе көндө ул хөкөм итеү урынына ултырҙы һәм Павелды алып инергә ҡушты. 7Павел ингәс, Иерусалимдан килгән йәһүдтәр уны уратып алды һәм Уға ҡаршы күп ауыр ғәйептәр ташланы. Ләкин ул ғәйептәрҙе иҫбат итә алманылар.
8– Мин йәһүдтәр ҡанунына ла, Алла Йортона ла, ҡайсарға ҡаршы ла һис ниндәй яманлыҡ ҡылманым, – тине Павел үҙен яҡлап.
9Фест, йәһүдтәргә ярарға теләп, Павелдан:
– Иерусалимға барырға һәм унда был ғәйепләүҙәрҙе тикшереү өсөн минең хөкөм алдына баҫырға ризаһыңмы? – тип һораны.
10– Мин ҡайсар хөкөмө алдында торам һәм эшем шунда ҡаралырға тейеш. Үҙең дә яҡшы белеп тораһың, мин йәһүдтәргә ҡаршы насар бер нәмә лә ҡылманым. 11Әгәр ҙә нимәнелер дөрөҫ эшләмәйенсә үлемгә хөкөм итерлек эш ҡылғанмын икән, үлемдән баш тартмайым. Ә инде улар миңә ташлаған ғәйепләүҙәр дөрөҫ булмаһа, бер кем дә мине уларҙың ҡулына тотоп бирә алмай. Ҡайсарға мөрәжәғәт итергә#25:11 Хөкөмгә тарттырылған Рим гражданының ҡайсарға мөрәжәғәт итеү хоҡуғы булған. теләйем, – тине Павел.
12Фест, кәңәшселәре менән һөйләшеп алғас:
– Һин ҡайсарға мөрәжәғәт итергә теләнең, шуның өсөн ҡайсар янына китәсәкһең, – тине.
Павелдың Агриппа батша алдына килтерелеүе
13Бер нисә көндән, Фесты тәбрик итеү өсөн, Агриппа батша#25:13 Агриппа батша – Ирод Агриппа Беренсенең улы. менән Вереника Кесарияға килде. 14Улар унда байтаҡ ҡына булғанлыҡтан, Фест батшаға Павелдың эшен тыңларға тәҡдим итте:
– Бында Феликс тотҡонлоҡта ҡалдырған бер кеше бар. 15Мин Иерусалимда булған саҡта йәһүдтәрҙең баш руханиҙары һәм аҡһаҡалдары, уны хөкөм итеүҙе талап итеп, шикәйәт менән килде. 16Мин уларға, римлыларҙа ғәйепләнеүсе ғәйепләүсе менән осрашмайынса һәм ғәйепләүгә ҡаршы үҙен яҡлай алыу мөмкинлеге булмайынса, кешене язаға тарттырыу ғәҙәте юҡлығы тураһында әйтеп бирҙем. 17Улар бында килгәс, һис кисектермәйенсә, икенсе көндө үк хөкөм итеү урынына ултырҙым һәм ул кешене алып килергә әмер бирҙем. 18Павелды уратып алған ғәйепләүселәр уның яуыз эштәрен әйтеп ғәйепләрҙәр, тип уйлағайным, ләкин быны эшләй алманылар. 19Улар үҙҙәренең диндәренә ҡағылышлы мәсьәләләр тураһында, Павел тере тип раҫлаған ниндәйҙер үлгән Ғайса хаҡында бәхәсләшә инеләр. 20Был мәсьәләне тикшерергә ҡыйынһынып, мин унан Иерусалимға барырға һәм был эш буйынса шунда хөкөм алдына баҫырға теләмәйме икәнлеге хаҡында һораштым. 21Әммә ул император ҡарарын һораны һәм һаҡ аҫтында ҡалырға теләне. Шунлыҡтан мин уны ҡайсар янына ебәрелгәнсе һаҡ аҫтында тоторға ҡуштым, – тине Фест.
22Агриппа Фестҡа:
– Ул кешене мин дә тыңларға теләр инем, – тине.
– Иртәгә һин уны тыңларһың, – тип яуапланы Фест.
23Икенсе көндө Агриппа һәм Вереника тантаналы рәүештә хәрби етәкселәр һәм ҡаланың иң күренекле кешеләре менән бергә ултырыштар залына ингәс, Фестың әмере буйынса Павелды алып килделәр.
24– Агриппа батша һәм бында ултырыусылар! – тине Фест. – Иерусалимда ла, бында ла күп йәһүдтәр бына ошо кешегә зарланды. Ул йәшәргә тейеш түгел, тип ҡысҡырҙы улар. 25Әммә мин, ул үлемгә хөкөм ителерлек бер нәмә лә эшләмәгән, тип таптым һәм, ул үҙе императорға мөрәжәғәт итергә теләгәнлектән, уны ҡайсар янына ебәрергә булдым. 26Ләкин уның хаҡында императорға нимә яҙырға ла белмәйем. Шуға күрә, тикшергәндән һуң яҙырлыҡ берәй нәмә булһын ине тип, мин уны һеҙҙең алдығыҙға, бигерәк тә, Агриппа батша, һинең ҡаршыңа килтерҙем. 27Тотҡондоң ниндәй эштә ғәйепләнеүен күрһәтмәй тороп, уны ҡайсар янына ебәреү, минеңсә, уйламайынса ҡылған эш буласаҡ.
Currently Selected:
Ғәмәлдәр 25: BskNT14
Highlight
Share
Compare
Copy
Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in
© Институт перевода Библии, 2014