Ғәмәлдәр 24
24
Павелға ғәйеп ташлау
1Биш көндән, Павелға идарасы алдында ғәйеп ташлау өсөн, иң баш рухани Анания аҡһаҡалдар һәм ҡанун белгесе Тертулл исемле кеше менән бергә Кесарияға килде. 2Павелды саҡыртып алғас, Тертулл ғәйепләү һүҙҙәрен башланы:
3– Мөхтәрәм Феликс! Һинең етәкселегең аҫтында оҙаҡ ваҡыт тыныслыҡта йәшәүебеҙҙе һәм һин ҡайғыртҡанға күрә был халыҡтың хәле яҡшы яҡҡа үҙгәреүен һәр ваҡыт һәм һәр ерҙә күп рәхмәттәр менән таныйбыҙ, – тине ул. – 4Һине оҙаҡ мәшәҡәтләмәҫ өсөн, беҙ әйтергә теләгән бер нисә һүҙҙе асыҡ күңел менән тыңлауыңды үтенәм.
5Был кешене «йоғошло сир» тип таптыҡ. Ул Назара төркөмөнөң башлығы һәм бөтә донъяла йәшәүсе йәһүдтәр араһында боларыш ҡуптара. 6-8Ул хатта Алла Йортон хурларға тырышты. Беҙ уны ҡулға алдыҡ#24:6-8 Ҡайһы бер боронғо ҡулъяҙмаларҙа түбәндәге юлдар ҙа бар: «...һәм үҙ ҡануныбыҙ буйынса хөкөм итергә теләнек. 7 Әммә ғәскәриҙәр башлығы Лисий уны беҙҙең ҡулдан көс менән тартып алды. 8 Уны ғәйепләүселәргә һинең яныңа килергә ҡушты».. Беҙҙең уны нимәлә ғәйепләүебеҙҙе унан һорау алып белә алырһың, – тине Тертулл.
9Йәһүдтәр:
– Эйе, шулай, – тип уның һүҙен раҫлап торҙо.
Павел Феликс алдында
10Идарасы, һөйләргә мөмкин тип, Павелға ишара яһаны.
– Һинең был халыҡ өҫтөнән күп йылдар хөкөмдар булыуыңды белгәнгә, мин үҙемде шатланып яҡлаясаҡмын, – тине Павел. – 11Аллаға табыныу өсөн Иерусалимға килгәнемә ун ике көндән дә артыҡ түгеллеген белә алаһың. 12Алла Йортонда ла, ғибәҙәтханаларҙа ла, ҡалала ла улар минең берәй кеше менән бәхәсләшеүемде йәки халыҡ араһында фетнә таратыуымды күрмәне. 13Үҙҙәре хәҙер миңә ташлаған ғәйептәрен дә иҫбат итә алмай. 14Әммә һинең алда шуны таныйым: мин, улар айырым төркөм генә тип иҫәпләгән юлдан барып, аталарым Аллаһына хеҙмәт итәм, ҡанунға һәм пәйғәмбәрҙәр тарафынан яҙылғандарҙың бөтөнөһөнә ышанам. 15Тәҡүә кешеләр ҙә, тәҡүә булмағандар ҙа үленән тереләсәк тип, улар кеүек үк мин дә Аллаға өмөт бағлайым. 16Шуға күрә һәр ваҡыт Алла алдында һәм кешеләр ҡаршыһында саф выждан менән йәшәргә тырышам.
17Бер нисә йылдан һуң, үҙ халҡыма хәйер-саҙаҡа биреү һәм ярҙам итер өсөн, Иерусалимға ҡайттым. 18Алла Йортонда таҙарыныу йолаһын үтеп, шул эштәрҙе башҡарған саҡта минең яныма халыҡ та йыйылмағайны, үҙем дә бер кемде лә борсоманым. 19Миңә иһә Асия өлкәһендә йәшәүсе бер нисә йәһүд осраны. Ғәйепләрлек берәй сәбәптәре булһа, улар һинең ҡаршыңа килеп баҫырға һәм мине ғәйепләргә тейеш ине. 20Йәки, Юғары кәңәшмә алдында торған сағымда, миндә ниндәй яуызлыҡ табыуҙары хаҡында бындағы кешеләр үҙҙәре әйтһен. 21Мин унда булғанда: «Мине хәҙер үлеләрҙең тереләсәгенә ышаныуым өсөн хөкөм итәләр», – тип ҡысҡырып әйттем, башҡа бер ни ҙә эшләмәнем, – тине Павел.
22Раббының юлы хаҡында ярайһы уҡ белгән Феликс:
– Һеҙҙең эшегеҙ тураһында ғәскәриҙәр башлығы Лисий килгәс ҡарар ҡылырмын, – тип тикшереү эшен кисектерҙе.
23Ә йөҙбашына Павелды һаҡ аҫтында тоторға, ләкин дуҫтарының уға хеҙмәт күрһәтеүенә ҡамасауламаҫҡа, тигән әмер бирҙе.
Павел һаҡ аҫтында
24Бер нисә көндән Феликс үҙенең йәһүд ҡатыны Друзилла менән килде һәм Павелды саҡыртып алды. Ул Павелдың Ғайса Мәсихкә инаныуы тураһында һөйләгәнен тыңланы.
25Әммә Павел тәҡүә булыу, нәфсене тыйыу һәм буласаҡ хөкөм хаҡында һөйләгәндә Феликс ҡурҡыуға төштө.
– Хәҙергә етте, форсат тапҡас, һине саҡыртырмын, – тине ул.
26Шул уҡ ваҡытта Павел уға аҡса бирер тип өмөт итте. Шунлыҡтан уны йыш ҡына саҡыртып, уның менән әңгәмә ҡороп ултырҙы. 27Әммә ике йылдан Феликс урынына Порций Фест килде. Феликс, йәһүдтәргә ярарға тырышып, Павелды тотҡонлоҡта ҡалдырҙы.
Currently Selected:
Ғәмәлдәр 24: BskNT14
Highlight
Share
Compare
Copy
Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in
© Институт перевода Библии, 2014