YouVersion Logo
Search Icon

Ғәмәлдәр 22

22
Павелдың Иерусалимда һөйләгән телмәре
1– Атайҙар һәм ағай-эне! Үҙемде яҡлап бер нисә һүҙ әйтергә рөхсәт итегеҙ, – тине Павел.
2Уның үҙҙәре менән йәһүд телендә һөйләшкәнен ишетеп, халыҡ тынып ҡалды.
3– Мин – йәһүд, – тине ул. – Киликияның Тарс ҡалаһында тыуҙым, Иерусалимда тәрбиәләндем. Хөрмәтле Гамалиилдың шәкерте булып, атайҙар ҡанунына ентекләп өйрәтелдем. Мин дә, бөгөнгө һеҙҙең һәммәгеҙ кеүек үк, Аллаға бик ныҡ бирелгән кеше.
4Мин был юлдан барыусыларҙы үлемгә еткергәнгә тиклем эҙәрлекләнем, ир-атты ла, ҡатын-ҡыҙҙы ла бығаулап төрмәләргә ташлаттым. 5Бының шулай икәнлеген баш рухани һәм аҡһаҡалдар кәңәшмәһе раҫлай ала. Мин уларҙан Дамаскыла йәшәүсе йәһүдтәргә хат алып, шул юлдан барыусыларҙы язалау өсөн бығаулап Иерусалимға килтерергә тип, Дамаскыға бара инем.
6Дамаскыға яҡынлашып килгәндә, көн уртаһындараҡ, ҡапыл күктән сағыу яҡтылыҡ төштө һәм тирә-яғым яҡтырып китте. 7Мин ергә йығылдым һәм: «Савл, Савл! Ниңә һин Мине эҙәрлекләйһең?» – тигән тауыш ишеттем. 8«Һин кем, Әфәнде?» – тип һораным. «Мин – һин эҙәрлекләгән назаралы Ғайса», – тине Ул миңә. 9Минең менән бергә булған кешеләр яҡтылыҡты күрҙе, ләкин миңә Һөйләүсенең тауышын ишетмәне. 10Мин Унан: «Әфәндем, миңә нимә эшләргә?» – тип һораным. «Тор ҙа Дамаскыға бар, унда һиңә билдәләп ҡуйылған барлыҡ эштәр тураһында әйтерҙәр», – тине миңә Раббы.
11Көслө яҡтылыҡтан һуҡырайғанға күрә, минең менән булған кешеләр мине Дамаскыға етәкләп алып барҙы. 12Дамаскыла йәшәүсе, бөтә йәһүдтәр араһында хөрмәтле, диндар һәм ҡанунға тоғро Анания исемле берәү 13яныма килде лә: «Савл туған! Күҙҙәрең асылһын», – тине. Шунда уҡ күҙҙәрем асылды һәм мин уны күрҙем. 14«Ата-бабаларыбыҙҙың Аллаһы Үҙ ихтыярын белергә, Хаҡ булғанды күреп, Уның тауышын ишетергә һине алдан билдәләне, – тине Анания. – 15Һин бөтә кешеләргә күргәндәреңде һәм ишеткәндәреңде һөйләп, Уның тураһында шаһитлыҡ ҡылырһың. 16Шулай итеп, тағы нимә көтөргә? Тор ҙа һыуға сумдырылыу йолаһын үт, Раббыға мөрәжәғәт итеп, гонаһтарыңды йыуып төшөр», – тине ул.
17Иерусалимға ҡайтып, Алла Йортонда ғибәҙәт ҡылған ваҡытта миңә илаһи күренмеш килде һәм мин 18Раббыны күрҙем. Ул миңә: «Тиҙерәк бул, Иерусалимдан йәһәтерәк кит, сөнки бында Минең хаҡтағы шаһитлығыңды ҡабул итмәйәсәктәр», – тине. 19«Раббым! – тинем мин. – Ғибәҙәтхананан-ғибәҙәтханаға йөрөп, Һиңә инанған кешеләрҙе төрмәгә ултыртыуым һәм туҡмауым хаҡында улар белә. 20Һинең хаҡта шаһитлыҡ ҡылыусы Стефандың ҡаны ҡойолған ваҡытта мин шунда инем. Мин уны үлтереүҙе хупланым, үлтереүселәрҙең кейемдәрен һаҡлап торҙом», – тип яуап бирҙем. 21Раббы миңә: «Бар, Мин һине алыҫҡа, башҡа халыҡтар янына ебәрәм», – тине.
Павел – Рим гражданы
22Ошо һүҙҙәрҙе әйткәнсе Павелды тыңланылар, ә унан:
– Был әҙәмде ер йөҙөнән юҡ итергә! Бындай кеше йәшәргә тейеш түгел! – тип ҡысҡыра башланылар.
23Улар аҡыра-аҡыра кейемдәрен өҫкә күтәреп болғаны. Һауала туҙан туҙҙырҙылар#22:23 Йәһүдтәрҙә ҡаты асыуланыуҙы белдергән хәрәкәт: ерҙән услап туҙан алғандар һәм һауаға һипкәндәр, кейемдәрен өҫкә күтәреп болғағандар.. 24Ғәскәриҙәр башлығы Павелды нығытмаға алып китергә әмер бирҙе. Уға ҡаршы шул тиклем аҡырыуҙарҙың сәбәбен белер өсөн, уны ҡамсылап һорау алырға бойорҙо. 25Ләкин уны ҡайыштар менән бәйләгән саҡта Павел үҙ янында торған йөҙбашынан:
– Рим гражданын хөкөм итмәй тороп ҡамсыларға рөхсәт ителәме ни һеҙгә? – тип һораны.
26Йөҙбашы, быны ишеткәс, ғәскәриҙәр башлығына барып:
– Һин нимә эшләйһең? Был бит Рим гражданы, – тине.
27Шунан һуң ғәскәриҙәр башлығы Павел янына килде:
– Әйт әле миңә, һин Рим гражданымы?
– Эйе, – тине Павел.
28– Мин иһә был гражданлыҡты күп аҡса түләп алдым, – тип яуап бирҙе ғәскәриҙәр башлығы.
– Ә мин шул гражданлыҡта тыуҙым, – тине Павел.
29Һорау алырға теләүселәр шунда уҡ уның янынан ситкәрәк китте, ә ғәскәриҙәр башлығы, Павелдың Рим гражданы икәнен белгәс, уны бәйләргә ҡушҡаны өсөн ҡурҡыуға төштө.
Павел Юғары кәңәшмә алдында
30Икенсе көндө, йәһүдтәрҙең Павелды ни өсөн ғәйепләүен аныҡ белергә теләп, ғәскәриҙәр башлығы баш руханиҙарға, Юғары кәңәшмә ағзаларының бөтәһенә лә йыйылырға әмер бирҙе һәм Павелды, бығауҙарын систереп, улар алдына баҫтырҙы.

Currently Selected:

Ғәмәлдәр 22: BskNT14

Highlight

Share

Compare

Copy

None

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in