Ғәмәлдәр 21
21
Павелдың Милиттан Иерусалимға барыуы
1Беҙ, улар менән һаубуллашып, юлға сыҡтыҡ һәм туп-тура Кос утрауындағы ҡалаға килдек. Икенсе көндө Родоста, унан Патара утрауында булдыҡ. 2Унда Финикия өлкәһенә барыусы карапты табып ултырҙыҡ та ҡуҙғалып киттек. 3Кипр утрауын көньяғынан урап үтеп, Сүриә өлкәһенә табан йөҙҙөк. Тирҙа туҡталыш яһаныҡ, сөнки унда караптан йөк бушатылырға тейеш ине.
4Шәкерттәрҙе эҙләп тапҡандан һуң, яндарында ете көн булдыҡ. Улар, Рух күрһәтеүенән сығып, Павелды Иерусалимға бармаҫҡа киҫәтте. 5Китер ваҡыт еткәс, юлға сыҡтыҡ. Барлыҡ иман тотоусылар ҡатындары һәм балалары менән беҙҙе ҡала ситенә тиклем оҙата барҙы, ә яр буйына килеп еткәс, бөтәбеҙ бергә тубыҡланып доға ҡылдыҡ. 6Хушлашҡандан һуң беҙ карапҡа ултырҙыҡ, ә улар өйҙәренә ҡайтып китте.
7Юлыбыҙҙы дауам итеп, Птолемаида ҡалаһына килеп төштөк. Унда имандаштар янына барып, улар менән бер көн булдыҡ. 8Ә икенсе көндө Павел менән беҙ Кесарияға килдек һәм Иерусалимда һайланған ете ярҙамсының#21:8 Был хаҡта 6:1-6 аяттарынан уҡығыҙ. береһе, Һөйөнөслө Хәбәрҙе таратыусы Филиптың өйөндә туҡталдыҡ. 9Уның Алла һүҙҙәрен иғлан итеүсе пәйғәмбәр ҡыҙҙары – кейәүгә сыҡмаған дүрт ҡыҙы бар ине.
10Беҙ килеүгә бер нисә көн уҙғас, Йәһүҙиәнән Агав исемле бер пәйғәмбәр пәйҙә булды. 11Ул беҙҙең янға килеп, Павелдың билбауын алып, үҙенең аяҡ-ҡулын бәйләне.
– Изге Рух: «Иерусалимдағы йәһүдтәр был билбауҙың эйәһен бына шулай бәйләйәсәк һәм уны мәжүсиҙәр ҡулына тапшырасаҡ», – тип әйтә, – тине Һағәб.
12Быны ишеткәс, беҙ һәм унда булған башҡа кешеләр Павелдың Иерусалимға бармауын үтендек. 13Әммә ул:
– Һеҙ нимә эшләйһегеҙ? Ниңә илайһығыҙ һәм минең йөрәгемде телгеләйһегеҙ? Мин Раббы Ғайса исеме хаҡына Иерусалимда тотҡон булырға ғына түгел, үлергә лә әҙермен, – тип яуап бирҙе.
14Беҙ иһә, уны күндерә алмағас, тынысланып:
– Раббының ихтыярынса булһын! – тинек.
15Кесарияла бер ни тиклем ваҡыт үткәргәс, йыйынып, Иерусалимға киттек. 16Беҙҙең менән бергә Кесариянан бер нисә шәкерт тә барҙы. Улар беҙҙе күптән иманға килгән кипрлы Мнасон атлы шәкерт янына, беҙ туҡталасаҡ өйгә алып барҙы.
Павел Яҡуб янында
17Иерусалимға килгәс, имандаштар беҙҙе шатланып ҡабул итте. 18Икенсе көндө Павел Яҡуб янына килде. Беҙ ҙә уға эйәреп барҙыҡ. Унда барлыҡ берҙәмлек өлкәндәре йыйылғайны. 19Павел уларҙы сәләмләгәндән һуң, үҙенең хеҙмәте аша Алланың башҡа халыҡтар араһында ниҙәр эшләгәнлеге тураһында ентекләп һөйләп бирҙе. 20Уны тыңлағас, ундағылар Алланы данлап Павелға:
– Беләһеңме, имандаш, – тинеләр, – йәһүдтәр араһында инде нисә мең иманға килгән кеше бар. Уларҙың бөтәһе лә Муса ҡанунын бик ихлас яҡлай. 21Һинең хаҡта уларға, һин, йәнәһе, бүтән халыҡтар араһында йәшәгән барлыҡ йәһүдтәрҙе улдарын сөннәткә ултыртмаҫҡа һәм йәһүд халҡының йолаларын тотмаҫҡа өндәп, Муса ҡанунынан баш тартырға өйрәтәһең икән, тип әйткәндәр. 22Нимә эшләргә? Әлбиттә, улар һинең килеүеңде ишетер. 23Шуға күрә, кәңәшебеҙ шул: беҙҙә нәҙер әйткән дүрт кеше бар. 24Улар менән бергә таҙарыныу йолаһын үтә. Сәстәрен алдыра алһындар өсөн, уларҙың сығымдарын үҙ өҫтөңә ал. Бөтәһе лә һинең хаҡта ишеткәндәренең дөрөҫ түгеллеген һәм үҙеңдең дә ҡанунға буйһоноп йәшәүеңде күрер.
25Ә инде Ғайса Мәсихкә инанған башҡа халыҡ кешеләренә килгәндә, беҙ уларға үҙебеҙҙең ҡарарҙы әйтеп хат яҙҙыҡ. «Ялған илаһтарға ҡорбан итеп килтерелгән ризыҡтан, ҡандан, быуып үлтерелгән хайуан итенән һәм енси аҙғынлыҡтан тыйылығыҙ», – тинек уларға.
26Шулай итеп, икенсе көндө теге кешеләрҙе үҙе менән алып, Павел улар менән бергә таҙарыныу йолаһын үтте. Шунан һуң Алла Йортона инде. Унда ул таҙарыныу көндәренең ҡасан тамам буласағы һәм ҡасан уларҙың һәр береһе өсөн ҡорбан килтереләсәге хаҡында иғлан итте.
Павелдың ғибәҙәтханала ҡулға алыныуы
27Ете таҙарыныу көнө үтте тигәндә Асия өлкәһенән килгән бер нисә йәһүд, Павелды Алла Йортонда күреп, уға ҡаршы бөтә халыҡты ҡотортто. Уны тотоп алып:
28– Израилдәр, ярҙам итегеҙ! Бөтөн ерҙә беҙҙең халыҡҡа, ҡанунға һәм был урынға ҡаршы өйрәтә торған кеше ошо. Өҫтәүенә, йәһүд булмағандарҙы Алла Йортона алып килеп, был изге урынды мәсхәрә итте, – тип ҡысҡырҙылар.
29Улар уны элегерәк ҡалала Ефес кешеһе Трофим менән бергә күргәнлектән: «Павел уны Алла Йортона ла алып ингән», – тип уйлайҙар ине.
30Бөтә ҡалала ығы-зығы ҡупты, төрлө яҡтан халыҡ йыйылды. Павелды Алла Йортонан һөйрәп алып сыҡтылар ҙа, шунда уҡ ҡапҡаларҙы бикләп ҡуйҙылар. 31Улар уны үлтерергә тырышҡан мәлдә, ғәскәриҙәр башлығына бөтә Иерусалимда башланған буталыш тураһында хәбәр иттеләр. 32Ул шунда уҡ, ғәскәриҙәр һәм йөҙбашылар менән бергә, халыҡ йыйылған ергә йүгерҙе. Кешеләр, башлыҡты һәм ғәскәриҙәрҙе күреп, Павелды туҡмауҙан туҡтаны. 33Ғәскәриҙәр башлығы яҡыныраҡ килеп Павелды ҡулға алырға, уны ике сылбыр менән бығауларға әмер бирҙе.
– Был кеше кем һәм ул нимә эшләне? – тип һораны ул.
34Халыҡ араһында берәүҙәр бер нәмә, икенселәре башҡа нәмә ҡысҡыра башланы. Ғәскәриҙәр башлығы бындай шау-шыуҙа эштең ниҙәлеген белә алманы, шунлыҡтан Павелды нығытмаға алып барырға ҡушты. 35Улар баҫҡысҡа килеп еткәндә, халыҡ ҡыҫырыҡлағанлыҡтан, ғәскәриҙәргә Павелды күтәреп барырға тура килде. 36Халыҡ төркөмө:
– Үлем уға! – тип ҡысҡыра-ҡысҡыра эйәреп барҙы.
37Нығытма ишектәренә яҡынлашҡас, Павел ғәскәриҙәр башлығына:
– Һиңә бер нәмә әйтергә мөмкинме? – тине.
– Һин грекса беләһең икән дә баһа! – тип ғәжәпләнде теге. – 38Тимәк, элегерәк фетнә күтәреп, дүрт мең юлбаҫарҙы сүлгә алып сыҡҡан Мысыр кешеһе һин түгел?
39– Мин – йәһүд, Киликия өлкәһендәге арыу уҡ танылған Тарс ҡалаһынан. Үтенәм, халыҡҡа һөйләргә рөхсәт ит, – тине Павел уға.
40Ғәскәриҙәр башлығы рөхсәт бирҙе. Павел баҫҡыста торған килеш халыҡҡа ишара яһаны. Тәрән тынлыҡ урынлашты һәм Павел йәһүд телендә һөйләй башланы.
Currently Selected:
Ғәмәлдәр 21: BskNT14
Highlight
Share
Compare
Copy
Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in
© Институт перевода Библии, 2014