1
Ғивриҙәргә 10:25
Изге Яҙма
БашИЯ2023
Ҡайһы берәүҙәр кеүек, ғибәҙәт ҡылыу өсөн бергә йыйылыуҙан баш тартмайыҡ, киреһенсә, бер-беребеҙҙе тағы ла нығыраҡ ҡеүәтләп торайыҡ, сөнки Раббы көнөнөң яҡынлашыуын күрәбеҙ бит.
Compare
Explore Ғивриҙәргә 10:25
2
Ғивриҙәргә 10:24
Бер-беребеҙгә иғтибарлы булайыҡ, бер-беребеҙҙе мөхәббәт менән изге эштәргә дәртләндерәйек.
Explore Ғивриҙәргә 10:24
3
Ғивриҙәргә 10:23
Беҙгә өмөт биргән иманды тотоуыбыҙҙа ныҡ торайыҡ, сөнки вәғәҙә биргән Зат – тоғро.
Explore Ғивриҙәргә 10:23
4
Ғивриҙәргә 10:36
Алла ихтыярын үтәп, шунан һуң вәғәҙә ителгәнде алыр өсөн һеҙгә сыҙамлыҡ кәрәк.
Explore Ғивриҙәргә 10:36
5
Ғивриҙәргә 10:22
Шуға күрә ихлас күңел, иман алып килгән тулы ышаныс менән күңелдәребеҙҙе бысранған выждандан таҙарындырып, тәнебеҙҙе саф һыу менән йыуып, Аллаға яҡынлайыҡ.
Explore Ғивриҙәргә 10:22
6
Ғивриҙәргә 10:35
Шуға ла ҡыйыулыҡты ситкә алып ташламағыҙ, һеҙ йомарт бүләкләнәсәкһегеҙ.
Explore Ғивриҙәргә 10:35
7
Ғивриҙәргә 10:26-27
Әгәр беҙ хәҡиҡәтте танып белгәндән һуң да гонаһ ҡылыуыбыҙҙы аңлы рәүештә дауам итһәк, гонаһтарыбыҙ өсөн башҡаса ҡорбан ҡалмай. Ә хөкөмдө һәм Алланың дошмандарын ялмап юҡ итәсәк ҡоторонҡо утты ҡурҡып көтөргә генә ҡала.
Explore Ғивриҙәргә 10:26-27
Home
Bible
Plans
Videos