YouVersion Logo
Search Icon

Ғивриҙәргә 10

10
1Ҡанун – килә торған яҡшы нәмәләрҙең үҙе түгел, ә күләгәһе генә. Шуға күрә, йыл һайын бер төрлө ҡорбандар килтереп, ул Алла алдына килгән кешеләрҙе камил итә алмай. 2Әгәр ҙә ҡанун быны эшләй алһа, артабан ҡорбан килтерелмәҫ ине, сөнки Аллаға ғибәҙәт ҡылыусылар бер тапҡыр таҙарыныу менән бүтәнсә үҙҙәренең гонаһтары өсөн ғәйеп тоймаҫтар ине. 3Ләкин был ҡорбандар гонаһтар тураһында йылдың-йылы иҫкә төшөрөп тора. 4Сөнки үгеҙ йәки кәзә ҡаны менән гонаһтарҙы юҡҡа сығарыу мөмкин түгел. 5#Зәб 39:7-9.Шуға күрә Мәсих донъяға килгәс былай тине:
«Һин ҡорбандар ҙа, бүләктәр ҙә теләмәнең,
ләкин Минең өсөн тән әҙерләнең.
6Тотош яндырыу ҡорбандары ла,
гонаһ ҡорбандары ла
күңелеңә хуш килмәне.
7Шул саҡта Мин: „Бына Мин.
Минең хаҡта төргәк китапта яҙылғанса,
эй Алла, ихтыярыңды үтәргә килдем“, – тинем».
8Шулай итеп, Ул тәүҙә: «Һин ҡорбандар ҙа, бүләктәр ҙә, тотош яндырыу ҡорбандары ла, гонаһ өсөн ҡорбандар ҙа теләмәнең һәм улар күңелеңә хуш килмәне», – тип әйткән. Ә был ҡанун буйынса талап ителде. 9Унан һуң Мәсих: «Бына Мин, Һинең ихтыярыңды үтәргә тип килдем», – тигән. Ул, алдағы талаптарҙы үҙ көсөнән сығарып, яңыны индерә. 10Мәсих арҡылы атҡарылған Алла ихтыяры буйынса беҙ Ғайса Мәсихтең тәне бер тапҡыр һәм мәңгегә ҡорбан ителеүе менән изгеләндерелдек.
11 # Сығ 29:38. Һәр ҡаһин, көн һайын үҙ хеҙмәтен үтәп, ҡабат-ҡабат бер төрлө ҡорбандар килтерә, әммә был ҡорбандар бер ваҡытта ла гонаһтарҙы юҡҡа сығара алмай, 12Мәсих иһә, гонаһтар өсөн мәңгелек көскә эйә булған бер генә ҡорбан килтереп, мәңгегә Алланың уң яғына ултырҙы. 13Шул ваҡыттан алып Ул дошмандарының Үҙ аяҡтарының аҫтына баҫҡыс итеп һалыныуын көтә. 14Ул бер ҡорбан менән изге ителеүселәрҙе мәңгегә камил итте. 15Был хаҡта беҙгә Изге Рух та шаһитлыҡ ҡыла. Башта былай тип әйткән:
16 # Йер 31:33. «Ул көндәрҙән һуң
Мин улар менән төҙөйәсәк килешеү ошо, – ти Раббы. –
Ҡанундарымды уларҙың күңелдәренә һалырмын,
зиһендәренә яҙып ҡуйырмын».
17 # Йер 31:34. Унан Ул былай тип өҫтәй:
«Енәйәттәрен ғәфү итермен,
гонаһтарын башҡаса иҫемә төшөрмәҫмен».
18Ә гонаһтар ярлыҡанған икән, ҡорбан килтереү мохтажлығы юҡ инде.
Ныҡ булығыҙ!
19Шулай итеп, имандаштар, беҙ Ғайса ҡаны менән ҡыйыу рәүештә Иң мөҡәддәс урынға инә алабыҙ. 20Ул беҙгә яңы, йәшәү биргән юл асты һәм был юл пәрҙә, йәғни Уның ғазаптар кисергән тәне аша үтә. 21Беҙҙең Алла йорто башында тороусы бөйөк Ҡаһиныбыҙ бар. 22Шуға күрә ихлас күңел, иман алып килгән тулы ышаныс менән күңелдәребеҙҙе бысранған выждандан таҙарындырып, тәнебеҙҙе саф һыу менән йыуып, Аллаға яҡынлайыҡ. 23Беҙгә өмөт биргән иманды тотоуыбыҙҙа ныҡ торайыҡ, сөнки вәғәҙә биргән Зат – тоғро. 24Бер-беребеҙгә иғтибарлы булайыҡ, бер-беребеҙҙе мөхәббәт менән изге эштәргә дәртләндерәйек. 25Ҡайһы берәүҙәр кеүек, ғибәҙәт ҡылыу өсөн бергә йыйылыуҙан баш тартмайыҡ, киреһенсә, бер-беребеҙҙе тағы ла нығыраҡ ҡеүәтләп торайыҡ, сөнки Раббы көнөнөң яҡынлашыуын күрәбеҙ бит.
26Әгәр беҙ хәҡиҡәтте танып белгәндән һуң да гонаһ ҡылыуыбыҙҙы аңлы рәүештә дауам итһәк, гонаһтарыбыҙ өсөн башҡаса ҡорбан ҡалмай. 27Ә хөкөмдө һәм Алланың дошмандарын ялмап юҡ итәсәк ҡоторонҡо утты ҡурҡып көтөргә генә ҡала. 28#Ҡнн 17:6.Муса ҡанунынан баш тартҡан һәр кеше, ике йәки өс шаһит күрһәтеүе буйынса, аяуһыҙ рәүештә үлемгә дусар ителә. 29Ә Алла Улын аяҡ аҫтына һалып тапаған һәм ҡасандыр үҙе изгеләнгән килешеү ҡанын мыҫҡыл итеп мәрхәмәт Рухын кәмһеткән кеше, һеҙҙеңсә, ни ҡәҙәр ҡаты язаға лайыҡ? 30#Ҡнн 32:35.#Ҡнн 32:36.«Ҡон ҡайтарыу – Минән, әжерен Үҙем бирермен» һәм тағы «Раббы Үҙ халҡын хөкөм итәсәк» тип Әйтеүсене беҙ беләбеҙ. 31Тере Алла ҡулына эләгеү ҡот осҡос!
32Алла яҡтылығы һеҙҙе яңы ғына яҡтыртҡандан һуң булып үткән көндәрегеҙҙе, ул саҡтағы ғазаптарға түҙгән мәлдәрегеҙҙе иҫегеҙгә төшөрөгөҙ. 33Һеҙҙе ҡайһы саҡта халыҡ алдында мәсхәрәләнеләр, эҙәрлекләнеләр, ҡайһы саҡта һеҙ шул хәлдәрҙе кисергән кешеләр менән иңгә-иң терәшеп торҙоғоҙ. 34Һеҙ тотҡондағы әҙәмдәрҙең хәленә индегеҙ, милкегеҙҙән мәхрүм итеүҙе ҡыуаныс менән ҡабул иттегеҙ, сөнки күктә һәйбәтерәк, мәңгелек байлығығыҙ барлығын белә инегеҙ. 35Шуға ла ҡыйыулыҡты ситкә алып ташламағыҙ, һеҙ йомарт бүләкләнәсәкһегеҙ. 36Алла ихтыярын үтәп, шунан һуң вәғәҙә ителгәнде алыр өсөн һеҙгә сыҙамлыҡ кәрәк. 37#Хав 2:3-4.Изге Яҙмала әйтелгәнсә:
«Әҙ генә, бик әҙ генә ҡалды, һәм
килергә тейешле Зат килер, Ул оҙаҡ көттөрмәҫ.
38Минең тәҡүә кешем үҙенең иманы арҡаһында йәшәр.
Әгәр сигенә ҡалһа,
уны күңелем ҡабул итмәйәсәк».
39Беҙ имандан сигенеп һәләк булыусыларҙан түгел, беҙ – иманыбыҙға тоғро ҡалған һәм йәнен һаҡлап алып ҡалған кешеләрбеҙ.

Highlight

Share

Copy

None

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in