Ибраһим да иман аша Алла тарафынан саҡырылыуға буйһоноп, ҡайҙа барғанлығын белмәһә лә, киләсәктә милек итеп алырға тейеш булған ергә бара. Иман менән ул үҙенә вәғәҙә ителгән ергә килеп урынлашып, килмешәк булып сатырҙа йәшәй. Уның кеүек, Исхаҡ менән Яҡуп та сатырҙа йәшәй. Улар ҙа уның менән бергә Алла вәғәҙә иткәнде алырға тейеш була.