Logoja YouVersion
Ikona e kërkimit

Иҫәп 17

17
Һарун таяғының сәскә атыуы
1Раббы Мусаға былай тине:
2– Исраилдарға әйт, һәр ырыуҙың башлығы берәрҙән һиңә йәмғеһе ун ике таяҡ бирһен, һәр таяҡҡа башлыҡтың исемен яҙып ҡуй. 3Левиҙең таяғына Һарундың исемен яҙ. Һәр ырыу башлығынан бер таяҡ бирелергә тейеш. 4Таяҡтарҙы Осрашыу сатырындағы Мин һеҙҙең менән осраша торған Килешеү һандығы алдына ҡуй. 5Кемде һайлаһам, шуның таяғы сәскә атыр. Мин Исраил халҡының һеҙгә һуҡраныуын шулай туҡтатырмын.
6Муса был һүҙҙәрҙе исраилдарға еткерҙе, һәм ырыу башлыҡтарының һәр береһе биргән таяҡтан барлығы ун ике таяҡ йыйылды, Һарун таяғы ла шулар араһында ине. 7Муса таяҡтарҙы Килешеү сатырына Раббы ҡаршыһына һалды.
8Иртәгәһенә Муса Килешеү сатырына инһә, ни күрә: Һарундың таяғы – Леви нәҫеленең таяғы – бөрөләнеп, сәскә атҡан, шунан баҙам сәтләүеге өлгөргән! 9Муса, бөтә таяҡтарҙы ла Раббы ҡаршыһынан алып, халыҡ алдына сыҡты. Быны һәммәһе лә күрҙе. Ырыу башлыҡтарынан һәр кем үҙ таяғын таратып алды. 10Раббы Мусаға былай тине:
– Һарундың таяғын, фетнәселдәргә билдә итеп, улар Миңә һуҡранып үлемгә дусар булмаһын өсөн, Килешеү һандығы алдына ҡабат һаҡлауға һал.
11Муса шулай итте, Раббы нимә бойорһа, шуны эшләне.
12Исраилдар Мусаға былай тине:
– Бына, беҙ үләбеҙ, һәләк булабыҙ, барыбыҙ ҙа харап була! 13Раббы сатырына яҡын килгән һәр кем үлә. Барыбыҙ ҙа үлеп бөтөрмө икән ни?

Aktualisht i përzgjedhur:

Иҫәп 17: БашИЯ2023

Thekso

Ndaje

Kopjo

None

A doni që theksimet tuaja të jenë të ruajtura në të gjitha pajisjet që keni? Regjistrohu ose hyr