Иҫәп 16
16
Ҡорахтың Муса менән Һарунға ҡаршы фетнәһе
1Леви улы Ҡыһаҫтан тыуған Исһарҙың улы Ҡорах һәм Рәүвән нәҫеленән Әлиав улдары Даҫан менән Авирам, Пәләҫ улы Он 2Мусаға ҡаршы баш күтәрҙе. Уларға Исраил йәмғиәтенән ике йөҙ илле ир – йәмғиәт башлыҡтары, дәрәжәле кешеләр – ҡушылды. 3Бергәләшеп Муса менән Һарунға ҡаршы сыҡтылар ҙа:
– Һеҙ хаттин ашып киттегеҙ! Йәмғиәттең һәр бер кешеһе изге, арабыҙҙа – Раббы! Ниңә һеҙ үҙегеҙҙе Раббы халҡынан өҫтөн ҡуяһығыҙ? – тинеләр.
4Быны ишетеп, Муса йөҙтүбән ергә ҡапланды. 5Һуңынан Ҡорах менән уның яҡлыларға былай тине:
– Кем Уныҡы икәнлеген, кем Үҙенә яҡынайтырлыҡ изге икәнлеген иртәгә Раббы Үҙе күрһәтер. Кемде һайлап алһа, шуға Үҙенә яҡынайырға рөхсәт итер, – тине. 6– Ә һеҙ, Ҡорах һәм дә уның яҡлылар, бына нимә эшләгеҙ: һәммәгеҙ төтәҫләгес алығыҙ, 7иртәгә шуға ҡуҙ, ҡуҙ өҫтөнә Раббы хозурында хуш еҫле матдәләр һалығыҙ. Раббы кемде һайлаһа, шул изге булыр. Етер һеҙгә, Леви улдары!
8Муса Ҡорахҡа былай тип тә әйтте:
– Леви улдары, тыңлағыҙ әле: 9Исраил Аллаһының һеҙҙе Исраил йәмғиәтенән айырып алғаны, Раббы сатырында хеҙмәт итһен, Раббы йәмғиәте алдында уға хеҙмәттә булһын тип, һеҙҙе Үҙенә яҡынайырға рөхсәт иткәне етмәйме ни? 10Ул һине, һинең менән бергә бөтә ағай-энеңде, Леви нәҫелен, Үҙенә яҡынайтты, ә һеҙ тағы ҡаһинлыҡ даулай башланығыҙ. 11Һин бит әле үҙең яҡлылар менән бергә Раббының Үҙенә ҡаршы сыҡтың. Һарун кем ул, уға ҡаршы һөйләнергә?
12Муса Әлиав улдары Даҫан менән Авирамды саҡыртырға ҡушты, ләкин былар килеүҙән баш тартты:
13– Һинең беҙҙе һәләк итер өсөн һөт менән бал аҡҡан ерҙән алып сыҡҡаның аҙмы ни? Инде хәҙер өҫтөбөҙҙән хакимлыҡ итергә теләйһең! 14Һин беҙҙе һөт һәм бал ағып ятҡан ергә килтерҙеңме, беҙгә баҫыуҙар һәм йөҙөм баҡсалары бирҙеңме? Кешеләрҙе һуҡыр тип уйлайһыңмы әллә? Бармайбыҙ һинең яныңа!
15Мусаның быға бик ныҡ асыуы килде лә Раббыға:
– Уларҙың саҙаҡаһына илтифат итмә. Мин уларҙан хатта бер ишәк тә алманым, береһенә бер яманлыҡ ҡылманым, – тине.
16Муса Ҡорахҡа былай тине:
– Иртәгә һин үҙең һәм һине яҡлап сыҡҡан бөтә кеше Раббы ҡаршыһына баҫығыҙ, Һарун да шунда булыр. 17Һәр берегеҙ төтәҫләгесегеҙҙе алығыҙ, уға һумала-майҙар һалығыҙ. Һәр кем үҙ төтәҫләгесен Раббы ҡаршыһына килтерһен, ике йөҙ илле төтәҫләгес булһын, һин дә үҙ төтәҫләгесеңде алып кил. Һарун да үҙ төтәҫләгесе менән килер.
18Һәр кем үҙенең төтәҫләгесенә ҡуҙ, өҫтөнә хуш еҫле матдәләр һалды, шунан Осрашыу сатыры алдына килеп баҫты. Муса менән Һарун да килде. 19Ҡорах Муса менән Һарунға ҡаршы үҙе яҡлыларҙы Осрашыу сатыры ауыҙына йыйғас, бөтә йәмғиәт алдында Раббының шөһрәте пәйҙә булды.
20Раббы Муса менән Һарунға былай тине:
21– Был йәмғиәттән ситкәрәк китегеҙ, Мин уларҙы күҙ асып йомғансы һәләк итәм.
22Тик Муса менән Һарун йөҙтүбән ергә ҡапланып:
– Эй Аллабыҙ, бөтә йән эйәләренә һулыш биргән Алла! Бер кеше гонаһ ҡылды, ә Һин бөтә йәмғиәткә асыуланаһыңмы? – тип ялбарҙы.
23Раббы Мусаға былай тине:
24– Бөтә йәмғиәткә еткерегеҙ: Ҡорахтың, Даҫандың һәм Авирамдың сатырҙарынан ситкә китһендәр.
25Муса Даҫан менән Авирам эргәһенә йүнәлде, уның артынан Исраил аҡһаҡалдары эйәрҙе.
26Муса йәмғиәткә былай тине:
– Был инабатһыҙ әҙәмдәрҙең гонаһтарына батып, улар менән бергә һәләк булмаҫ өсөн, сатырҙарынан ситкә китегеҙ, бер әйберҙәренә лә ҡағылмағыҙ.
27Халыҡ Ҡорах, Даҫан һәм Авирамдың сатырҙарынан ситкәрәк китте. Даҫан менән Авирам иһә ҡатындары, балалары һәм сабыйҙары менән сатырҙары алдына сығып баҫты.
28Муса былай тине:
– Хәҙер был эштәрҙе башҡарыр өсөн мине Раббы ебәргәнен, быларҙы үҙ ихтыярым менән эшләмәгәнемде белерһегеҙ. 29Әгәр улар ҡәҙимге кеше шикелле вафат булһа, тәҡдирҙәре башҡа кешеләрҙеке кеүек булһа, тимәк, мине Раббы ебәрмәгән. 30Әгәр инде Раббы ғәҙәттән тыш ғәмәл ҡылып, ер ауыҙын асһа һәм уларҙы барлыҡ мөлкәттәре менән бергә йотһа, улар тереләй үлеләр донъяһына төшһә, был кешеләрҙең Раббынан ваз кискәнен аңларһығыҙ.
31Мусаның ошо һүҙҙәрҙе әйтеүе булды, тегеләр аҫтында ер ярылып китте. 32Ер ауыҙын асты ла уларҙы, ғаиләләрен, Ҡорах яҡлыларҙы һәм бөтә мал-мөлкәтен йотто. 33Бөтә әйберҙәре менән улар тереләй үлеләр донъяһына төштө. Ер ауыҙын япты һәм улар халыҡ араһынан юҡ булды. 34Әйләнә-тирәлә торған бар исраилдар, быларҙың аҡырышҡанын ишетеп:
– Ер беҙҙе лә йотоп ҡуймағайы, – тиешеп, ситкә ҡасты.
35Раббының хозурынан ут сығып, хуш еҫле матдәләр килтергән теге ике йөҙ илле ирҙе лә һәләк итте.
36Раббы Мусаға былай тине:
37– Һарун улы Әлғазар ҡаһинға әйт, янғын урынында төтәҫләгестәрҙе, ҡуҙҙарын ситкә түгеп, йыйып алһын, сөнки улар изге. 38Ҡылған гонаһтары өсөн үлтерелгән был бәндәләрҙең төтәҫләгестәре табаҡ-табаҡ итеп сүкелеп, ҡорбан усағын көпләүгә тотонолһон. Был төтәҫләгестәр Раббы ҡаршыһына килтерелгәнлектән, изгеләнде. Исраил халҡына иҫкәртеү билдәһе булып торһон улар.
39Әлғазар ҡаһин ут яндырған кешеләрҙең баҡыр төтәҫләгестәрен йыйып алды, уларҙы ҡорбан усағын көпләр өсөн табаҡ-табаҡ итеп сүкеп йәйҙеләр. 40Раббының Муса аша әйткәне ғәмәлгә ашты. Һарун тоҡомона ҡарамаған берәү ҙә Раббы ҡаршыһында хуш еҫле матдәләр төтәтә күрмәһен, Ҡорах һәм уның яҡлылар менән булған хәл ҡабатланмаһын өсөн, исраилдарға киҫәтеү булды был.
41Иртәгәһенә бөтә Исраил йәмғиәте:
– Раббының халҡын һеҙ үлтерҙегеҙ, – тип Муса менән Һарунға ябырылды.
42Бөтә йәмғиәт Муса менән Һарунға ҡаршы сығыр өсөн йыйылышып Осрашыу сатыры яғына йүнәлгәс, ҡараһалар – сатырҙы болот ҡаплаған һәм Раббы шөһрәте пәйҙә булған. 43Муса менән Һарун Осрашыу сатыры алдына килде. 44Раббы Мусаға:
45– Был йәмғиәттән ситкә китегеҙ, Мин уларҙы һә тигәнсе һәләк итәм, – тине.
Ләкин улар йөҙтүбән ергә ҡапланды.
46Муса Һарунға:
– Бар, төтәҫләгес алып, уға ҡуҙ, һумала-майҙар һал да йәһәт кенә йәмғиәт алдына алып бар, улар өсөн пакландырыу йолаһын үткәр, сөнки Раббы асыуланды, үләт ҡырғыны башланды, – тине.
47Һарун йәһәт кенә Муса әйткәнде алды ла халыҡ яғына йүгерҙе, халыҡҡа үләт төшә башлағайны инде. Һарун хуш еҫле матдәләрҙе ҡуҙ өҫтөнә һалып, халыҡты пакландырыу йолаһын үтәне. 48Ул тереләр менән үлеләр араһына баҫты – ҡырғын туҡталды. 49Был үләттән, Ҡорах менән һәләк булғандарҙан тыш, ун дүрт мең ете йөҙ кеше һәләк булды. 50Ҡырғын туҡталғас, Һарун Осрашыу сатыры ауыҙына Муса эргәһенә ҡайтты.
Aktualisht i përzgjedhur:
Иҫәп 16: БашИЯ2023
Thekso
Ndaje
Kopjo
A doni që theksimet tuaja të jenë të ruajtura në të gjitha pajisjet që keni? Regjistrohu ose hyr
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

: