Иҫәп 18
18
Ҡаһиндар менән левиҙәрҙең вазифалары
1Раббы Һарунға былай тине:
– Изге урынға ҡағылышлы бөтә етешһеҙлектәр өсөн һин үҙең, улдарың һәм тотош атаң нәҫеле яуаплы. Ҡаһин вазифаһын үтәгәндәге етешһеҙлектәр өсөн фәҡәт һин һәм улдарың ғәйепле булыр.
2Атайың ырыуынан булған ҡәрҙәштәреңде, Леви ырыуын, үҙ яныңа ал. Улар һинең эргәлә булһын, һин улдарың менән Килешеү сатыры алдында хеҙмәт иткәндә улар һиңә ярҙам итһен. 3Улар һинең ҡул аҫтыңда сатыр хеҙмәтен башҡарһын, әммә Изге урындың әйберҙәренә лә, ҡорбан усағына ла яҡын килә күрмәһен – харап булырҙар, һеҙҙе лә харап итерҙәр. 4Улар һиңә ярҙамлашһын, Осрашыу сатырында хеҙмәт итеп, ундағы бөтә эште башҡарһын. Ә сит-яттан берәү ҙә һеҙгә яҡын килмәһен. 5Бынан һуң Исраил халҡына асыуым төшмәһен өсөн Изге урын һәм ҡорбан усағы эргәһендәге эшкә һеҙ яуаплы. 6Бына Мин исраилдар араһынан Леви ырыуынан булған ҡәрҙәштәрегеҙҙе һеҙгә бүләк итеп һайлап алдым. Улар, Осрашыу сатырында хеҙмәт итһендәр өсөн, Раббыға бағышлана.
7Әммә ҡорбан усағы янында һәм пәрҙә артындағы бөтә нәмәгә ҡарата бары тик һин һәм улдарың ғына ҡаһинлыҡ хеҙмәтен атҡарығыҙ. Һеҙгә Мин бүләк итеп ҡаһинлыҡ хеҙмәтен бирәм. Изге урынға һеҙҙән башҡа кем генә яҡынлашһа ла, үлемгә дусар ителһен.
Ҡаһиндар менән левиҙәрҙең өлөшө
8Раббы Һарунға былай тине:
– Миңә килтерелгән бөтә ҡорбан-саҙаҡаларҙы күҙәтеүҙе һиңә тапшырам. Исраилдарҙың бөтә изге ҡорбан-саҙаҡаларын мәңгелек өлөш итеп һиңә һәм һинең улдарыңа бирәм. 9Изгеләрҙән-изге ҡорбандарҙан – яндырылмай торғанынан Миңә тип килтерелгән бөтә икмәк саҙаҡаһы, гонаһ һәм ғәйеп ҡорбандары һинеке. Изгеләрҙән-изге был ҡорбандар – һиңә һәм дә уландарыңа. 10Уларҙы иң изге ҡорбан булараҡ ашарһығыҙ. Уны тик ир затынан булғандар ғына ашай ала. Был өлөш һинең өсөн изге булыр.
11Килтерелгән ҡорбан-саҙаҡаларҙан һиңә тағы ла ошолар тейеш: исраилдарҙың бөтә һелкетмә ҡорбандарын Мин мәңгелек өлөш итеп һиңә, һинең улдарыңа, ҡыҙҙарыңа бирәм. Йортоңдағы һәр пак кеше уларҙы ашай ала.
12Раббыға килтерелгән тәүге уңыш саҙаҡаларын – зәйтүн майының, яңы шараптың һәм ашлыҡтың иң яҡшыһын – Мин һиңә бирәм. 13Ерҙә үҫтерелгән һәм Раббыға килтерелгән тәүге уңыштың һәммәһе һинеке булыр. Йортоңдағы бөтә пак кеше уны ашай ала. 14Исраил ерендә Раббыға бағышланған бөтә нәмә һинеке булһын. 15Инә ҡарынының Раббыға тәғәйенләнгән тәүге иркәк емешен – кешеләрҙеке лә, мал-тыуарҙыҡы ла – һинеке. Әмма беренсе булып тыуған ир бала, хәләл булмаған малдың беренсе булып тыуған иркәк балаһы йолом түләп кире һатып алынырға тейешле. 16Йолом хаҡы былай: бер айы тулған бала өсөн изге шекелгә күрә биш шекел көмөш ал. Бер шекелдә – егерме гера. 17Әммә һыйыр малының беренсе иркәк быҙауы, һарыҡ-кәзәнең беренсе тәкә бәрәсе өсөн йолом алма: улар изге. Уларҙың ҡанын ҡорбан усағына һирп, эс майын яндыр. Был ут ҡорбаны – Раббыға күркәм хуш еҫ. 18Күтәреп һелкетелгән түш ите менән алғы уң бото кеүек уларҙың ите лә – һиңә. 19Исраилдарҙың Раббыға килтергән бөтә изге ҡорбан-саҙаҡаларын һиңә һәм һинең улдарың менән ҡыҙҙарыңа мәңгелек өлөш итеп бирәм. Был – һинең һәм һинең тоҡомоң менән Раббы араһында төҙөлгән мәңгелек тоҙ килешеүе#18:19 Тоҙ килешеүе – «мәңгелек боҙолмаҫ килешеү» тигәнде аңлата..
20Раббы Һарунға былай тине:
– Исраилдар ерендә һинең биләмәң булмаҫ, улар араһында өлөшөң дә булмаҫ. Исраилдар араһында һинең өлөшөң дә, биләмәң дә – Мин.
21Бына Мин Леви нәҫеленә бөтә хеҙмәттәре, Осрашыу сатырында эш башҡарғандары өсөн Исраилда килтерелгән бөтә ҡорбан-саҙаҡаларҙың унынсы өлөшөн бирәм.
22Бынан ары исраилдар Осрашыу сатырына яҡын килмәһен, юғиһә улар гонаһ ҡылыуҙа ғәйепле булыр һәм үлер. 23Осрашыу сатырында бары тик левиҙәр хеҙмәт итһен һәм бөтә етешһеҙлек өсөн ғәйепте үҙҙәренә алһын. Был һеҙҙең өсөн быуындан-быуынға мәңгелек ҡағиҙә булһын. Исраилдар араһында левиҙәрҙең ер биләмәһе булмаҫ. 24Уның урынына левиҙәргә өлөш булараҡ исраилдар Раббыға саҙаҡа итеп килтергән унынсы өлөштө бирәм, шуға ла уларға: «Исраилдар араһында уларға ер биләмәһе бирелмәҫ», – тип әйттем.
25Раббы Мусаға былай тине:
26– Левиҙәргә шуны еткер: исраилдарҙан Мин һеҙгә тип биргән унынсы өлөштө алғас, шуның унынсы өлөшөн Раббыға саҙаҡа итегеҙ. 27Биргәнегеҙ ырҙындан яңы уңыш ашлығы һәм йөҙөм һыҡҡыстан алынған тәүге һут һымаҡ һеҙҙең иҫәпкә һаналыр, 28ошолай итеп, исраилдарҙан алынған бөтә унынсы өлөштән һеҙ ҙә үҙ саҙаҡағыҙҙы Раббыға бирерһегеҙ. Был өлөштө Һарун ҡаһинға килтерегеҙ. 29Һеҙгә бүләк ителгән бөтә нәмәнең иң яҡшы өлөшөн – иң изге өлөштө саҙаҡа итеп Раббыға бирегеҙ.
30Левиҙәргә әйт: ундан бер өлөштөң иң яҡшы өлөшөн Раббыға биргәндән һуң ҡалғаны ырҙындан килтерелгән ашлыҡ йәки йөҙөм һыҡҡыстан сыҡҡан тәүге һут һымаҡ һаналыр. 31Һеҙ һәм ғаиләгеҙ уны һәр урында ашай алаһығыҙ, сөнки был – Осрашыу сатырындағы хеҙмәтегеҙҙең хаҡы. 32Шулай эшләһәгеҙ, гонаһ ҡылыуҙа ғәйепле булмаҫһығыҙ. Иң яҡшы өлөштө бүлеп бирәһегеҙ икән, исраилдарҙың изге ҡорбандары нәжесләнмәҫ һәм һеҙ үлмәҫһегеҙ.
Aktualisht i përzgjedhur:
Иҫәп 18: БашИЯ2023
Thekso
Ndaje
Kopjo
A doni që theksimet tuaja të jenë të ruajtura në të gjitha pajisjet që keni? Regjistrohu ose hyr
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

: