Һошеяғ 6
6
Исраилдарҙың тәүбәһе
1Был халыҡ шулай тиер:
«Әйҙәгеҙ, Раббыға кире ҡайтайыҡ,
Ул беҙҙе йыртҡысланы – Үҙе дауалар.
Ул беҙҙе йәрәхәтләне – Үҙе ярабыҙҙы бәйләр.
2Ике көндән беҙҙе терелтер,
Өсөнсө көнгә аяҡҡа баҫтырыр,
Уның алдында йәшәрбеҙ.
3Әйҙәгеҙ, белем-тәжрибә туплап,
Раббыны танып белергә ынтылайыҡ.
Көн һайын таң атҡан һымаҡ,
Уның килеүе ышаныслы.
Ул ерҙе һуғарған шифалы ямғыр,
Ҡойма ямғыр шикелле беҙгә килер».
Исраилдарҙың Раббы менән килешеүҙе боҙоуы
4Раббы былай ти:
«Эй Әфраим, һине нимә эшләтәйем?
Йәһүҙә, һинең менән ни ҡылайым?
Һеҙҙең тоғролоҡ бит – таңғы томан,
Иртән юҡҡа сыҡҡан ысыҡ һымаҡ.
5Шуға һеҙҙе пәйғәмбәрҙәр һүҙе менән сапҡыланым.
Ауыҙымдан сыҡҡан һүҙҙәрем менән үлтерҙем.
Минең хаҡ хөкөмөм ҡояш һымаҡ балҡыр.
6Мин бит ҡорбан түгел, мөхәббәт теләйем.
Тотош яндырыу ҡорбанынан бигерәк
Алланы таныуығыҙҙы көҫәйем.
7Әммә улар Адам ҡалаһы янында килешеүҙе боҙҙо,
Шунда Миңә хыянат итте.
8Ғилғәд – залимдар ҡалаһы,
Ҡанлы эҙҙәр менән тулы.
9Ҡаһиндар өйөрө кешеләргә
Боҫҡон#6:9 Боҫҡон – руссаһы: засада. ҡорған юлбаҫарҙар һымаҡ.
Улар Шәхәм юлында кеше үлтерә,
Һәр төрлө әшәкелектәр ҡыла.
10Исраил халҡы араһында
Ҡот осҡос нәмәләр күрҙем:
Әфраим фәхешкә батҡан,
Исраил нәжесләнгән.
11Йәһүҙә, һин дә әжереңде аласаҡһың әле!
Мин халҡымдың тәҡдирен үҙгәрткән саҡта,
Aktualisht i përzgjedhur:
Һошеяғ 6: БашИЯ2023
Thekso
Ndaje
Kopjo
A doni që theksimet tuaja të jenë të ruajtura në të gjitha pajisjet që keni? Regjistrohu ose hyr
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023