Logoja YouVersion
Ikona e kërkimit

Һошеяғ 7

7
1Исраилды дауаларға теләгән сағымда,
Әфраимдың намыҫһыҙлығы,
Самарияның яуызлығы асылды.
Улар мәкер менән эш итә,
Бурҙары өйҙәргә баҫып инә,
Юлбаҫарҙары урамда талай.
2Яуызлыҡтарын хәтерләгәнем тураһында уйламайҙар.
Гонаһтары үҙҙәрен уратып алған –
Улар ҡасып ҡотола алмаҫ Минән.
3Батшаны – яуызлыҡтары,
Түрәләрен ялған менән ҡыуандыралар.
4Аҙғынлыҡта улар мейес ише ҡыҙыу.
Гүйә, ҡамыры күтәрелгәнен көтөп,
Икмәксе мейесенә ут өҫтәп торорға онотҡан.
5Батша байрамында улар батшаны һәм түрәләрен
Шарап ағыуын эсереп ауырыта.
Ә батша һөмһөҙҙәргә ҡул һуҙа.
6Уға яҡынайған һайын,
Мәкерле йөрәктәре мейестәй дөрләй,
Улар бөтәһе лә мейес кеүек ҡыҙыу.
Икмәксе төнө буйы йоҡлай –
Таңға табан уның мейесе
Ялҡынлы ут һымаҡ дөрләй.
7Улар барыһы, мейестәй ҡыҙып,
Хакимдарын уттай йота,
Бөтә батшалары ҡолап бөттө –
Араларынан һис кем Мине саҡырмай.
Исраилдың башҡа халыҡтарға буш өмөттәр бағлауы
8Әфраим башҡа халыҡтар менән буталышҡан,
Әфраим әйләндерелмәгән көлсә һымаҡ.
9Уның ҡеүәтен башҡалар йотҡан –
Ә ул быны һиҙмәгән дә.
Сәстәренә сал төшкән –
Ә ул быны белмәгән дә.
10Исраилдың тәкәбберлеге
Үҙенә ҡаршы шаһитлыҡ ҡыла.
Ләкин улар Аллалары Раббыға ҡайтманы,
Хатта Уны эҙләмәне.
11Әфраим аңһыҙ, алйот күгәрсен һымаҡ булып,
Йә Мысырҙы саҡыра, йә Ашшурға китә.
12Ләкин юлға сығыу менән,
Мин баштарына ау ырғытырмын,
Күктә осҡан ҡоштар кеүек уларҙы ергә төшөрәм –
Йыйындарында белдергәнемсә,
Мин уларҙы язаға тарттырам.
13Минән ситләштеләр – ҡайғы уларға,
Миңә ҡаршы фетнә күтәрҙеләр – һәләкәт уларға!
Мин уларҙы йолоп ала килдем,
Улар иһә Минең хаҡта ялған һөйләй.
14Бөтә йөрәктән Мине саҡырыр урынға,
Ятҡан түшәктәрендә үкереп илай.
Икмәк менән шарап хаҡына үҙҙәрен имгәтәләр.
Миңә һырттарын ҡуйҙылар.
15Баштарына аҡыл, ҡулдарына ҡеүәт бирҙем,
Ә улар Миңә ҡаршы мәкер ҡора.
16Һис файҙаһыҙ нәмәләргә әйләнеп ҡайттылар,
Яҙа атҡан йәйәгә оҡшап ҡалдылар.
Етәкселәре маҡтансыҡ телмәрҙәре өсөн
Яза ҡылысынан ҡыйылырҙар:
Мысыр ерендә уларҙан
Ана шулай әсе көлөрҙәр.

Aktualisht i përzgjedhur:

Һошеяғ 7: БашИЯ2023

Thekso

Ndaje

Kopjo

None

A doni që theksimet tuaja të jenë të ruajtura në të gjitha pajisjet që keni? Regjistrohu ose hyr