Һошеяғ 5
5
Исраилды хөкөм итеү
1Эй ҡаһиндар, тыңлағыҙ быны!
Исраил йәмғиәте, ҡолаҡ һал.
Эй батша йортондағылар, ишетегеҙ –
Һеҙ бит хөкөм йөрөтөргә тейеш.
Ә һеҙ Миспала – тоҙаҡ,
Тавор тауында ҡоролған ау булдығыҙ,
2Шиттимдә тәрән соҡор ҡаҙҙығыҙ –
Шуға күрә Мин һеҙгә яза булырмын.
3Әфраимды беләм Мин,
Исраил Минең өсөн сер түгел;
Һин фәхешлек итәһең, Әфраим,
Исраил нәжесләнде.
4Ҡылған ғәмәлдәре уларға үҙ Аллаһына ҡайтырға бирмәй, сөнки фәхешлек рухы уларҙың эсенә инеп оялаған, Раббыны улар бар тип тә белмәй. 5Ләкин Исраилдың һауалылығы уға ҡаршы шаһит булыр: Исраил менән Әфраим үҙ намыҫһыҙлығынан һөрөнөр, Йәһүҙә лә улар менән бергә абынып йығылыр. 6Эре һәм ваҡ малдарын ҡыуалап, Раббыны эҙләп килерҙәр, ләкин таба алмаҫтар, сөнки Раббы уларҙы ташланы.
7Сит ҡатындарҙан бала таптырып, улар Раббыға хыянат итте. Хәҙер, Яңы ай байрамы булғанда, улар баҫыуҙары менән бергә һәләк булыр.
8Гивғала – мөгөҙ, Рамала борғо ҡысҡыртығыҙ,
Бейт-Ауенда һөрән һалығыҙ:
„Һинең артыңдан килдек, Бинйәмин!“
9Әфраим яза көнөндә бушлыҡҡа әйләнәсәк – был дөрөҫ хәбәрҙе Мин Исраил ырыуҙары араһында тараттым. 10Йәһүҙә башлыҡтары ыҙан таштарын күсергән әҙәмгә тиң – улар өҫтөнә, һыу шикелле, асыуымды яуҙырам. 11Әфраим йәберләнгән, хөкөмдән тетрәнгән, сөнки ул юҡ-бар нәмәләр артынан эйәрергә тәүәккәлләне.
12Мин – Әфраим өсөн бер көйә,
Йәһүҙә йорто өсөн үңәҙ шикелле.
13Әфраим – үҙенең сирен,
Йәһүҙә эренле шешен күргәс,
Әфраим Ашшурға юл тотто –
Бөйөк батшаға илселәр ебәрҙе.
Әммә был батша һеҙҙе шифалай алмаҫ,
Эренле шешегеҙҙән дауаламаҫ.
14Сөнки Мин Әфраимға – арыҫлан,
Йәһүҙә йортона йәш арыҫлан булам;
Мин, Мин уларҙы киҫәктәргә өҙгөсләйем,
Һөйрәкләгән сағымда ҡотҡарыусы табылмаҫ.
15Шунан китәм, Үҙемдең урыныма ҡайтам –
Ғәйептәрен танығансы,
Хәсрәткә батып Мине эҙләргә,
Ихласлап эҙләргә тотонғансы».
Aktualisht i përzgjedhur:
Һошеяғ 5: БашИЯ2023
Thekso
Ndaje
Kopjo
A doni që theksimet tuaja të jenë të ruajtura në të gjitha pajisjet që keni? Regjistrohu ose hyr
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023