Даниил 2
2
Навуходоносорҙың беренсе төшө
1Батшалыҡ итеүенең икенсе йылында Навуходоносор төш күрҙе; йән тыныслығын юғалтып, тамам йоҡоһо ҡасты. 2Төшөн юратыр өсөн, батша тылсымсыларҙы, сихырсыларҙы, күрәҙәселәрҙе, халдейҙарҙың аҡыл эйәләрен саҡыртырға ҡушты. Улар, килеп, батша алдына баҫты.
3Батша:
– Мин, бер төш күреп, йән тыныслығымды юғалттым, шуның нимә аңлатҡанын белгем килә, – тине.
4Халдей аҡыл эйәләре батшаға арами телендә#2:4–7:28 Боронғо ҡулъяҙмаларҙа был өҙөк арами телендә яҙылған. :
– Батшабыҙға мәңге йәшәргә яҙһын! Беҙгә, ҡолдарыңа, төшөңдө һөйлә, беҙ уны юрарбыҙ, – тине.
5Батша уларға:
– Һеҙгә үҙ ихтыярымды белдерәм! Әгәр ҙә һеҙ миңә ниндәй төш кергәнен һәм уның нимә аңлатҡанын әйтмәһәгеҙ, һеҙҙе киҫәктәргә тураҡлаясаҡтар, өйҙәрегеҙҙе емерәсәктәр. 6Әгәр ҙә төштө һөйләп биреп, уның нимә аңлатҡанын юраһағыҙ, минән һеҙгә бүләктәр бирелеп, оло хөрмәт күрһәтеләсәк. Йә, һөйләгеҙ, миңә ниндәй төш кергән, ул нимә аңлата? – тине.
7Улар йәнә:
– Батша, беҙ ҡолдарыңа төшөңдө һөйлә, шунан беҙ уны юрарбыҙ, – тинеләр.
8Батша:
– Һеҙҙең юрамал ваҡытты һуҙғанығыҙға иманым камил. Мин һеҙгә үҙ ихтыярымды иғлан иттем бит, 9төшөмдө һөйләп бирмәһәгеҙ, барығыҙҙы ла бер яҙмыш көтә. Һеҙ минең алдымда алдашырға һәм хәйләләшергә һүҙ ҡуйышҡанһығыҙ – йә берәй нәмә үҙгәреп китер, тип көтәһегеҙ. Йәгеҙ әле, минең төшөмдө һөйләгеҙ, шул саҡта мин уны юрай алырығыҙға ышанырмын, – тип яуапланы.
10Халдей аҡыл эйәләре батшаға:
– Ер йөҙөндә берәү ҙә батшаға уның һорағанын әйтә алмаҫ: быға тиклем бер генә бөйөк һәм ҡөҙрәтле батша ла тылсымсыларға, сихырсыларға, халдей аҡыл эйәләренә бындай һорау биргәне булманы. 11Батша шундай ауыр һорау бирә, уға, илаһтарҙан башҡа, бер кем дә яуап бирә алмаҫ, ә илаһтар кеше араһында йәшәмәй бит, – тине.
12Батша был һүҙҙәргә бик ныҡ асыуланды һәм Бабилдың бөтә аҡыл эйәләрен ҡырып бөтөрөргә бойорҙо. 13Батшаның был фарманы сыҡҡас, үлтерер өсөн Даниил менән уның дуҫтарын да эҙләй башланылар. 14Даниил Бабил аҡыл эйәләрен язаларға ебәрелгән Арйохҡа – батша нөгәрҙәре етәксеһенә – зирәклек менән ипләп кенә мөрәжәғәт итте. 15Даниил Арйохтан:
– Ни сәбәптән батша шундай ҡаты бойороҡ сығарған? – тип һораны.
Арйох Даниилға эштең ниҙә икәнен һөйләп бирҙе.
16Даниил, батша янына инеп, төштөң мәғәнәһен аңлатыу өсөн ваҡыт биреүен үтенде. 17Шунан өйөнә әйләнеп ҡайтҡас, ул дуҫтары Хананъяһ, Мишаил һәм Ғазаръяһҡа барыһын да һөйләп бирҙе. 18«Бабилдың башҡа аҡыл эйәләре менән бергә үҙебеҙ ҙә үлем язаһына дусар булмаҫ өсөн, Күк Аллаһына ялбарығыҙ: мәрхәмәтен күрһәтеп был серҙе асһын», – тине ул дуҫтарына.
19Төндә Даниилға бер күренмеш иңде, һәм теге сер йомғағы һүтелде. Шунда Даниил Күк Аллаһына шөкөрана ҡылды. 20Былай тине:
– Алланың исеменә мәңге-мәңгегә маҡтау-шөкөрана яуһын!
Сөнки Ул – хикмәт һәм ҡөҙрәт эйәһе.
21Ул заман һәм йылдарҙы үҙгәртә,
Батшаларҙы тәхеттән төшөрөп, тәхеткә ултырта,
Аҡыллыға – аҡыл, аңлыларға белем бирә.
22Тәрән һәм йәшерен серҙәрҙе аса,
Ҡараңғылыҡта нимә булғанды белә,
Яҡтылыҡ – гел Уның хозурында.
23Һине, аталарым Аллаһын, маҡтайым һәм данлайым,
Һин миңә хикмәт һәм ҡөҙрәт бирҙең!
Бөгөн миңә үтенесебеҙҙе астың,
Батшаның һорағанын аңлаттың.
24Шунан Даниил, батша Бабилдың аҡыл эйәләрен үлтерергә тәғәйенләгән Арйох эргәһенә барып, былай тине:
– Бабил аҡыл эйәләренең йәндәрен алма. Мине батшаға алып бар, мин уның төшөн юрайым.
25Арйох шунда уҡ Даниилды батша янына алып барҙы ла:
– Мин Йәһүҙәнән һөрөлгәндәр араһынан батша төшөн юрай ала торған кешене таптым, – тине.
26Батша икенсе исеме Белтешассар булған Даниилдан:
– Һин, ысынлап та, минең ниндәй төш күргәнемде һөйләп, уның нимә аңлатҡанын юрай алаһыңмы? – тип һораны.
27Даниил батшаға былай тип яуапланы:
– Батша һораған серҙе аҡыл эйәләре лә, сихырсылар ҙа, тылсымсылар ҙа, фал һалыусылар ҙа аса алмаҫ. 28Әммә күктәрҙә серҙәрҙе асыусы Алла бар, һәм ахыр заманаларҙа нимә буласағын Навуходоносор батшаға Ул белдергән.
Түшәгеңдә йоҡлап ятҡанда, һиңә түбәндәге төш һәм күренмештәр иңгән. 29Түшәгеңдә ятҡанда һинең уйың, батша, киләсәккә уҡталған булған – шуға Серҙәрҙе асыусы һиңә киләсәктә нимәләр буласағын күрһәткән. 30Миңә иһә был сер башҡа кешеләрҙән аҡыллыраҡ булғаным өсөн түгел, батша төшөнөң асылын һәм күңелендәге уйҙарын аңлаһын өсөн асылды.
31Эй батша, һин төшөңдә бына нимә күрҙең: һинең алдыңда аяуһыҙ яҡты балҡыған мөһабәт бер һәйкәл тора, имеш, уның килбәте ҡот осорғос. 32Был һәйкәлдең башы – саф алтындан, күкрәге менән ҡулдары – көмөштән, ҡорһағы менән янбаштары – баҡырҙан, 33сирағы – тимерҙән, аяҡ суғы – өлөшләтә тимерҙән, өлөшләтә балсыҡтан. 34Һин шулай ҡарап торғанда, ҡайҙандыр үҙенән-үҙе, кеше ҡулы теймәйенсә бер таш, кителеп төшөп, һәйкәлдең тимер һәм балсыҡтан булған аяҡтарына бәрелде, уларҙы селпәрәмә килтерҙе. 35Шул саҡ тимер, балсыҡ, баҡыр, көмөш, алтын, ваҡланып, йәйге ырҙындағы кәбәк һымаҡ булды. Ел уларҙың бөтәһен дә осороп алып китте, хатта эҙҙәре лә ҡалманы. Ә һәйкәлгә килеп бәрелгән таш, оло тауға әйләнеп, бөтә ер өҫтөн баҫып алды.
36Был – төштөң үҙе. Инде уның нимә аңлатҡанын һөйләп бирәйем.
37Эй батша, һин – батшаларҙың батшаһыһың, Күк Аллаһы һиңә батшалыҡ та, ҡеүәт тә, көс һәм шөһрәт тә биргән, 38Ул, ҡайҙа ғына йәшәмәһендәр, кешеләрҙе, ҡырағай йәнлектәрҙе, осар ҡоштарҙы һинең ҡулыңа тапшырған һәм һине уларға хаким итеп ҡуйған. Алтын баш – һин үҙең! 39Һинән һуң бүтән батшалыҡ килер, ул һинеке һымаҡ бөйөк булмаҫ. Шунан өсөнсө, баҡыр батшалыҡ бар ер йөҙөндә хакимлыҡ итер. 40Унан һуң тимер һымаҡ ҡаты дүртенсе батшалыҡ булыр. Тимер бөтә нәмәне ватҡан-ваҡлаған шикелле, тимер бөтә нәмәне емергән шикелле, – ул да барыһын да ватыр һәм емерер. 41Шунан һин яртылаш көршәк балсығынан, яртылаш тимерҙән булған аяҡ һәм аяҡ бармаҡтары күргәнһең – быныһы бүленгән батшалыҡ. Унда өлөшләтә тимер ҡатылығы ла булыр, шуға ла һин балсыҡ менән яртылаш тимер күргәнһең. 42Аяҡ бармаҡтары өлөшләтә тимерҙән, өлөшләтә балсыҡтан булған һымаҡ, батшалыҡ та өлөшләтә ныҡ, өлөшләтә мурт булыр. 43Ә инде тимер көршәк балсығы менән буталған тип күреүең был батшалыҡтарҙың никахтар аша үҙ-ара ҡатнашыуын аңлата, ләкин тимер менән балсыҡ бер бөтөн була алмаған һымаҡ, улар ҙа бер-береһе менән бөтөнләй ҡушылып китә алмаҫ. 44Был батшалар хакимлыҡ иткән осорҙа Күк Аллаһы мәңге емерелмәҫ бер батшалыҡ ҡорор һәм был батшалыҡ башҡа халыҡ ҡулына тапшырылмаҫ. Ул бөтә әүәлге батшалыҡтарҙы емереп бөтөр, үҙе мәңгелеккә ҡалыр. 45Шуға ла һин тауҙан үҙенән-үҙе, кеше ҡулы теймәйенсә бер таштың, кителеп төшөп, тимер, баҡыр, балсыҡ, көмөш һәм алтынды селпәрәмә килтергәнен күргәнһең.
Ҡөҙрәтле Алла батшаға ошо рәүешле киләсәктә нимәләр булырын белдереп ҡуйған. Был төш хаҡ, уның юралышы ла дөрөҫ.
46Шул саҡ Навуходоносор батша Даниил алдына йөҙтүбән ҡапланды, уға баш эйҙе, шунан бүләктәр килтерергә һәм хуш еҫле төтәҫләгестәр көйрәтергә бойорҙо.
47Батша Даниилға:
– Һин был серҙе аса алғанһың икән, тимәк, ысынлап та, һеҙҙең Аллағыҙ – аллаларҙың Аллаһы, батшаларҙың Хакимы, Серҙәр асыусы, – тине.
48Шунан һуң батша Даниилды үрләтте, бик күп зиннәтле бүләктәр бирҙе, уны Бабил өлкәһенә хаким, Бабилдың барлыҡ аҡыл эйәләренә башлыҡ итеп тәғәйенләне. 49Даниилдың үтенесе буйынса батша Шадрах, Мешах һәм Ғавед-Негоға Бабил өлкәһендәге эштәргә идара итеү бурысын йөкмәтте, ә Даниил үҙе батша һарайында хеҙмәттә ҡалды.
Aktualisht i përzgjedhur:
Даниил 2: БашИЯ2023
Thekso
Ndaje
Kopjo
A doni që theksimet tuaja të jenë të ruajtura në të gjitha pajisjet që keni? Regjistrohu ose hyr
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

: