Даниил 3
3
Алтын һәйкәл һәм ҡыҙыу мейес
1Навуходоносор батша, буйы – алтмыш, иңе алты терһәк ҙурлығындағы алтын һәйкәл яһатып, уны Бабил өлкәһендәге Дура үҙәненә ҡуйҙы. 2Шунан батша бөтә һанаттарын, етәкселәрҙе, өлкә идарасыларын, кәңәшселәрҙе, ҡаҙнасыларҙы, хөкөмдарҙарҙы, вазифалы кешеләрҙе һәм барлыҡ өлкә хеҙмәткәрҙәрен ул, Навуходоносор батша, ҡуйҙырған һәйкәлде асыу тантанаһына саҡырҙы.
3Һанаттар, етәкселәр, өлкә идарасылары, кәңәшселәр, ҡаҙнасылар, хөкөмдарҙар, вазифалы кешеләр һәм барлыҡ өлкә хеҙмәткәрҙәре тантанаға йыйылып бөтөп, Навуходоносор батша ҡуйҙырған һәйкәл алдына килеп баҫҡас, 4оран һалыусы көслө тауыш менән:
– Бөтә халыҡтар, ҡәүем һәм ҡәбиләләр, тыңлағыҙ! – тип ҡысҡырҙы. – 5Мөгөҙ, һыбыҙғы, лира, көснә, арфа, һорнай һәм башҡа уйын ҡоралдары тауышын ишетеү менән, йөҙтүбән ҡапланып, Навуходоносор батша ҡуйҙырған алтын һәйкәлгә сәждә ҡылығыҙ. 6Кем дә кем йөҙтүбән ҡапланып сәждә ҡылмай, шул кисекмәҫтән янып торған мейескә ырғытыласаҡ.
7Бына, мөгөҙ, һыбыҙғы, лира, көснә, арфа һәм башҡа уйын ҡоралдары тауыштарын ишетеү менән, бөтә халыҡтар, ҡәүем һәм ҡәбиләләр, йөҙтүбән ҡапланып, Навуходоносор батша ҡуйҙырған алтын һәйкәлгә сәждә ҡылдылар.
8Шул саҡ ҡайһы бер халдейҙар, килеп, йәһүдтәрҙе ошаҡланы. 9Улар Навуходоносор батшаға:
– Мәңге йәшә, батшабыҙ! 10-11Һин, батша, мөгөҙ, һыбыҙғы, лира, көснә, арфа, һорнай һәм башҡа уйын ҡоралдары тауышын ишетеү менән, һәр кем йөҙтүбән ҡапланып, алтын һәйкәлгә сәждә ҡылһын, ә йөҙтүбән ҡапланып сәждә ҡылмаған кешене янып торған мейескә ырғытырға, тип бойорғайның. 12Ләкин һин Бабил өлкәһе эштәренә идара итеүҙе ышанып тапшырған йәһүдтәр – Шадрах, Мешах һәм Ғавед-Него – һине, батша, тыңламай, һинең илаһтарыңа табынмай, һин ҡуйҙырған алтын һәйкәлгә баш эймәй, – тинеләр.
13Навуходоносор батша бик ныҡ асыуланды, Шадрах, Мешах һәм Ғавед-Негоны килтерергә әмер бирҙе. Уларҙы батша янына алып килгәс, 14Навуходоносор:
– Шадрах, Мешах һәм Ғавед-Него, һеҙ минең илаһтарыма табынмайһығыҙ һәм мин ҡуйҙырған алтын һәйкәлгә сәждә ҡылмайһығыҙ тигән һүҙҙәр дөрөҫмө? – тип һораны. – 15Бына хәҙер мөгөҙ, һыбыҙғы, лира, көснә, арфа, һорнай һәм башҡа уйын ҡоралдары тауышын ишетеү менән, йөҙтүбән ҡапланып, мин ҡуйҙырған һәйкәлгә сәждә ҡылырға әҙер тороғоҙ, әгәр сәждә ҡылмаһағыҙ, һеҙҙе кисекмәҫтән янып торған мейескә ташларҙар – шул сағында ниндәй илаһ һеҙҙе минең ҡулымдан ҡотҡарыр икән, ҡарап ҡарарбыҙ.
16Шадрах, Мешах һәм Ғавед-Него батшаға:
– Эй Навуходоносор, беҙгә яуап биреп тороуҙың кәрәге юҡ. 17Эй батша, табынған Аллабыҙ беҙҙе ҡотҡара алһа, Ул беҙҙе ҡыҙған мейестән дә, һинең ҡулыңдан да ҡотҡарыр. 18Ҡотҡармаған сүрәттә лә – барыбер, батша, бел: беҙ һинең илаһтарыңа табынмаясаҡбыҙ, һин ҡуйҙырған алтын һәйкәлгә сәждә ҡылмаясаҡбыҙ, – тинеләр.
19Навуходоносор бик ныҡ асыуланды, Шадрах, Мешах һәм Ғавед-Негоға ҡарап, сырайы боҙолдо ла мейесте элеккенән ете тапҡырға артығыраҡ ҡыҙҙырырға бойорҙо. 20Шунан ул ғәскәренең иң көслө яугирҙәренә, Шадрах, Мешах һәм Ғавед-Негоны бәйләп, янып торған мейес эсенә ташларға бойорҙо. 21Яугирҙәр уларҙы бәйләне лә нисек бар, шул көйө, салбар, күлдәк һәм башлыҡ кейгән килеш, туп-тура янып торған мейес эсенә ташланы.
22Батшаның аяуһыҙ бойороғо буйынса мейесте шул тиклем ныҡ ҡыҙҙырғайнылар, хатта Шадрах, Мешах һәм Ғавед-Негоға сығарылған хөкөмдө башҡарған яугирҙәр үҙҙәре ялҡындан һәләк булды. 23Ә теге өсәү – Шадрах, Мешах һәм Ғавед-Него – бәйләнгән көйө янып торған мейес эсенә барып төштө.
24Әммә тиҙҙән Навуходоносор батша аптырауынан һикереп торҙо һәм ярандарынан:
– Беҙ мейескә өс кенә кешене бәйләп ташлағайныҡ түгелме? – тип һораны.
Уға:
– Эйе, эй батша, – тип яуап бирҙеләр.
25Ул:
– Ә мин ут араһында бәйләнмәгән дүрт кешенең имен-аман йөрөгәнен күрәм; дүртенсеһе ҡиәфәте менән илаһҡа оҡшағандай, – тине.
26Навуходоносор янып торған мейес ауыҙына килеп:
– Шадрах, Мешах һәм Ғавед-Него, Юғарыларҙан юғары Алланың ҡолдары, сығығыҙ унан, килегеҙ бында! – тип ҡысҡырҙы.
Шулай тигәс, Шадрах, Мешах һәм Ғавед-Него ут эсенән сыҡты. 27Һанаттар, етәкселәр, өлкә идарасылары, батшаның яҡындары йыйылды һәм уттың был кешеләргә ҡағылмағанын күрҙе: уларҙың сәстәре лә өтөлмәгән, кейемдәре лә бөтөн, хатта уларҙан төтөн еҫе лә сыҡмай.
28Шул саҡ Навуходоносор былай тип иғлан итте:
– Шадрах, Мешах һәм Ғавед-Негоның Аллаһына рәхмәттәр яуһын! Ул, фәрештәһен ебәреп, Үҙенә башкөллө ышанған ҡолдарын ҡотҡарҙы. Улар батша ихтыярына баш бирмәне, үҙ ғүмерҙәрен ҡыҙғанманы – үҙ Аллаһынан башҡа, бүтән илаһтарға табынманы ла, сәждә лә ҡылманы. 29Бөтә халыҡтарға, ҡәүем һәм ҡәбиләләргә минең бойороғом: кем дә кем Шадрах, Мешах һәм Ғавед-Него Аллаһы тураһында ихтирамһыҙ һүҙ әйтһә, шуны киҫәктәргә тураҡлаһындар һәм йортон емерһендәр. Сөнки башҡа бер илаһ та был Алла һымаҡ ҡотҡара алмай.
30Шунан һуң батша Шадрах, Мешах һәм Ғавед-Негоны Бабил өлкәһендә бик юғары вазифаларға үрләтте.
Навуходоносорҙың икенсе төшө
31Навуходоносор батша ер йөҙөндәге бөтә халыҡтарға, ҡәүем һәм ҡәбиләләргә былай тип мөрәжәғәт итте:
– Именлек һәм муллыҡ булһын һеҙгә!
32Юғарыларҙан Юғары Алланың миңә күрһәткән хикмәттәре һәм мөғжизәләре тураһында һөйләү фарыздыр.
33Уның мөғжизәләре бөйөк,
Ҡылған хикмәттәре ҡөҙрәтле!
Уның батшалығы – мәңгелек батшалыҡ,
Уның хакимлығы быуындан-быуынға ҡаласаҡ!
Aktualisht i përzgjedhur:
Даниил 3: БашИЯ2023
Thekso
Ndaje
Kopjo
A doni që theksimet tuaja të jenë të ruajtura në të gjitha pajisjet që keni? Regjistrohu ose hyr
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

: