Logoja YouVersion
Ikona e kërkimit

Даниил 1

1
Даниил менән уның өс дуҫы Навуходоносор һарайында
1Йәһүҙә батшаһы Йеһояҡим идара иткән дәүерҙең өсөнсө йылында Бабил батшаһы Навуходоносор килеп Йәрүсәлимде ҡамауға алды. 2Раббы Хаким Йәһүҙә батшаһы Йеһояҡимды һәм Алла ҡорамының йыһаздарының бер өлөшөн уның ҡулына бирҙе. Навуходоносор был әйберҙәрҙе Шинғарға#1:2 Шинғар – йәғни «Бабил». үҙ илаһының ҡорамына алып ҡайтты һәм уның хазина һаҡлағысына урынлаштырҙы.
3Батша һарай хеҙмәтселәре башлығы Ашпеназға һөргөндәге исраилдар араһынан батша тоҡомона һәм юғары ҡатлам кешеләренә ҡараған ғаиләләрҙән егеттәр һайлап алырға ҡушты. 4Улар ағзалары теүәл, төҫкә матур, аң-белемгә һәләтле, зирәк һәм аҡыллы, батша һарайында хеҙмәт итерлек булырға һәм Ашпеназ уларҙы халдей яҙмаһына һәм теленә өйрәтергә тейеш ине. 5Батша был үҫмерҙәргә көн һайын батша өҫтәленән ризыҡ һәм үҙе эскән шарапты бирергә бойорҙо. Өс йыл тәрбиәләгәндән һуң улар батша хозурына киләсәк ине.
6Һайлап алынғандар араһында Йәһүҙә ырыуынан Даниил, Хананъяһ, Мишаил, Ғазаръяһ тигән үҫмерҙәр бар ине. 7Һарай хеҙмәтселәре башлығы уларға яңы исемдәр ҡушты: Даниилды – Белтешассар, Хананъяһты – Шадрах, Мишаилды – Мешах, Ғазаръяһты Ғавед-Него тип йөрөтә башланылар.
8Даниил хәрәм бер нәмәне лә – батша ризыҡтарын да, батша шарабын да – ауыҙына ла алмаҫҡа ҡарар итте. Ул хеҙмәтселәр башлығынан әлеге ризыҡтарҙы ашамаҫҡа рөхсәт итеүен һораны. 9Алла Даниилға хеҙмәтселәр башлығының ыңғай ҡарашын һәм илтифатын ҡылды, 10һәм тегеһе Даниилға былай тине:
– Мин хакимым батшанан ҡурҡам; ул бит һеҙгә нимә ашарға-эсергә икәнен үҙе билдәләне. Ул һеҙҙең үҙ йәшегеҙҙәге үҫмерҙәрҙән асҡағыраҡ булыуығыҙҙы абайлап ҡалһа, миңә батша алдында үҙ башым менән яуап бирергә тура килер.
11Шунан Даниил хеҙмәтселәр башлығы Хананъяһты, Мишаилды, Ғазаръяһты һәм үҙен бағырға тәғәйенләгән һаҡсыға былай тине:
12– Үтенеп һорайым, беҙҙе, ҡолдарыңды, һынап ҡара: әйҙә, беҙгә ун көн буйы йәшелсә менән һыу ғына бирһендәр. 13Шунан ҡиәфәтебеҙҙе батша өҫтәленән ашаған үҫмерҙәрҙеке менән сағыштырып ҡарарһың да беҙ ҡолдарың менән үҙең теләгәнсә эш итерһең.
14Тегеһе ризалашты ла уларға һынау өсөн ун көн бирҙе. 15Ә ун көндән быларҙың ҡиәфәте батша өҫтәленән ашаған барлыҡ үҫмерҙәрҙекенән күркәмерәк, тәндәре сәләмәтерәк булып сыҡты. 16Шул көндән башлап һаҡсы, уларға тәғәйен ризыҡ менән шарапты алып ҡалып, йәшелсә генә бирер булды.
17Алла был дүрт үҫмергә – аҡыл, һәр төрлө яҙмаға, уҡыуға һәләт, зирәклек, Даниилға иһә, быларҙың барыһына өҫтәп, һәр төрлө күренмештәрҙе һәм төштәрҙе юрау оҫталығы ла бирҙе.
18Батша билдәләгән ваҡыт етеү менән, хеҙмәтселәр башлығы үҫмерҙәрҙе Навуходоносор янына алып килде. 19Батша улар менән аралашты, үҫмерҙәрҙән берәү ҙә Даниил, Хананъяһ, Мишаил һәм Ғазаръяһҡа тиңләшә алманы. Шуға күрә был дүртәү батша хеҙмәтенә йәлеп ителде. 20Батша ниндәй генә һорау бирмәһен һәм ниндәй генә йомаҡтың яуабын һорамаһын, уларҙың аҡылы һәм белеме батшалыҡтағы барлыҡ тылсым һәм сихыр эйәләренән ун тапҡырға өҫтөнөрәк булып сыҡты.
21Даниил һарай хеҙмәтендә Кир батша хакимлығының беренсе йылына тиклем ҡалды.

Aktualisht i përzgjedhur:

Даниил 1: БашИЯ2023

Thekso

Ndaje

Kopjo

None

A doni që theksimet tuaja të jenë të ruajtura në të gjitha pajisjet që keni? Regjistrohu ose hyr