Logoja YouVersion
Ikona e kërkimit

Зөлкифел 48

48
Ерҙең ырыуҙар араһында бүленеүе
1– Бына ырыуҙарҙың исемдәре. Илдең иң төньяғында Данға бер өлөш бирелер. Уның сиге Хеҫлон юлы буйлап Лево-Хамаҫҡа һәм артабан, Хамаҫты төньяҡтараҡ ҡалдырып, Дамасктың төньяҡ сигендәге Хасар-Ғенонға тиклем көнсығыштан көнбайышҡа һуҙылыр. 2Ашерға бер өлөш бирелер. Уның биләмәһе, көнсығыштан көнбайышҡа тиклем һуҙылып, Дандың ерҙәре менән сиктәш булыр. 3Нафтали биләмәһе, көнсығыштан көнбайышҡа тиклем һуҙылып, Ашер ерҙәре менән сиктәш булыр.
4Менашше биләмәһе, көнсығыштан көнбайышҡа тиклем һуҙылып, Нафтали ерҙәре менән сиктәш булыр. 5Әфраим биләмәһе, көнсығыштан көнбайышҡа тиклем һуҙылып, Менашше ерҙәре менән сиктәш булыр. 6Рәүвән биләмәһе, көнсығыштан көнбайышҡа тиклем һуҙылып, Әфраим ерҙәре менән сиктәш булыр. 7Йәһүҙә биләмәһе, көнсығыштан көнбайышҡа тиклем һуҙылып, Рәүвән ерҙәре менән сиктәш булыр, – дип белдерә Раббы Хаким. –
8Йәһүҙә биләмәһе менән сиктәш, көнсығыштан көнбайышҡа тиклем һуҙылған, һеҙҙең тарафтан айырылған махсус ер булыр. Уның иңе – егерме биш мең терһәк, ә оҙонлоғо көнсығыштан көнбайышҡа табан һәр ырыуҙың биләмә оҙонлоғона тиң. Ошо ерҙең уртаһында Изге торлаҡ урынлашыр. 9Раббы өсөн айырылған изге биләмәнең оҙонлоғо – егерме биш мең, иңе егерме мең терһәк булыр. 10Был – ҡаһиндар өсөн мөҡәддәс өлөш буласаҡ. Төньяҡҡа – оҙонлоғо егерме биш мең, көнбайышҡа – иңе ун мең, көнсығышҡа – иңе ун мең, ә көньяҡҡа оҙонлоғо егерме биш мең терһәк булыр. Уртаһында Раббының Изге торлағы урынлашыр. 11Был биләмә Садоҡ нәҫеленән булған бағышланған ҡаһиндарға булыр. Улар Миңә тоғро хеҙмәт итте. Исраил халҡы юлдан яҙған саҡта левиҙәр ҙа юлдан яҙҙы, әммә улар юлдан яҙманы. 12Изге ерҙең бер өлөшө булған был махсус биләмә – уларҙыҡы; изгеләрҙән-изге һаналған был биләмә левиҙәр ере менән сиктәш.
13Левиҙәргә килгәндә, улар ҡаһиндарҙың биләмәһе янында биләмә алыр. Ул ерҙең оҙонлоғо – егерме биш мең терһәк, киңлеге ун мең терһәк булыр. 14Левиҙәр был биләмәгә ингән ерҙәрҙе һата ла, алмаштыра ла алмаҫ. Иң яҡшы һаналған был биләмә башҡа ҡулдарға күсергә тейеш түгел, сөнки ул – Раббының изгеһе.
15Бүленгәндән ҡалған иңе биш мең терһәк, оҙонлоғо егерме биш мең терһәк ер ҡала өсөн дөйөм ҡулланыуға бирелер. Был ерҙә көтөүлектәр булыр, өйҙәр төҙөлөр һәм уртаһында ҡала урынлашыр. 16Ҡаланың үлсәмдәре былай булыр: төньяғы ла, көньяғы ла, көнсығышы ла, көнбайышы ла – дүрт мең биш йөҙәр терһәк. 17Ҡала өсөн бүленгән көтөүлектәрҙең үлсәме былай булыр: төньяҡтан да, көньяҡтан да, көнсығыштан да, көнбайыштан да ике йөҙ иллешәр терһәккә һуҙылыр. 18Ҡаланың көнсығыш һәм көнбайыш яғындағы ҡалған ерҙең – ул изге биләмә менән сиктәш – уңышы ҡалала эшләгән кешеләр өсөн ризыҡ булыр, ул ерҙең оҙонлоғо ла, киңлеге лә унар мең терһәк тәшкил итә. 19Ҡалала йәшәгән һәр кем, ул ҡайһы ырыуҙан булмаһын, ошо тупраҡты эшкәртер. 20Оҙонлоғо ла, киңлеге лә егерме бишәр мең терһәк булған был дүрткел биләмә, ҡаланың ерен дә индереп, изге биләмәгә төшкән өлөш булараҡ айырып алыныр.
21Изге биләмәгә төшкән өлөш менән ҡалаға төшкән өлөштөң ике яғында ҡалған ер Исраилға хаким булған кешегә тәғәйенләнә. Уның ере – егерме биш мең терһәк оҙонлоҡтағы изге биләмәнән көнсығышҡа табан, илдең көнсығыш сиктәренә тиклем, һәм егерме биш мең терһәк оҙонлоҡтағы изге биләмәнән көнбайышҡа табан, илдең көнбайыш сиктәренә тиклем һуҙылыр. Ырыуҙарҙың биләмәләре буйлап урынлашҡан ул ике төбәк хакимдыҡы булыр. Изге биләмә менән ҡорамдың изге торлағы хаким ерҙәре уртаһында урынлашыр. 22Левиҙәргә төшкән өлөш менән ҡалаға төшкән өлөш хакимға бирелгән ерҙәрҙең араһында ҡалыр. Хакимдың биләмәһе Йәһүҙә менән Бинйәмин ырыуы биләмәләре араһында булыр.
23Ҡалған ырыуҙарға төшкән өлөш былай: Бинйәмин биләмәһе көнсығыштан көнбайышҡа тиклем һуҙылыр. 24Шимғон биләмәһе, көнсығыштан көнбайышҡа тиклем һуҙылып, Бинйәмин ерҙәренә сиктәш булыр. 25Исасхар биләмәһе, көнсығыштан көнбайышҡа тиклем һуҙылып, Шимғон ерҙәре менән сиктәш булыр. 26Зевулун биләмәһе, көнсығыштан көнбайышҡа тиклем һуҙылып, Исасхар ерҙәре менән сиктәш булыр. 27Ғад биләмәһе, көнсығыштан көнбайышҡа тиклем һуҙылып, Зевулун ерҙәре менән сиктәш булыр. 28Ғадтың биләмәһенең көньяҡ сиге Тамарҙан алып Мерива-Ҡадеш һыуҙарына, унан Мысыр сигендәге йылға буйынса Бөйөк диңгеҙгә тиклем һуҙылыр. 29Исраил ырыуҙарына һеҙ йәрәбә буйынса бүлеп бирәсәк биләмә ерҙәре ошо. Һәр ырыуҙың үҙ өлөшө булыр, – тип белдерә Раббы Хаким.
Йәрүсәлим ҡапҡалары һәм ҡаланың яңы исеме
30– Бына ҡаланан сығыу урындары: дүрт мең биш йөҙ терһәккә һуҙылған төньяҡ диуарҙа 31өс ҡапҡа булыр – Рәүвән, Йәһүҙә, Леви ҡапҡалары. Ҡаланың ҡапҡалары Исраил ырыуҙарының исемдәре менән аталыр. 32Дүрт мең биш йөҙ терһәк оҙонлоҡтағы көнсығыш яҡта өс ҡапҡа – Йософ, Бинйәмин, Дан ҡапҡалары – булыр. 33Дүрт мең биш йөҙ терһәк оҙонлоҡтағы көньяҡ диуарҙа өс ҡапҡа – Шимғон, Исасхар, Зевулун ҡапҡалары – булыр. 34Дүрт мең биш йөҙ терһәк оҙонлоҡтағы көнбайыш яҡта өс ҡапҡа – Ғад, Ашер, Нафтали ҡапҡалары – булыр.
35Ҡаланың әйләнәһе ун һигеҙ мең терһәк булыр. Ҡала шул көндән алып «Йәһүә шамма»#48:35 Йәһүә шамма – йәһүд телендә «Раббы бында» тигән мәғәнәлә. тип аталыр.

Aktualisht i përzgjedhur:

Зөлкифел 48: БашИЯ2023

Thekso

Ndaje

Kopjo

None

A doni që theksimet tuaja të jenë të ruajtura në të gjitha pajisjet që keni? Regjistrohu ose hyr