Левиҙәр 10

10
Надав менән Авиһуҙың гонаһы һәм үлеме
1Һарундың улдары Надав менән Авиһу, үҙҙәренең төтәҫләгес һауыттарын алып, уға ҡуҙ, хуш еҫле матдәләр һалдылар ҙа Раббы алдына рөхсәт ителмәгән ут килтерҙеләр. Ә Раббы быны эшләргә бойормағайны. 2Шул саҡ Раббы хозурынан ут сыҡты ла уларҙы ялмап алды. Улар Раббы алдында үлде. 3Муса Һарунға:
– Раббының:
«Миңә яҡындар аша мөҡәддәслегемде күрһәтермен,
Бөтөн халыҡ алдында дан ҡаҙанырмын», –
тип әйткәне ошолор, – тине.
Һарун өндәшмәне.
4Муса Һарундың атаһының бер туғаны Ғуззиилдың улдары Мишаил менән Әлсафанды саҡырҙы.
– Барығыҙ, туғандарығыҙҙы Изге сатырҙан туплам тышына алып сығығыҙ, – тине.
5Улар, Муса ҡушыуы буйынса барып, Надав менән Авиһуҙы кейемдәренән тотоп тупламдан ситкә алып сыҡтылар.
6Муса Һарунға һәм уның ҡалған улдары Әлғазар менән Иҫамарға:
– Сәстәрегеҙҙе туҙҙырмағыҙ, кейемегеҙҙе йыртҡыламағыҙ, – тине. – Юҡһа үлерһегеҙ һәм Раббы бөтә йәмғиәткә асыуланыр. Әммә ҡәрҙәштәрегеҙ, бөтә Исраил халҡы, Раббы тарафынан яндырылғандар өсөн йәш түкһен. 7Ә һеҙ Осрашыу сатыры ауыҙынан ситкә китмәгеҙ, юҡһа үлерһегеҙ. Һеҙ бит Раббының мәсех майы менән майланып, Уға бағышландығыҙ.
Улар Муса әйткәнсә эшләне.
8Раббы Һарунға былай тине:
9– Үҙең дә, улдарың да Осрашыу сатырына шарап йәки башҡа иҫерткес эсемлектәр эсеп инмәгеҙ, юҡһа үлерһегеҙ. Был һеҙҙең өсөн быуындан-быуынға мәңгелек ҡағиҙә булһын. 10Һеҙ мөҡәддәс нәмәләрҙе ғәҙәтиҙән, пакты нәжестән айырырға тейешһегеҙ. 11Раббының Муса аша Исраил халҡына белдергән бөтә ҡағиҙәләрен уларға өйрәтегеҙ.
12Муса Һарунға һәм уның иҫән ҡалған улдары Әлғазар менән Иҫамарға:
– Раббыға бағышланған ут ҡорбандарынан ҡалған икмәк саҙаҡаһынан сөсө икмәк бешерегеҙ ҙә уларҙы ҡорбан усағы янында ашағыҙ, сөнки был саҙаҡа – изгеләрҙән-изге. 13Уны изге урында ашағыҙ, сөнки был – Раббы өсөн бирелгән ут ҡорбандарынан һинең һәм улдарыңдың өлөшө. Миңә шундай бойороҡ бирелде. 14Өҫкә күтәреп күрһәтелгән түш ите менән саҙаҡа булған артҡы уң ботто улдарығыҙ һәм ҡыҙҙарығыҙ менән бергәләп таҙа урында ашағыҙ. Сөнки улар – Исраил халҡы тарафынан тәҡдим ителгән татыулыҡ ҡорбандарынан һиңә һәм балаларыңа тейгән өлөш. 15Саҙаҡа итеп килтерелгән ботто һәм күтәреп күрһәтелгән түш итен ут ҡорбанының эс майы менән бергә алып килеп, Раббы хозурында һелкетмә ҡорбан булараҡ күтәреп күрһәтһендәр. Раббының бойороғо буйынса, улар һиңә һәм балаларыңа мәңгелек өлөш булыр, – тине.
16Муса гонаһ ҡорбаны булараҡ килтерелгән кәзә тәкәһе тураһында һораны. Ул иһә яндырылғайны инде. Муса Һарундың иҫән ҡалған улдары Әлғазар менән Иҫамарға бик ныҡ асыуланды.
17– Ни өсөн һеҙ гонаһ ҡорбанын изге бер урында ашаманығыҙ? Ул бит изгеләрҙән-изге, һеҙгә йәмғиәттең ғәйебен йыуып ташлау һәм уларҙы Раббы ҡаршыһында гонаһтарынан паклау өсөн бирелгән. 18Был ҡорбандың ҡаны Изге сатырға индерелмәгән. Мин һеҙгә бойорғанса, ҡорбанды изге урында ашарға тейеш инегеҙ, – тине.
19– Бөгөн улар Раббы хозурына үҙҙәренең гонаһ ҡорбаны менән тотош яндырыу ҡорбаны килтерҙе, – тип яуапланы Һарун Мусаға. – Шунан һуң башыма ошондай хәлдәр килде. Әгәр бөгөн гонаһ ҡорбанын ашаһам, Раббы уны хуш күрер инеме?
20Муса, быны ишетеп, ризалашты.

اکنون انتخاب شده:

Левиҙәр 10: БашИЯ2023

های‌لایت

به اشتراک گذاشتن

کپی

None

می خواهید نکات برجسته خود را در همه دستگاه های خود ذخیره کنید؟ برای ورودثبت نام کنید یا اگر ثبت نام کرده اید وارد شوید