Яхъя 21:15-17
Яхъя 21:15-17 БАШИЯ2023
Улар ҙа ашап туйғас, Ғайса Шимғон Петрустан: – Яхъя улы Шимғон! Һин Мине быларға ҡарағанда нығыраҡ яратаһыңмы? – тип һораны. Петрус: – Эйе, Раббым! Һин миңә ни тиклем яҡын икәнлегеңде беләһең, – тип яуапланы. Ғайса: – Минең бәрәстәремде ашатып тор, – тине һәм икенсе тапҡыр: – Яхъя улы Шимғон! Һин Мине яратаһыңмы? – тип һораны. Петрус Уға: – Эйе, Раббым! Һин миңә ни тиклем яҡын икәнлегеңде беләһең, – тип яуапланы. Ғайса: – Минең һарыҡтарымды көт, – тине һәм өсөнсө тапҡыр ҙа унан: – Яхъя улы Шимғон! Һин Мине ныҡ яҡын күрәһеңме? – тип һораны. Петрус Уның: «Һин Мине ныҡ яҡын күрәһеңме?» – тип өсөнсө тапҡыр һорауына көйөнөп: – Раббым! Һиңә бөтәһе лә билдәле. Һин миңә ни тиклем яҡын икәнлегеңде лә беләһең, – тип яуап бирҙе. Ғайса уға йәнә: – Минең һарыҡтарымды ашатып тор, – тине.



![[Unboxing Psalm 23: Treasures for Every Believer] Paths of Righteousness Яхъя 21:15-17 Изге Яҙма](/_next/image?url=https%3A%2F%2Fimageproxy.youversionapi.com%2Fhttps%3A%2F%2Fs3.amazonaws.com%2Fyvplans%2F35790%2F1440x810.jpg&w=3840&q=75)

