YouVersion Logo
Search Icon

Зәкәрьяһ 7

7
1Дарий батша тәхеткә ултырғандың дүртенсе йылында, туғыҙынсы ай булған кислеү айының дүртенсе көнөндә Зәкәрьяһҡа Раббы һүҙе булды. 2-3Бейт-Ил халҡы Раббының илтифатын ҡаҙаныр өсөн Саресерҙы, Рәгәм-Мәләхте һәм уларҙың кешеләрен Күк ғәскәрҙәре Раббыһы ҡорамындағы ҡаһиндарҙан һәм пәйғәмбәрҙәрҙән: «Оҙаҡ йылдар беҙ бишенсе айҙа хәсрәткә сорналып ураҙа тотабыҙ. Артабан да шулай итәйекме?» – тип һорарға ебәргәйне.
4Миңә Күк ғәскәрҙәре Раббыһының һүҙе булды. Ул былай тине:
5– Бөтә ил халҡына һәм ҡаһиндарға әйт: «Етмеш йыл буйы бишенсе һәм етенсе айҙарҙа ураҙа тотҡанда һәм ҡайғырғанда һеҙ Минең өсөн ураҙа тоттоғоҙмо ни? 6Ашағанда һәм эскәндә һеҙ үҙегеҙ өсөн ашап-эсмәйһегеҙме ни? 7Йәрүсәлим менән уның эргәһендәге ҡалалар муллыҡта ғүмер иткән, Негевта һәм Шефелала кешеләр күпләп йәшәгән осорҙарҙа уҡ Раббы элекке пәйғәмбәрҙәре аша ошоларҙы әйтмәй инеме ни?»
8Зәкәрьяһҡа Раббы һүҙе булды:
9– Күк ғәскәрҙәре Раббыһы Үҙ халҡына: «Тоғролоҡ һәм ғәҙеллек менән хөкөм итегеҙ, бер-берегеҙгә миһырбанлы һәм рәхимле булығыҙ. 10Тол ҡатынды, етемде, килмешәкте һәм фәҡирҙе рәнйетмәгеҙ. Күңелегеҙҙә бер-берегеҙгә ҡарата яуызлыҡ йөрөтмәгеҙ», – тип әйтә килде.
11Әммә улар тыңларға теләмәне, Раббыға һырттарын ҡуйҙы, ишетмәҫ өсөн ҡолаҡтарын ҡапланы, 12Күк ғәскәрҙәре Раббыһы Үҙ Рухы менән элекке пәйғәмбәрҙәр аша ебәргән ҡанунды һәм уның һүҙҙәрен ишетмәҫ өсөн йөрәктәрен таш кеүек ҡатырҙылар. Шул арҡала Күк ғәскәрҙәре Раббыһы уларға бик ныҡ асыуланды.
13Раббы уларҙы саҡырғанда, тыңламанылар. «Улар саҡырғанда Мин дә уларҙы тыңламаным, – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. – 14Уларҙы ғәрәсәт кеүек үҙҙәре белмәгән-күрмәгән ҡәүемдәр араһына тараттым».
Уларҙан һуң ер бушап ҡалды, килгән-киткән кеше бөттө. Ниндәй күркәм ерҙәр бушлыҡҡа әйләнде.

Highlight

Share

Copy

None

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in