Зәкәрьяһ 6
6
Һигеҙенсе күренмеш:
дүрт яу арбаһы
1Тағы күтәрелеп ҡараным: ике баҡыр тау араһындағы тарлауыҡтан сығып килгән дүрт яу арбаһы күрҙем. 2Яу арбаларының беренсеһенә – ерән, икенсеһенә – ҡара, 3өсөнсөһөнә – аҡ, дүртенсеһенә алмасыуар аттар егелгәйне һәм барыһы ла көслө ине. 4Минең менән һөйләшкән фәрештәнән:
– Былар нимә, хакимым? – тип һораным.
5– Былар – күктең бөтә ер йөҙөнөң Хакимының хозурында торған урындан сығып килгән дүрт рухы#6:5 Рухы – йәки «еле»., – тип яуап бирҙе фәрештә. – 6Ҡара аттар егелгән яу арбалары төньяҡ, аҡ аттар егелгән арбалар көнбайыш, алмасыуар аттар егелгән арбалар көньяҡ тарафҡа китеп бара.
7Был ҡеүәтле аттар ер йөҙөн байҡап, тикшереп сығырға ашҡынды. Фәрештә уларға:
– Барығыҙ, ер йөҙөн урап килегеҙ, – тине.
Улар бөтә ер йөҙөн байҡарға алға ынтылды. 8Фәрештә миңә былай тип ҡысҡырҙы:
– Ҡара, төньяҡ илгә киткәндәр төньяҡта Раббы рухын тынысландырҙы.
Йеһошуағҡа бирелгән таж
9Миңә Раббы һүҙе булды:
10– Бабилдан һөргөндән ҡайтҡан Хелдайҙан, Товияһтан, Йедағъяһтан саҙаҡалар ал да шул уҡ көндө Сефанъяһ улы Йошияһтың өйөнә бар. 11Уларҙан алған алтын менән көмөштән таж яһат та баш ҡаһин Йеһошуағ Йеһосадаҡ улының башына кейҙер. 12Уға әйт, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Бына был Үҫенте исемле уҙаман. Ул булған урынынан үҫеп сығыр һәм Раббының ҡорамын төҙөр. 13Эйе, Раббының ҡорамын ул һалдырыр, шөһрәт ҡаҙаныр, тәхетендә ултырып хакимлыҡ ҡылыр. Тәхете янында ҡаһин торор. Улар араһында именлек-берҙәмлек булыр. 14Ә таж Хелдай, Товияһ, Йедағъяһ һәм Сефанъяһ улы Йошияһтың хәтирәһе булып Раббы ҡорамында торор.
15Алыҫтағылар ҙа килеп Раббы ҡорамын төҙөүҙә ҡатнашыр».
Шунда мине һеҙгә Күк ғәскәрҙәре Раббыһы ебәргәнен аңларһығыҙ. Әгәр ҙә Аллағыҙ Раббының әйткәндәрен диҡҡәт менән тыңлаһағыҙ, быларҙың барыһы ла ғәмәлгә ашыр.
Currently Selected:
Зәкәрьяһ 6: БашИЯ2023
Highlight
Share
Copy

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023