Зәкәрьяһ 2
2
Өсөнсө күренмеш:
үлсәү ебе
1Мин башымды күтәреп ҡараным да ҡулына үлсәү ебе тотҡан бер кешене күрҙем.
2– Ҡайҙа китеп бараһың? – тип һораным.
– Йәрүсәлимде үлсәйем. Арҡырыһы, буйы күпме икәнен белергә китеп барам, – тип яуапланы был кеше.
3Минең менән һөйләшкән фәрештә эргәмдән китә башлағайны, икенсе бер фәрештә уның ҡаршыһына сыҡты ла:
4– Йүгер, ул егеткә әйт: «Эсендә иҫәпһеҙ-һанһыҙ халыҡ һәм мал-тыуар йәшәгәнлектән, Йәрүсәлим диуарһыҙ ҡала булыр. 5Мин Үҙем уның әйләнәһендә утлы диуар, эсендә шөһрәт буласаҡмын, – тип белдерә Раббы».
Раббының һөргөндәгеләрҙе үҙ илдәренә саҡырыуы
6– Эй, әйҙәгеҙ! Төньяҡ илдән ҡасығыҙ, – Раббы шулай тип белдерә. – Сөнки Мин һеҙҙе күктең елеләй дүрт тарафҡа ебәрҙем. 7Бабилда йәшәгән Сион халҡы, ҡасып ҡотолоғоҙ!
8Күк ғәскәрҙәре Раббыһы Үҙенең шөһрәте хаҡына мине һеҙҙе талаған ҡәүемдәр алдына ошо хәбәрҙе әйтергә ебәрҙе: «Һеҙгә ҡағылған кеше Минең күҙ алмама ҡағыла. 9Бына Мин ул ҡәүемдәргә ҡаршы ҡулымды күтәрәм һәм улар үҙҙәренең ҡолдарына табыш булыр».
Шул сағында һеҙ мине Күк ғәскәрҙәре Раббыһы ебәргәнен аңларһығыҙ.
10– Эй Сион-ҡыҙ#2:10 Сион-ҡыҙ – Сион тауында урынлашҡан Йәрүсәлим ҡалаһының шиғри атамаһы. Бында һәм башҡа шундай урындарҙа Сион һәм Йәрүсәлим ҡатын-ҡыҙға тиңләштерелә., ҡыуан, күңел ас! Бына Мин киләм, арағыҙҙа төйәкләнәсәкмен, – тип белдерә Раббы. – 11Ул көндө бик күп халыҡтар Миңә, Раббыға, килеп ҡушылыр һәм Минең халҡым булыр.
Шул саҡта һеҙ мине Күк ғәскәрҙәре Раббыһы ебәргәнен аңларһығыҙ.
12Раббы Йәһүҙәне изге тупраҡтағы Үҙ өлөшө булараҡ биләмә итеп алыр, ә Йәрүсәлим тағы Раббының Үҙенә һайлап алған ҡалаһы булыр. 13Шымығыҙ барығыҙ ҙа Раббы алдында! Раббы Үҙенең мөҡәддәс торлағынан ҡалҡа!
Currently Selected:
Зәкәрьяһ 2: БашИЯ2023
Highlight
Share
Copy

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023