YouVersion Logo
Search Icon

Зәкәрьяһ 1

1
Тәүбәгә саҡырыу
1Дарий батша тәхеткә ултырғандың икенсе йылында, һигеҙенсе айҙа Ғиддонан тыуған Бәрәхъяһтың улы Зәкәрьяһ пәйғәмбәргә Раббы һүҙе булды:
2– Раббы ата-бабаларығыҙға бик ныҡ асыуланды. 3Шуға күрә халыҡҡа әйт, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Миңә ҡайтығыҙ, Мин дә һеҙгә ҡайтырмын». Шулай ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы.
4– Ата-бабаларығыҙ кеүек булмағыҙ! Әүәлге пәйғәмбәрҙәр уларға әйтә килде, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы: «Яман юлдарығыҙҙы һәм боҙоҡ ғәмәлдәрегеҙҙе ташлағыҙ, Миңә ҡабат ҡайтығыҙ», – тип киҫәтә, тине. Әммә улар ишетмәне, әйткәндәремә ҡолаҡ һалманы, – тип белдерә Раббы. – 5Ҡайҙа хәҙер һеҙҙең ата-бабаларығыҙ? Ә ул пәйғәмбәрҙәр мәңгелекме? 6Ҡолдарым пәйғәмбәрҙәр аша бойорған һүҙҙәрем һәм ҡағиҙәләрем ата-бабаларығыҙға барып етмәнеме ни?
Улар ҙа Миңә кире ҡайтып: «Күк ғәскәрҙәре Раббыһы ҡыуған юлдарыбыҙға һәм ҡылған ғәмәлдәребеҙгә күрә беҙгә нимә эшләргә ниәтләһә, шуны тормошҡа ашырҙы», – тинеләр.
Беренсе күренмеш:
һыбайлылар
7Дарий батша тәхеткә ултырғандың икенсе йылында, ун беренсе ай булған шеват айының егерме дүртенсе көнөндә Ғиддонан тыуған Бәрәхъяһтың улы Зәкәрьяһ пәйғәмбәргә Раббы һүҙе булды. Зәкәрьяһ былай тине:
8– Төндә күрҙем: үҙән буйындағы мирт ағастары араһында ерән атҡа атланған бер әҙәм тора. Артында ерән, туры һәм аҡ аттар бар ине. 9«Хакимым, был нимәне аңлата?» – тип һораным. Минең менән һөйләшкән фәрештә: «Һиңә уларҙың нимә аңлатҡанын күрһәтермен», – тип яуапланы.
10Мирт ағастары араһында торған кеше: «Былар Раббы тарафынан донъяны байҡап сығыр өсөн ебәрелгәндәр», – тине.
11Улар мирт араһында торған Раббы фәрештәһенә: «Донъяны байҡап сыҡтыҡ, – тинеләр. – Ер йөҙө тыныс һәм имен-аман».
12Шунан Раббы фәрештәһе: «Эй Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, етмеш йыл буйы асыуланған Йәрүсәлимгә һәм Йәһүҙә ҡалаларына тағы ла ҡасанға тиклем мәрхәмәт күрһәтмәйәсәкһең?» – тине. 13Раббы минең менән һөйләшкән фәрештәгә йылы, йыуатҡыс һүҙҙәр менән яуап ҡайтарҙы. 14Минең менән һөйләшкән фәрештә: «Иғлан ит! Күк ғәскәрҙәре Раббыһы: „Йәрүсәлим менән Сион өсөн йәнем әсей, – ти. – 15Ә еңел йәшәгән ҡәүемдәргә бик асыулымын, сөнки Мин үтә асыулы булмаған саҡта, улар Минең халҡыма ҡарата яуыз ғәмәлдәрен арттырҙы“.
16Шуға күрә Раббы былай ти: „Йәрүсәлимгә мәрхәмәтемде ҡайтарам, – тип белдерә Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. – Йортом унда ҡабаттан төҙөлөр һәм үлсәү ебе йәнә Йәрүсәлим өҫтөнән һуҙылыр“.
17Һин тағы ла шуны иғлан ит, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: „Ҡалаларымда тағы муллыҡ тулып ташып торор. Раббы Сионды йыуатыр, Йәрүсәлимде ҡабаттан Үҙенә һайлап алыр“».
Икенсе күренмеш:
дүрт мөгөҙ менән дүрт оҫта
18Күҙемде ҡалҡытып ҡараһам: дүрт мөгөҙ күрҙем. 19Үҙем менән һөйләшкән фәрештәнән:
– Был нимә? – тип һораным.
– Былар – Йәһүҙә, Исраил һәм Йәрүсәлим халыҡтарын һөҙөп таратҡан мөгөҙҙәр, – тип яуап бирҙе ул.
20Шунан Раббы миңә дүрт тимерсене күрһәтте.
21– Былар нимә эшләргә килә ята? – тип һораным.
– Был мөгөҙҙәр Йәһүҙә халҡын шундай итеп таратты, бер кем дә башын ҡалҡыта алманы, – тип яуап ҡайтарҙы Ул. – Ә был оҫталар, Йәһүҙә халҡына мөгөҙ күтәргән ҡәүемдәрҙең мөгөҙөн һындырып, ҡоттарын алырға килә.

Highlight

Share

Copy

None

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in