YouVersion Logo
Search Icon

Зәкәрьяһ 12

12
Йәрүсәлим дошмандарының юҡҡа сығасағы
1Әүлиәлек.
Раббының Исраил тураһында әйткән һүҙҙәре. Күктәрҙе киргән, ергә нигеҙ һалған, кешегә рух биргән Раббы былай ти:
2– Ҡара, Йәрүсәлимде әйләнә-тирәләге бөтә халыҡтарҙы иҫертер шарап тулы туҫтаҡҡа әүерелдерәм. Йәрүсәлим ҡамап алынғас һәм Йәһүҙә бәләгә ҡалғас, 3Йәрүсәлимде бөтә халыҡтар өсөн ауыр бер таш итәм. Уны күтәрергә маташҡан һәр береһе имгәнер. Ер йөҙөндәге бөтә халыҡтар Йәрүсәлимгә ҡаршы берләшер. 4Ул көндө, – тип белдерә Раббы, – һәр бер атты ҡурҡыуға һалырмын, ә һыбайлыһын аҡылдан яҙҙырырмын. Йәһүҙә халҡын күҙәтеп торормон, ә башҡа халыҡтарҙың бөтә аттарын һуҡырайтырмын. 5Ул ваҡытта Йәһүҙә башлыҡтары үҙ-үҙҙәренә: «Йәрүсәлим халҡы Аллалары Күк ғәскәрҙәре Раббыһы арҡаһында ҡеүәтле», – тип әйтер.
6Ул көндө Мин Йәһүҙә башлыҡтарын утын араһында ултырған ҡуҙлы көршәк, көлтәләр араһында янған сыра кеүек итермен. Улар уңда ла, һулда ла, эргә-тирәләге бөтә халыҡтарҙы яндырып юҡ итер. Йәрүсәлим халҡы иһә тағы үҙ ҡалаһында, Йәрүсәлимдә, йәшәр.
7Раббы иң тәүҙә Йәһүҙә сатырҙарын ҡотҡарыр. Сөнки Дауыт нәҫеленән булғандарҙың һәм Йәрүсәлимдә йәшәгәндәрҙең даны Йәһүҙәнекенән артыҡ булмаһын. 8Раббы ул көндө Йәрүсәлимдә йәшәүселәрҙе яҡлар. Уларҙың араһындағы иң көсһөҙ әҙәм Дауыт кеүек, Дауыт нәҫеле иһә Алла кеүек, алдарынан барған Раббының фәрештәһе шикелле булыр. 9Ул көндө Раббы Йәрүсәлимгә һөжүм итергә маташҡан бөтә ҡәүемдәрҙе юҡ итә башлар.
«Үҙҙәре сәнскән затҡа ҡарарҙар»
10Раббы былай ти:
– Дауыт нәҫеленә һәм Йәрүсәлимдә йәшәүселәргә мәрхәмәт һәм доға рухын яуҙырырмын. Улар Миңә – үҙҙәре сәнскән затҡа ҡарарҙар ҙа, берҙән-бер балалары үлгәндәге һымаҡ ҡайғырырҙар, баш балаһы өсөн хәсрәтләнгән кеше һымаҡ әсенерҙәр. 11Ул көндө Йәрүсәлимдә түгелгән йәш, Мегиддо тигеҙлегендәге Һадад-Риммонда түгелгән йәш кеүек күп булыр. 12Ер илар, һәр нәҫел айырым илар: Дауыт нәҫеле, уларҙың ҡатындары айырым йәш түгер; Наҫандың нәҫеле, уларҙың ҡатындары айырым йәш түгер; 13Левиҙең нәҫеле, уларҙың ҡатындары айырым, Шимғи нәҫеле, уларҙың ҡатындары айырым йәш түгер. 14Ҡалған һәр нәҫелдең ирҙәре айырым, ҡатындары айырым йәш түгер.

Highlight

Share

Copy

None

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in