YouVersion Logo
Search Icon

Зәкәрьяһ 11

11
Ливан менән Башандың бушлыҡҡа әйләнәсәге
1Эй Ливан, ҡапҡаларыңды ас,
Ут кедр ағастарыңды ялмап йотһон!
2Эй кипарис, ҡысҡырып ила,
Сөнки кедр ағасы йығылды,
Мәғрур ағастар юҡ булды.
Илағыҙ, эй Башан имәндәре,
Ҡара урмандар ҡырылды.
3Көтөүселәрҙең һыҡтауҙарын ишет,
Сөнки иркен болондар тапалды.
Йәш арыҫландар үкерә,
Сөнки Иордан туғайҙары юҡ булды.
Ике көтөүсе
4Аллам Раббы былай ти:
– Салыр өсөн айырған көтөүемде һин утлат. 5Ул көтөүҙең ҡуйҙарын алғандар, уларҙы салһа ла, язаһыҙ ҡалыр. Уларҙы һатҡандар иһә: «Аллаға шөкөр, байыным!» – тип ҡыуаныр. Көтөүселәре уларҙы ҡыҙғанмаҫ. 6Мин дә башҡаса был илдә йәшәгән халыҡты ҡыҙғанмайым. – Раббы шулай тип белдерә. – Һәр кемде үҙенең яҡынының һәм батшаһының ҡулына тапшырам. Улар илде бушлыҡҡа әйләндерер. Ә Мин бер кемде лә уларҙың ҡулынан ҡотҡармаясаҡмын.
7Мине һарыҡ һатыусы сауҙагәрҙәр ялланы – уларҙың салырға тәғәйенләнгән һарыҡтарын көтә башланым. Ҡулыма ике таяҡ алдым. Уларҙың береһен «миһырбан», икенсеһен «берҙәмлек» тип атаным һәм улар менән малдарҙы көттөм. 8Бер ай эсендә өс көтөүсене ҡыуып ебәрҙем, сөнки минең улар менән түҙемлегем ҡалманы. Улар ҙа мине күрә алмаҫ булды. 9Шунан көтөүгә:
– Башҡа һеҙҙе көтмәйем. Үлгәне үлһен, юҡҡа сыҡҡаны юҡҡа сыҡһын, иҫән ҡалғандары бер-береһенең итен ашаһын, – тинем.
10Шунан «миһырбан» тигән таяғымды алдым да, бөтә халыҡтар менән төҙөшкән килешеүемде юҡ итер өсөн, уны һындырҙым. 11Шулай итеп, ул көндө килешеү ғәмәлдән сығарылды. Мине күҙәткән һарыҡ һатыусы сауҙагәрҙәр бының Раббы һүҙе булғанын аңланы.
12Уларға:
– Кәрәк тапһағыҙ, хеҙмәт хаҡымды бирегеҙ, тапмаһағыҙ, бирмәгеҙ, – тинем.
Улар миңә утыҙ көмөш үлсәп бирҙе.
13Раббы миңә:
– Уларҙы көмөш иретеүсегә бырға, – тине.
Ниндәй юғары баһаланылар мине! Мин ул утыҙ көмөштө алып, Раббы ҡорамындағы көмөш иретеүсегә ташланым.
14Шунан, Йәһүҙә менән Исраил араһындағы туғанлыҡты боҙор өсөн, «берҙәмлек» тип аталған таяғымды һындырҙым.
15Раббы миңә:
– Тағы бер тапҡыр көтөүсе булып яллан, тик был юлы эшкә ашмаған көтөүсе, – тине. – 16Ҡара, Мин илгә бер көтөүсе ҡуям: ул бәлә-ҡазаға юлыҡҡандарға ярҙам итмәҫ, аҙашҡандарҙы эҙләмәҫ, имгәнгәндәрҙе дауаламаҫ, һауҙарҙың тамағын ҡайғыртмаҫ. Һимеҙҙәренең итен ашар, хатта тояҡтарына тиклем ҡуптарып алыр.
17Көтөүен ташлаған йүнһеҙ көтөүсегә ҡайғы!
Ҡулына һәм уң күҙенә ҡылыс ҡаҙалһын!
Ҡулы тотош ҡороп ҡатһын!
Уң күҙе һуҡырайһын!

Highlight

Share

Copy

None

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in